+20 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
14 Август 2020, 15:54
Бер ҙә көлкөгә ҡалғы килмәй
«Таралды йәйен балаларТөрлөһө төрлө яҡҡа.Мин дә килдем әле ялғаӨләсәйгә ҡунаҡҡа».
Минең өләсәйем Стәрлетамаҡ районы Первомайский ауылында йәшәй. Уны гел ҡыуандырырға тырышам, йорт-ҡура тирәһендә ярҙам итәм: баҡсалағы түтәлдәрҙе утайым, йәшелсәләргә һыу һибәм. Ҡәҙерлем мине тәмлекәстәр менән һыйлап ҡына тора. Бигерәк аш-һыуға оҫта инде.
Ә кисен өләсәйемдән рөхсәт һорап, рәхәтләнеп велосипедта елдерәм генә. Яңыраҡ ҡына һатып алғайнылар. Бик йөрөй ҙә белмәй инем әле, бындағы ауыл малайҙары өйрәтте, үҙем дә тырыштым. Тиҫтерҙәребеҙ менән йыйылышып, төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә һөйләшәбеҙ. Велосипедта ярыш ойошторабыҙ. Мин дә бирешмәйем, артта ҡалып, бер ҙә көлкөгә ҡалғы килмәй. Дәрт итһәң, теләгеңә ирешеп була икән. Мәҡәлдәгесә: «Тырышҡан тапҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан!»
Дамир КОРЕНЕВСКИЙ.
Өфө ҡалаһы, 119-сы мәктәп.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?