Көн дә Ильяс ҡустым менән Лилиә һеңлемде йылғаға һыу инергә алып йөрөнөм, әсәйемдәр бесәнгә киткәс, өйҙә ҡалып, өләсәйемә бәләкәй Ғайса ҡустымды ҡараштым. Урамда малайҙар, ҡыҙҙар менән туп типтек, «Кәләк», «Йәшенмәк» кеүек күңелле уйындар уйнаныҡ.
Каникул, тигәс, ял итеп, уйнап ҡына йөрөмәйһең инде, көн дә тигәндәй иҙән, һауыт-һаба йыуып, эш менән мәшғүл булдым. Ялда мәктәпте лә оноторға ярамай, шуға мин башҡорт һәм урыҫ әҙәбиәтенән өйгә эш итеп бирелгән әҫәрҙәрҙе уҡыным. Инглиз теленән белемемде яҡшыртыр өсөн инглизсә йырҙар йырланым. Йәйге ял булыуынан файҙаланып, рэп стилендә ете йыр яҙҙым.
Дистанцион уҡып ултырып, үҙемде уҡытыусы итеп хис итеп, тағы ла интернет аша Аргентинанан – Ариэла, Малайзиянан – Манар, Американан Келли исемле ҡыҙҙарға бер аҙ корей, ҡытай һәм тай телдәрен өйрәттем. Үҙемә сит илдәрҙән яңы дуҫтар таптым. Мин шулай уҡ сит ил йырсыларының йырҙарын тыңлап, өйрәнеп, уларҙы йырларға яратам.
Йәйгеһен тиҙлекле велосипед алырға, тип һөйләшкәйнек. Шундай теләк менән Белорет ҡалаһына юлландыҡ. Тик кәрәклеһен табып булманы. Ни эшләргә? Атай менән әсәй, ярай әлегә велосипед алмайбыҙ, тип бер магазинға инеп китте. Ә мин, тиктормаҫ кеше, әсәйҙең телефоны ятып ҡалған ине, йәһәт кенә кәрәкле һандарҙы йыйып: «Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ, тиҙ генә килеп етегеҙ, ҡайтырға йөрөйбөҙ», – тип һатырға иғлан ҡуйған бер велик хужаһын саҡыртып та алдым. Сөнки үҙем интернеттан эҙләп табып, хаҡын төшөрткәйнем. Ул өр-яңы велосипед ине. Атай менән әсәй аптырап ҡалһа ла, риза булып, алып бирҙеләр, сосһоң инде, тип маҡтанылар.
Был каникулда алдыма ҡуйған маҡсаттарыма ирештем: яңы йырҙар яҙҙым, китаптар уҡыным, инглиз теленән белемемде яҡшырттым, өйҙә лә ярҙам итеп өлгөрҙөм. Тимәк, мин йәйемде файҙалы үткәрҙем, ә һеҙ нисек?
Фирзәлиә ҠАРАМЫШЕВА, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы, Әбделмәмбәт ауылы.