-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
19 Сентябрь 2020, 00:13

Бесәндә

Ауылда ҡыҙыу эш мәле. Бөтә күрше-тирә кем уҙар­ҙан бесән ташый. Беҙ ҙә иртүк урманға килдек. Тәбиғәт шундай матур: ал, ҡыҙыл, зәңгәр сәскәләр күҙҙең яуын алып тора, йәм-йәшел япраҡҡа төрөнгән ағас­тар ҡупшыланып ултыра. Ә һауа шундай саф! Сәскәләр­ҙең хуш еҫенән хатта баш әйләнә. Ҡоштар һайрай. Ә күбәләктәр һуң?! Өйрөлөп, осоп, сәскәнән сәскәгә ҡуна.

Бер килке һушымды йыя алмай, хозурлыҡҡа һоҡланып баҫып торам. «Без-з-з!» Абау, бигерәк яман безелдәй. Ул арала бер күгәүен – битемә, икенсеһе муйынға ҡунды. Эй, сәбәләнәм, ҡыуып ебәрергә тырышам. Ә улар китмәй, киреһенсә, нығыраҡ яфалай. Ике минутта әллә бөтә урман күгәүендәре мине уратып алды, ауырттырып, талай башланылар. Айзат ағайым күреп ҡалған да йүгереп килеп, спрей һиптерҙе. Үҙе:

– Ҡара, һылыу, һине нисек яраталар! Тәмлекәс кенә ҡыҙыҡай килгән, тип дуҫтарын да саҡырып килтерҙеләр! – тип көлгән була.

– Әйтәм, миңә берәү ҙә ҡунмай, бөтә күгәүенде һин йый­ғанһың икән! – тип эләктереп алды Азамат ағайым да.

– Көлмәгеҙ! Ҡыҙым, тот тырмаңды! Урман ҡарап тороусыларҙы яратмай, – тине лә атай эшенә тотондо.

Ошолай башланды бесәндәге тәүге көнөм. Ысынлап та, эшләгәндә күгәүен-серәкәй теймәй, туҡтаһаң, һырып алалар. Атай – тракторҙа, Айзат ағай йыйғысы менән эшкә тотонғайны. Азамат ағай күбәләп бара, мин эләкмәй ҡалған бесәнде йыям. Аҙаҡ уны арбаға тейәй башлайбыҙ: Айзат ағай өҫтән ала, тапап өйә, атай менән Азамат ағай күбәләрҙе ырғыта, мин ҡал­ғанын йыйып торам. Баш күтәрмәй эшләйбеҙ.

– О-о-о! Ҡарағыҙ әле, кемдәр килә! – тип Айзат ағай өндәшкәнгә ҡараһаҡ, ике туған Айҙар ағай ике дуҫы менән ярҙамға килгән икән. Эй, шатландыҡ! «Эш күмәк кешене ярата», – ти торғайны өләсәйем. Ысынлап та, бесәнде «һә» тигәнсе тау тиклем ҙур итеп өйҙөк тә алып ҡайтып та киттек.

Өйҙә әсәйем манты, аш, пицца бешергән, мунса ла яҡҡан. Ейәнсәре Айгөлдө лә ҡарап, теплицаны утап сығырға ла өлгөргән.

Ашарға ултырғас, әсәйгә нисек итеп дүрт кеше артынан күбә урынында ҡалған бесәнде йыйып арыуым хаҡында һөйләй башлағайным. Ул:

– Эй, ҡыҙым, маладис та инде! Әлдә һин бар әле, юҡһа мине алып барырҙар ине! – тип маҡтаны.

– Был эшме ни? Бына мин бәләкәй саҡта бесәнде ҡул сал­ғыһы менән саба инек. Ҡул тырмаһы менән бөтә аҡланды йыябыҙ, күбәләгәс, сүмәләгә һала тор­ғайныҡ, – тип дауам итте Азамат ағайым. – Әсәй эш араһында ҡаҙан аҫтына ут тоҡандырып, тәмле итеп аш бешерә ине. Әйҙә, шулай урманда тағы аш бешер әле!

– Эй, улым! Урман яғына әйләнеп ҡарағы ла килмәй хәҙер. Һин V синыфты бөткәс, салғы тотоп, бесән саба башланың. Шунда ғына эш еңеләйҙе. Тәүҙәрәк таңғы сәғәт 5 тулмаҫ борон йоҡонан тора инем. Өс һыйырҙы һауам да көтөүгә ҡыуам. Быҙауҙарҙы ҡырға сығарам. Ҡош-ҡортто ҡарайым, һеҙгә, үҙебеҙгә көнө буйына етерлек аҙыҡ әҙерләйем, шунан ғына атайығыҙҙы уятам. Сәғәт 7-гә урманға барып етеп, бесән саба башлай торғайныҡ. Ярты сәғәткә төшкө ашҡа туҡтайбыҙ ҙа киске 10-ға тиклем эшләй инек. Ике бала өйҙә донъя көтә. Ярай, Алла һаҡлаған үҙегеҙҙе. Кис ҡайтҡас, тағы күпме эш! – тип һөйләп алды әсәйем.

– Ә мин бәләкәй саҡта мотоблок һатып алдыҡ, шуның менән саптыҡ. Шунан бесән йыйғыс яһаныҡ. Эш яйланды! – тип һүҙгә ҡушылды Айзат ағай.

– Хәҙер рәхәт, трактор бөтә эште башҡара! – тип йөпләп ҡуйҙы атайым.

Минең атай менән ағайҙар­ҙың ҡулынан килмәгән эш юҡ! Улар тракторға таға торған йый­ғысты үҙҙәре яһаны.

Бына шулай бесән күмәк кешене яратҡанлығына төшөндөм. Ысынлап та, был эш бер ҙә еңел түгел икән.


Айгизә АБЗАЛОВА, VI синыф уҡыусыһы.
Туймазы районы, Бишҡурай ауылы.

Читайте нас: