Мөғжизәгә тиң урындар күп бит беҙҙә! «Матурҡай» шишмәһе айырыуса иҫтә ҡалды. Күҙҙең яуын алырлыҡ төрлө төҫтәге йәшмә таштар араһынан уйылып ҡына сыҡҡан иҫ китмәле таҙа, татлы һыулы шишмә тарихи Ханҡала тауы итәгендә урынлашҡан. Әллә ҡаһарман олатайҙарыбыҙ ҡаны менән һуғарылғанға, ул ҡоромай ҙа, кәмемәй ҙә, туңмай ҙа – йәйен-ҡышын шул бер кимәлдә. Беҙ уның тирәһендә еләк, бәшмәк йыйып кинәндек, мул итеп һыуын да алып ҡайттыҡ. Унан тыш, Талҡаҫ күленә, Ҡуһайыл тауына, Һаҡмар һәм Ҡыҙыл йылғаларына сәйәхәт ҡылдыҡ.
Йәй башында көслө ҡырауҙар йонсотто, картуфыбыҙҙы ҡырып һалды. Әммә тәбиғәт үҙенекен итә икән: ул юҡ ерҙән тағы баш күтәреп үҫеп китте. Әле тәүге бүлбеләрҙе ауыҙ итеп ҡыуанабыҙ. Баҡсабыҙҙа башҡа емеш-еләк тә емерелеп уңды, йыйып ҡына өлгөр! Әллә тәбиғәт үҙ аяуһыҙлығы өсөн шулай ғәфү үтенә?
Кәртә башында йыл да оя ҡора торған ҡарлуғастарыбыҙ быйыл ике тапҡыр бала сығарҙы. Әле бәләкәстәре менән сыр-сыу килеп йөрөгән мәлдәре.
Быйыл уҡырға төшәсәк Рамаҙан ҡустым менән йәй буйы олатай, өләсәй янында булдыҡ. Һарыҡ көтөштөк, бесән әҙерләштек, ҡый үләндәре утаныҡ, быуала балыҡ тоттоҡ... Рамаҙан сәпиттә оҫта йөрөргә өйрәнеп алды, ә мин матайҙа елдерҙем генә. Лиза һеңлем лагерҙа ял итте, әсәйебеҙгә бәләкәс Гүзәл һеңлебеҙҙе ҡарашты. Беҙ бит хәҙер бишәү булып киттек. Ошо түгелме ни ҡыуаныс!
Өләсәйем менән уның тыуған ауылы Ярлыҡапҡа «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға» байрамына барып, ҡылҡумыҙҙа уйнап сығыш яһаным. Ололарҙың осрашып шатланғандарын, төрлө уйындар уйнағанын күреп хайран ҡалдым.
Эй, күңелле үтә быйылғы йәйем!
Ләйлә НӨҒӘМӘНОВА, йәш хәбәрсе.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.