Тиҙ генә йыйынып, ҡуҙғалып та киттек. Өфөлә апайым беҙҙе көтөп тә торған икән. Осрашҡас, баш ҡала буйлап йөрөнөк. Бергә фотоға төштөк. Сауҙа үҙәктәренә лә инеп сыҡтыҡ.
Шунан һуң Өфө районының Шамонин ауылында йәшәгән Байрас ағай менән Динара еңгәйҙәрҙә булдыҡ. Уларҙың игеҙәк балалары Тамерлан һәм Тәмилә менән рәхәтләнеп уйнаныҡ.
Иртәгеһенә иртә тороп, юлды артабан дауам итергә уйлағайныҡ та, тик Тамерлан менән Тәмилә ҡаршы төштө. Икәүләп минең биштәрҙе, кейемдәремде күҙ асып йомғансы алып ҡасты. Байрас ағайҙар ҙа өгөтләгәс, тағы бер көнгә ҡалырға булдыҡ.
Беҙҙе Матбуғат йортона саҡырғайнылар. Уҡыу мәлендә «Аманат» журналы менән «Йәншишмә» гәзитендә ойошторолған конкурстарҙа еңеү яулағайным, миңә Маҡтау ҡағыҙҙарын алырға кәрәк ине. Улар янында булғас, «Китап» нәшриәтенә индек. Унан да буш ҡул менән сыҡманыҡ. Мин – Иҙрис Ноғмановтың «Аждаһа эҙенән», Ынйыҡай апай Камил Фазлыйҙың «Ел осорған ауыл» тигән китаптарын алдыҡ. Беҙгә бүләккә синыфтан тыш уҡыу китаптарын һәм китап араһына һалғыс бүләк иттеләр. Быға ихлас шатландыҡ, ә Кәримә һеңлебеҙгә синыфтан тыш уҡыу китаптары бик оҡшаны.
Тағы бер төн Шамонин ауылында булып, иртәгеһенә Стәрлетамаҡҡа юл тоттоҡ. Унда беҙҙе Ленар ағай менән Илһөйәр еңгәй көтә ине. Торатауға киттек. Былтыр уға менеп етә алмағайныҡ, был юлы мораҙыбыҙға ирештек.
Был тауға күтәрелеү еңел түгел. Шуға ла аҙым һайын эскәмйәләр бар, ял итеп алырға була. Былтыр ул төҙөлә генә ине әле, быйыл эшләп бөткәндәр. Баҫҡыста ла аҙым һайын эскәмйәләр икән, берәүһендә ултырып, һыу эсеп алдыҡ. Шунда уҡ хәл инде.
Торатауға яйлап ҡына артылдыҡ. Кешеләр ҙә күп кенә ине. Менгән һайын күберәк нәмә күренә, баҫҡыс һайын яңы киңлектәр асыла.
Бына, ниһайәт, үргә менеп тә еттек. Торатауҙың башында – хозурлыҡ! Юғарынан ҡараһаң, икһеҙ-сикһеҙ яландар, баҫыуҙар йәйрәп ята. Яҡында ғына – Стәрлетамаҡ, алыҫтараҡ Ишембай, Салауат ҡалалары күҙгә ташлана. Төрлө-төрлө йылғалар, күлдәр ялтыр ғына булып күренә. Офоҡта башҡа шихандар төҫмөрләнә.
Торатау башында оҙаҡ ҡына торҙоҡ. Иҫ киткес күренештән айырылып булмай ҙа ҡуя...
Стәрлетамаҡ ҡалаһының үҙен күргәнем юҡ ине әле. Былтыр тиҙ генә үтеп киткәйнек. Был юлы иһә Ленар ағай менән Илһөйәр еңгәй беҙгә ҡаланы, уның иҫтәлекле урындарын күрһәтеп йөрөнө.
Бөтәбеҙгә лә сәйәхәт ныҡ оҡшаны.
Алтынай АҠМАНОВА,
VI «В» синыфы уҡыусыһы.
Сибай ҡалаһы,
Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы.