Йәйге каникул етеү менән төрлөбөҙ төрлө яҡҡа тарала. Ә мин олатай-өләсәйемдәргә юлландым. Эх, күңелле лә инде ауылда!
Бөтәбеҙ ҙә йыйылғас, өләсәйем алдан киҫәтеп ҡуйҙы: «Балаҡайҙарым, быйыл әтәсебеҙ суҡыша, һаҡ булығыҙ!». Беҙ инде Солтан ағайым менән эре генә: «Беҙҙең кеүек батыр егеттәр әтәстән ҡурҡып торамы ни?!» – тип көлөштөк.
Өйҙән сыҡтыҡ та ҡыйыу ғына ихата буйлап йөрөйбөҙ. Шул ваҡыт кәртә артынан теге әтәс килеп сыҡты ла беҙҙе күҙәтә башланы. Ҡурҡыуыбыҙҙы белдермәҫкә тырышабыҙ. Әммә һаҡ булырға кәрәклекте онотмайбыҙ.
Бер мәлде Әлиә сырылдап йүгереп өйгә инеп китмәһенме?! «Әтәс!» – тигәне генә яңғырап ҡалды. Беҙ ҙә уның артынан өйгә табан һыпырттыҡ. Хатта аяҡ кейемдәребеҙ сиселеп төшөп ҡалғанын да һиҙмәгәнбеҙ!
Теге аҡ әтәс беҙҙе ҡыуып, өйгә индереп ҡуйҙы ла үҙ юлы менән китеп барҙы. Ни эшләргә? Бикләнеп кенә ултырырғамы? Нисек был әтәсте еңергә? Беҙ баш вата башланыҡ. Өләсәй төшкә тиклем тегене ябып ҡуя, кискә табан ғына саф һауаға сығара.
Беҙҙең арҡала әтәс көнө буйы биктә ултыра. Былай булмай, берәй әмәлен табырға кәрәк инде. Әтәскә лә, беҙгә лә яҡшы булһын, зыян килмәһен. Гел генә олатай, өләсәй артынан эйәреп йөрөп булмай бит. Хужаларҙан ҡурҡа, улар менән булғанда тыныс ҡына йөрөй. Олатайым өйҙә юҡ саҡта бигерәк ҡыйын, өләсәйемдең ҡушҡан йомоштарын да үтәп булмай. Килеп сыға ла баҫтыра башлай.
Шулай ҙа, уйлана торғас, әмәлен таптыҡ. Беҙ әтәсте ат кеүек тышауларға булдыҡ. Йәнәһе лә, үҙен аҡылға ултыртабыҙ. «Күрһәтәйек әле кем йортта хужа икәнен!» – тип маҡтанып та алдыҡ.
Шулай итеп, олатай әтәсте тышаулап ҡуйҙы. Тәүҙә беҙгә ҡыҙыҡ булды. Уны ирештереп, арытып бөттөк. Һикереп ҡыуып та ҡарай, ҡанаттары менән осоп та ҡарай, тик булдыра алмай. Беҙ рәхәткә сыҡтыҡ. Бар эште йәһәт кенә эшләп ҡуябыҙ. Ихатала ысын хужалар кеүек йөрөйбөҙ.
Бер көндө шулай өйрәк бәпкәләрен ашатып йөрөгәндә Әлиәнең ҡурҡып ҡысҡырғаны ишетелеп ҡалды. Баҡтиһәң, беҙҙең әтәсебеҙ тышауын һалырға өйрәнеп алған икән. Бына ниндәй аҡыллы ҡош булып сыҡты! Олатайым икенсе төрлө итеп бәйләп тә ҡараны, әтәсебеҙ бауын суҡышы менән һүтә лә ырғыта. Ни эшләргә? Олатайым менән өләсәйемә рәхмәт инде. Әтәскә һәм уның тауыҡтарына көндөҙ саф һауала тибенеп йөрөр өсөн махсус урын эшләп бирҙеләр. Бөтәбеҙ ҙә ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Әтәскә «Батыр» тип ҡушамат та таҡтыҡ.
Быға тиклем әлегеләй мажаралы каникулым булғаны юҡ ине әле!
Тамерлан ЗАРИПОВ,
йәш хәбәрсе.
Туймазы районы, Серафимовка мәктәбе.