Атай – бер яҡта, Ынйыҡай апай менән Кәримә һеңлем икенсе яҡта йөрөйҙәр. Ә мин әсәй менән. Машинанан артыҡ алыҫлашмайбыҙ, сөнки әсәй: «Сибай-Баймаҡ юлдарында берәҙәк эттәр, айыу осрай», – тип һаҡ булырға ҡушҡайны. Тик бер мәл урман эсенәрәк инеп киткәнбеҙ икән. Ҡапыл беҙҙең ҡотто алып, бер ҡурҡыныс тауыш яңғыраны. Эт өргән кеүек ишетелде. Тауыш бер нисә тапҡыр ҡабатланды. Йөрәк табанға төшкәндәй, туҡтауһыҙ дөп-дөп килә. Тиҙ генә машинаға ҡарай йүгерҙек. Ныҡ ҡурҡтыҡ. Атай: «Төлкө бит ул, балаларын шулай итеп ҡурсалай», – тигәс кенә тынысландыҡ. Ҡараһаҡ, Ынйыҡай апай менән Кәримә һеңлем машинаға инеп тә ултырған.
Был шомло урындан алыҫҡараҡ китеп, еләк йыйыуҙы дауам иттек. Бәлки, тауыш айыуҙыҡы булғандыр. Был тирәлә айыу бар, тиҙәр ине бит. Ул да шундай уҡ тауыш сығара икән, аҙаҡ белдек.
Ә еләкте күп итеп йыйҙыҡ. Биҙрәләребеҙ туп-тулы булды. Үҙебеҙ ҙә туйғансы һыйландыҡ.
Алтынай АҠМАНОВА,
VI «В» синыфы уҡыусыһы.
Сибай ҡалаһы,
Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы.