Әсәйем беренсе себеште өйгә индерҙе лә, ҡатырға сәй ҡумтаһына йомшаҡ ҡына сепрәк йәйеп, «сәңгелдәк» эшләп бирҙе. Өҫтөнә матур «юрған» ябып, ҡояшҡа ултыртты. Себеш шунда уҡ йоҡлап китте.
Мин уға тары һипкәйнем, ашаған булды. Һыу ҙа эсерҙем. Тик ул сығырға теләй ине. Ояһында ғына ултырһын, юғиһә, бесәй ашап ҡуйыр, тип үҙен ҙурыраҡ ҡумта эсенә урынлаштырҙыҡ.
Иртәгеһенә тағын бер себеш өҫтәлде. Шулай көн дә артып торҙолар. Тик ҙур һары себеш бәләкәйҙәрен суҡый. Тегеләре сипылдаған була. Мин уларҙы йәлләйем.
Бер көндө тауыҡтың ҡалған йомортҡаларын һыуға һалып тикшерҙек тә сереткеләрен ташланыҡ. Шунан эргәһенә себештәрен алып барып һалдыҡ. Әйҙә үҙе ҡараһын бәләкәстәрен. Ул себештәрен суҡый, ә теге һарыһы инәһенә ҡаршы тора. Башҡаларҙы яҡлаған кеүек инде. Ҡарап тороуы ҡыҙыҡ.
Бер көн инәһенең ҡанат аҫтында булғас, бер-береһенә өйрәнеп тә киттеләр. Аҙаҡтан тауыҡ уларҙы тышҡа алып сыға башланы. Тәүҙә кәртәлә йөрөнөләр. Тары һипһәм, тауыҡ себештәрен саҡырып ашата. Хәҙер инде йомроҡайҙар инәләренән өйрәнеп, бойҙай, ҡыяр ҙа ашай башланы.
Бына шулай себештәрем үҫеп тә китте.
Кәримә АҠМАНОВА, II «В» синыфы уҡыусыһы.
Сибай ҡалаһы,
Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы.