Бигерәк тә һыу буйында ҡаҙ бәпкәләрен көтөү үҙе бер күңелле мәл булып иҫтә ҡалды. Йәй буйы уларҙы ҡараныҡ, беҙгә ныҡ өйрәнеп киттеләр. Миңә бәпкәләр тиҙ генә ҙурайған һымаҡ тойолдо.
Тағы ла өс кәзә бер юлы бәрәсләгәйне. Күрһәгеҙ ине беҙҙең нисек ҡыуанғанды! Береһенән-береһе матурҡай алты бәрәсебеҙ булды. Эй, шуларҙы ҡулға өйрәтеп, бергә уйнап тигәндәй, каникул көндәребеҙ тиҙ генә үтте лә китте. Үҙҙәре беҙҙе күреү менән яныбыҙға йүгерешеп килә торғайны. Хатта күтәреп иркәләп тә алабыҙ. Минең яратҡан бәрәсемдең исеме Ҡараҡай булһа, һеңлемдеке – Һороҡай.
Ныҡ күңелле булды ауылда.