Ул көндө йәшенләп көслө ямғыр яуҙы. Ара алыҫ ҡына. Оҙаҡ ҡына барғас, туҡтап Инйәрҙәге «Урал» кафеһында тамаҡ ялғап алдыҡ. Был урын тағы ла матурыраҡ булып ҡалған икән.
Өфөгә етәрәк юлдарҙа саң-туҙан, ямғыр бөтөнләй яумаған һымаҡ тойолдо. Барып еткәндә, унда шул тиклем аяҙ, хатта эҫе ине. Ынйыҡай апайымдың эштәре күп булғас, үҙебеҙ генә Өфөнөң сауҙа үҙәктәренә барып, үҙебеҙгә оҡшаған күлдәктәр алдыҡ.
Кискә табан Шамонин ауылына туғандарға киттек. Уларҙа бер төн ҡунып сыҡҡас, иртәгеһенә ҡабат Өфөгә түләүле юлдан барҙыҡ. Ул тип-тигеҙ. Беҙгә иң ҡыҙығы туннель аша үтеү ине.
Матбуғат йортонда булдыҡ, «Йәншишмә», «Аманат» һәм «Һәнәк» гәзит-журналдарының редакцияларына индек. «Һәнәк» журналының рәссамы Артур Вәсилов мине һүрәткә төшөрөп тә өлгөрҙө, баш мөхәррире Илгиз Вәкил улы Ишбулатов беҙҙе шундағы ашханаға саҡырҙы.
Матбуғат йортонда булыу – минең өсөн бик матур, иҫтәлекле осрашыу. Үҙемә ағай-апайҙарҙан бик күп файҙалы мәғлүмәттәр алдым.
Сибайға ҡайтып етеүгә, өйҙә беҙҙе бесәй, эт, әтәс һәм тауыҡтарыбыҙ көтөп тора ине.
Кәримә АҠМАНОВА,
III “В” cиныфы уҡыусыһы.
Сибай ҡалаһы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы.
Зөһрә ХӘКИМОВА фотолары.