-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Киләсәккә бер аҙым

Март һәм апрель айҙары минең өсөн мажараларға бай һәм фәһемле булды. Беҙ, гимназия уҡыусылары, тәүҙә Ҡазанға сәйәхәт ҡылып, ер-һыу күреп, үҙебеҙҙе күрһәтеп ҡайттыҡ.

Күрше Татарстан Республикаһы беҙҙе һалҡын елле көндәре менән ҡаршы алды. Әйткәндәй, сәйәхәтебеҙ Бауман урамынан башланды. Ҡазан – бик боронғо ҡала, Ҡол-Шәриф мәсете – бигерәк тә һоҡландырғыс архитектура ҡомартҡыһы, төҙөлөшө лә үҙенсәлекле. Ҡазан Кремлен дә күрергә насип булды. Ләкин бында килеүҙең маҡсаты икенсе ине, беҙ Лобачевский исемендәге халыҡ-ара фәнни-практик конференцияла үҙебеҙ яҙған ғилми эштәр менән сығыш яһар­ға тейешбеҙ. Ҡазан федераль университеты тарафынан үткәрелгән сарала төрлө секцияларҙа сит өлкәләрҙән, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән йәш ғалимдар көс һынашты. Синыфташым Рушана Хисаметдинова, һигеҙенсенән Данияр Ғафаров тарих секцияһында уңышлы сығыш яһап – сертификатҡа, ә мин лингвистика менән бәйле секцияла «Билингва булыу яҡшымы?» темаһына яҙған эҙләнеү эшем менән III дәрәжә дипломға лайыҡ булдым.

Икенсе сәйәхәтебеҙ төньяҡ баш ҡалабыҙ Санкт-Петербургҡа ине. Беҙ был юлы «Үҙеңдә ғалимды ас» Бөтә Рәсәй конференцияһында ҡатнаштыҡ. Унда Әбйәлил районынан Альбина Ринат ҡыҙы Мулләхмәтова һәм Мәүлиҙә Камил ҡыҙы Мәхийәнова етәкселегендә юлландыҡ. Был сәйәхәттә барыбыҙға ла беренсе тапҡыр самолётта осоу бәхете тейҙе. Санкт-Петербург шул тиклем һоҡланғыс, һәр урам – үҙе бер тарихи ҡомартҡы. Ҡала үҙе асыҡ һауалағы бер мөғжизәле музей кеүек ине. Бер күреп тә, ҡарап та туя алмаҫһың. Төрлө ғилми-эҙләнеү эштәре менән сығыш яһап, ҙур уңышҡа ирешеп, башҡаларҙы һоҡланды­рып ҡайттыҡ. Асҡар­ҙағы 1-се мәктәптең X cиныфынан Арыҫлан Сафин һәм беҙҙең гимназияның VIII cиныф уҡыусыһы Алһыу Рәхимова – II, Дарина Сәғитова менән мин III урын алдыҡ. Ә унынсынан Айлина Рамаҙанова, Диана Ырыҫйәнова, һигеҙенсенән Данияр Ғафаров, Диана Таһирова дипломант исеменә лайыҡ булды. Фәнни эштәребеҙ­ҙең йыйынтыҡта баҫылыуы – үҙе бер ғорурлыҡ!

Бында беҙ башҡа милләт балаларына, белемебеҙҙән тыш, үҙ һөнәрҙәребеҙҙе лә күр­һәттек. Диана Таһирова башҡорт халыҡ бейеүе «Тыпырҙаҡ» менән таң ҡалдырһа, Алһыу Рәхимова башҡорт көйөн скрипкала уйнап, бар залды әсир итте, ә мин йыр башҡарҙым.

Сараны ойоштороусылар беҙгә ҡарата маҡтау һүҙҙәрен әйтте, Башҡортостаныбыҙҙы күрергә, тарих һәм мәҙәниәтебеҙ менән яҡындан танышырға теләүҙәрен белдер­ҙе. Төрлө экскурсияларҙа йөрөнөк: төнгө Нева йылғаһы буйлап теплоходта йөҙөү һәм күперҙәрҙең асылыуын күреү онотолмаҫлыҡ тәьҫорат ҡалдырҙы. «Аврора» крейсеры – үҙе бер тарих. Бөйөк яҙыусыларҙың өйҙәрен күрҙек. Пётр I нигеҙ һалған ҡалала булыу күңелебеҙҙе байытты, беҙ үҙ төйәгебеҙгә ҡанатланып ҡайтып төштөк.

Был фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашыу киләсәгебеҙгә бер аҙым һымаҡ булды. Бер башҡа үҫтек, үҙебеҙҙе Башҡорт­останыбыҙҙың йәш ғалимдары итеп хис иттек. Беҙгә фатиха биргән атай-әсәйҙәребеҙгә, район мәғариф бүлегенә, гимназия етәкселегенә, остаздарыбыҙға ҙур рәхмәт.

Ошондай аралашыуҙар, осрашыуҙар беҙгә бик оҡшай. Артабан да беҙҙе яңы үрҙәр, асыштар көтөп кенә торһон ине.

Ләйлә ИШБАЕВА,

X «А» синыфы уҡыусыһы.

Әбйәлил районы,

Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.
Читайте нас: