-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Спортҡа һөйөү мәктәптән башлана

Мәктәп коридоры буйлап атлайым. Дәрес ваҡыты.

Спортҡа һөйөү мәктәптән башлана
Спортҡа һөйөү мәктәптән башлана

Бына бер бүлмәнән ир уҡытыусы тауышы ишетелә. Ул балаларға тарих буйынса яңы теманы башҡортса аңлата ине.
Эйе, уҡытыусылар араһында ир-аттар аҙ хәҙер. Ә Илдар Йыһанур улы Ғәбитовҡа был һөнәргә һөйөү ата-әсәһенән киләлер ул: Илүзә Мөхәмәҙиә ҡыҙы менән Йыһанур Мансур улы балаларға математиканан белем биреүгә бар ғүмерҙәрен бағышлаған хөрмәтле хеҙмәт ветерандары бит. Улдары иһә тарих факультетын тамамлаған. Тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән белем биреүҙән тыш, физкультуранан да уҡыта. Бөгөн мәктәп спорт буйынса районда алдынғыларҙан һанала, ярыштарҙан гел генә еңеп, призёр булып ҡайталар.

Әлбиттә, спорт залдары бик ҙур түгел ул: майҙаны 13-кә 7 метр ғына. Былтыр төҙөкләндергәндәр, йәғни бейеклеген 370 сантиметрға еткәргәндәр, бығаса 3 метр булған. 27 йыллыҡ педагогик стажы булған Илдар Йыһанур улы спорт кәрәк-яраҡтары һаҡланған бүлмәһен дә күрһәтте. Нимә генә юҡ унда!?
– Беҙҙә өс төрлө штанга бар: 150, 60, 40 килограмлыҡтар, һүтелә торған улар, ауырлыҡ өҫтәп, кәметеп була. Төрлө ауырлыҡтағы гантелдәр – алтау. СССР заманынан ҡалған тренажёрҙы ла ташламаныҡ, әле лә файҙаланабыҙ. Ә был саңғыларҙы ауылдың балта оҫтаһы Ғәйнулла ағай Ғөбәйҙуллиндан 1998 йылда 15 пар итеп эшләтеп алғайным. Уларҙы майлап, үтекләйбеҙ ҙә һаман да рәхәтләнеп йөрөйбөҙ. Беҙҙең тәрән ҡарлы ҡыш көндәрендә ағастан яһалған был саңғылар һәйбәт шыуа, юл ярырға шәп. Тәүҙә уларҙа ҡайыш тора ине, һуңынан уңайлы эләктергестәр һатып алып ҡуй­ҙыҡ. Хәҙерге таяҡтар ҡарҙа батып ҡына бара, шуға ҡайһыларына үҙебеҙ ҙә ҡулайламалар яһайбыҙ, хатта банка ҡап­ҡастарын да ҡулланабыҙ, – ти уҡытыусы саңғы базаһын күрһәтеп.
Саңғылар ҙа күп бында, төрлөһө бар. Әйткәндәй, «Сода» берекмәһенең элекке директоры Вячеслав Титов Брәтәк мәктәбенә 20 пар саңғы алып биргән икән. Ул спортзалға маттар ҙа бүләк иткән булған. Спонсор аҡсаһына ботинкалар ҙа һатып алынған.
Илдар Ғәбитов мәктәптә бай ғына база булдырған. Шунһыҙ балаларҙы спортҡа йәлеп итеп буламы ни? Баш­ҡорт дәүләт педагогия университетында физкультура буйынса әҙерлек курсын ҡыҙыл дипломға тамамлаған уҡытыу­сының эшенә мөкиббән бирелгәнлеге күренеп тора. Уның өсөн мәктәп – үҙ өйө, уҡыусылар үҙ балалары кеүек, тиһәң дә дөрөҫ булыр. Дәрестәр юғары кимәлдә үтһен өсөн бар кәрәкле йы­һазды үҙ тырышлығы менән булдырыр­ға тырыша. Һайлаған һөнәрен, эшен яратҡан белгестәр шундай булалыр инде.
Туптар ҙа кәштә-кәштә булып теҙелеп киткән. Мәктәптә һәр уҡыусының үҙенең баскетбол, волейбол, футбол, бәреү өсөн тубы, һикергесе бар икән. Дәрестә һәр уҡыусыға туп нимәгә ул, тиһегеҙҙер, бәлки, һәр уйындың үҙенсәлеген аңлар, төрлө алымдарҙы өйрәнер өсөн кәрәк. Спорт залы бәләкәйерәк булғас, иркен итеп уйнау мөмкинлеге юҡ, тактикаға ҙур иғтибар бүленә.
Тағы шуныһына иғтибар иттем: мәктәп уҡыусылары, федераль белем биреү программаһына ярашлы, гимнастик күнегеүҙәрҙе лә эшләй белә. Зачёт бирәләр. Күп кенә ҡала мәктәптәренә лә өлгө түгелме был?
Ярыштарға әҙерләнергә дөйөм физик әҙерлек дәрестәре ярҙам итә. Уларҙа тәртип, сыҙамлыҡ, көс, йылғырлыҡ кеүек сифаттарҙы үҫтереү өҫтөндә эшләйҙәр. Шуға ла район ярыштарында ун бер йыллыҡ мәктәптәр менән типә-тиң ярышып, призлы урындар алалар­ҙыр. Ә бит Брәтәк тулы булмаған урта мәктәбендә уҡыусылар һаны ла сағыштырмаса әҙерәк – 75 бала. Синыфтарҙа ла күп түгелдәр. Ҡайһы бер ярыштар билдәле йәштәге ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында ойошторола бит. Мәҫәлән, саңғы буйынса. Команда тулы булһын өсөн уҡыусылар һаны етмәгән осраҡтар ҙа була, ҡайҙа ул иң-иңдәрҙе һайлап алыу мөмкинлеге? Шуға ла һәр баланы спортҡа ылыҡтырырға, еңеүгә дәртләндерергә тырыша уҡытыусылары. Уҙған уҡыу йылында Брәтәк уҡыусылары район мәктәптәре араһында саңғы буйынса – II, еңел атлетикала – III, эстафета буйынса – I, урыҫ лаптаһы һәм шахмат буйынса III урын яулаған. Баскетболдан ҡыҙҙар командаһы беренселекте алған. Әйткәндәй, туптарҙы ҡайҙан табып бөттөгөҙ, тигән һорауға Илдар Ғәбитов, йыл да КЭС-баскет ярышына теркәләбеҙ, унда ҡатнашҡас, мәктәпкә 3 туп бирелә, шулай йыйылып китте, тип яуап бирҙе.
Лиана Халиҡова, Гөлсирә Ситдиҡова, Алмас Ситдиҡов, Айгөл Йәғәфәрова, Әлиә Ишмырҙина, Рушан Йәғәфәров, Артур Шахморатов, Батыр Йәғәфәров кеүек спортсы уҡыусыларын ғорур­лыҡ менән атап үтте Илдар Йыһанур улы.
Бына ҡайҙа үҫә, тәрбиәләнә көслөләр, ҡыйыуҙар, етеҙҙәр! Мәктәптәрҙә Илдар Ғәбитов кеүек тынғыһыҙ, тырыш уҡытыусылар күберәк булһын ине.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Бөрйән районы.

Спортҡа һөйөү мәктәптән башлана
Спортҡа һөйөү мәктәптән башлана
Спортҡа һөйөү мәктәптән башлана
Спортҡа һөйөү мәктәптән башлана
Спортҡа һөйөү мәктәптән башлана
Спортҡа һөйөү мәктәптән башлана
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: