-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Ноғман Мусин исемендәге мәктәптә

«Мәңгелек урман» илендә урынлашҡан был мәктәп. Эйе, бөйөк әҫәрҙәр ижад иткән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуған ауылындағы белем усағын әйтәм. Әйткәндәй, уға 2021 йылда яратҡан яҙыу­сыбыҙҙың исеме бирелде.

Ноғман Мусин исемендәге башҡорт теле кабинетында
Ноғман Мусин исемендәге башҡорт теле кабинетында

Ҡолғона төпкөл ауылдарҙан һанала. Район үҙәгенән 90 километр самаһы алыҫлыҡта ул. Тауҙар араһында, Оло Шешәнәк йылғаһы буйында ултыра. Әммә унда балаларға төплө белем алыр, һәләттәрен үҫтерер өсөн шарттар етерлек. Ике ҡатлы заманса, бөтә уңайлыҡтары булған белем усағында уҡыйҙар. Әле мәктәптә – 90-дан ашыу ба­ла. Музей, интернат, ашхана, баҡсалары бар. Күрше Иҫке Һәйет, Кәбәс, Ял­тыран ауылдарынан балалар интернатта ятып уҡый. Улар­ҙы дүшәмбелә өйҙәренән «ГАЗ­ель» барып ала, йома илтеп ҡуя. 6 километр алыҫлыҡтағы Ҡалыу­айы­рынан иһә көн һайын автобус йө­рөтә.
2020 йылда мәктәптә һанлы һәм гуманитар йүнәлештәге «Үҫеш нөктәһе» үҙәге асылған. Унда конструкторлау (легокон), шахмат, 3D, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса өҫтәмә дәрестәр үтә. Ә башҡорт теле кабинеты Ноғман Мусин исемен йөрөтә. Бүлмәлә тәбиғәт йырсыһы булып танылған яҙыу­сының партаһы ла бар. Үткән көҙ ауыл халҡына яҡташтары менән уның 90 йәшенә арнал­ған юбилей тантанаһында осрашыу бәхете тейгәйне. Шунда мәктәпкә Ноғман Мусин исеме бирелеүе айҡанлы таҡтаташ та ҡуйылды, 20 төп миләш ағасы ултыртылып, Ноғман аллеяһы барлыҡҡа килде.
Данлыҡлы яҡташтары менән ғорурланып, уның ижадын өйрәнеп үҫә ҡолғоналар. Яҙыусының бай экспонатлы йорт-музейы ла бар ауылда. Өйҙө Ноғман Мусинға 70 йәшенә урман хужалығы министрлығы бүләк иткән. Тәүҙә ижад йорто булһа, 2016 йылдан музей итеп үҙгәртелә. Китаптары ғына түгел, ҡомартҡы булып һаҡланған шәхси әйберҙәре, балта оҫтаһы булараҡ, эш ҡоралдары, үҙе үргән сабата ла ҡуйылған. Был музей­ҙы күрергә күрше ауылдарҙан ғына түгел, башҡа райондарҙан да уҡыусылар, әҙәбиәт һөйөүселәр килә.
Балалар өсөн Ноғман Мусин ижады буйынса асыҡ дәрестәр, төрлө кисәләр, байрамдар йыш үткәрелә. Күптән түгел музей етәксеһе Лилиә Шәйхрахман ҡыҙы Мөхәмәҙуллина III һәм IV синыф уҡыусылары өсөн «Һунарсы хикәйәләре» китабынан «Етемәк болан балаһы» хикәйәһе буйынса дәрес үткәргән. Унда ағинәйҙәр, уҡытыусылар һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашып, кескәйҙәргә әҫәр буйынса фекерҙәрен еткергән, уларҙы уйланырға мәжбүр иткән. Балалар ҙа әүҙемлек күр­һәткән.
Ҡолғоналарҙың әҙәбиәтте яратыуын уларҙың бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашыуы ла дәлилләй.
– Әле балалар уҡытыусылары Илвира Мәхмүт ҡыҙы Мусина менән «Урал батыр» конкурсының район этабына әҙерләнә. I синыфтан Рамаҙан Мусин, бишенсенән Гөлиә Вәлиева, бишенсенән – Ләйсән, етенсенән Алһыу Хужәхмәтовалар, һигеҙенсенән Ләйсән Латипова башҡорт, урыҫ, хатта инглиз, француз телдәрендә эпос юлдарын ятлаған. I синыфтан Наҙгөл Ғөбәйҙуллина ла тырыша. Ул Рамаҙан Мусин менән «Минең Рәми» шиғриәт конкурсында ла ҡатнаша. «Бәйләнештә» социаль селтәрендә ойошторолған бүтән бәйгеләрҙә лә һынатмайҙар. Шағирә Гүзәл Ситдиҡова үткәргән конкурстан да ситтә ҡалманыҡ. Мартта «Мин һәм донъя» район ярышында «Йәш таланттар» номинацияһында VIII синыфтан Ләйсән Латипова менән етенсе­нән Инсаф Вәлиев француз телендә йыр башҡарып, унынсы­нан Әлиә Диниева яңғыҙ йырлап, II дәрәжә диплом алды. Әлиә «Һылыуҡай» муниципаль конкурсында ла II урын яулап ҡыуандырҙы. Етенсенән Сабина Ғүмәрова башҡорт теле олимпиадаһында муниципаль этапта призёр булды, – ти директор урынбаҫары Айгөл Фәнәүи ҡыҙы Иҫәнғолова.
Әйткәндәй, Ҡолғонала икенсе сит тел итеп французса өйрәнәләр. Балалар ауылда 2016 йылда асылған социаль-мәҙәни үҙәктә лә йыш була. Үҙҙәрендә үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Былтыр виртуоз ҡумыҙсы Миндеғәфүр Зәйнетдинов ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтеп киткән. Хәҙер ҡумыҙ ансамбле бар, төрлө байрамдарҙа матур итеп сығыш яһайҙар.
Бында уҡыусылар өсөн нәфис һүҙ оҫталығы, спорт, шахмат ярыштары ла ойошторола. Ҡыҙҙар ҡул эштәре түңәрәгенә ихлас йөрөй.
Шулай йәшәй халыҡ яҙыу­сыһының тыуған ауылында балалар. Күренекле яҡташтары рухына тоғро булып үҫәләр.


Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Ишембай районы.

"Үҫеш нөктәһе" үҙәгендә - шахмат дәресе.
Әлиә Диниева.
VII синыфтан Сабина Ғүмәрова.
Дүртенселәр Исмәғил Дәүләтшин, Ғәзим Хәбиров, Арсен Вәлиев, Айгөл Фәнәүи ҡыҙы менән 3D принтерҙы эшкә әҙерләй.
"Лего-конструкторлау түңәрәге оҡшай", - ти балалар.
"Үҫеш нөктәһе" үҙәгендә - шахмат дәресе.
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: