-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бер быуатлыҡ тарихы бар

Районда ғына түгел, республикала ла танылған, бихисап күренекле шәхестәр тәрбиәләгән Яҡшымбәт мәктәбе үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Уны ошо ваҡыт арауығында 3 мең 123 уҡыусы тамамлай. Бер быуатлыҡ тарихы булған был белем усағы данлыҡлы күҙ табибы, академик, профессор Марат Аҙнабаев, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре Румил Аҙнабаев, Сынтимер Баязитов, Башҡортостандың халыҡ артистары Фирҙәт Ғәлиев, Рөстәм Исхаҡов, атҡаҙанған артистар Таһир Искәндәров, Зифа Дәүләтбаева, йырсы, композитор Рәүеф Сәлтәшев һәм башҡа бик күп сығарылыш уҡыусылары менән ғорурлана.Ҙур тантана алдынан мәктәп директоры Гөлнур Ҡотдос ҡыҙы Аҡһарова менән әңгәмәләшеп алдыҡ.

Бер быуатлыҡ тарихы бар
Бер быуатлыҡ тарихы бар

– Байрамығыҙҙы ниндәй кәйеф менән ҡаршылайһығыҙ?
– Бер быуатлыҡ юбилей – беҙҙең өсөн ҙур дата, иҫтәлекле көн, уға ныҡлап әҙерләндек. Кәйефебеҙ күтәренке, күңелдә шатлыҡ, шундай мәктәптә эшләүебеҙ менән бәхетлебеҙ. Бының менән ғорурланабыҙ.
Эйе, беҙҙең уҡыу йорто районда ғына түгел, республикала ла билдәле. Уҡыусыларыбыҙ ҙа, уҡытыусылар ҙа төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, еңеүҙәр яулап тора. Һынатмаҫҡа, гел алда барырға, телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр тәрбиәләргә тырышабыҙ. Әйткәндәй, уҙған уҡыу йылында һигеҙ мәктәп тамамлаусының бишәүһе: Карина Бикмаева, Рузана Сынбулатова, Айбулат Бикмаев, Тимур Фәйзуллин, Азамат Хәй­буллин – юғары уҡыу йортона, ә өсәүһе колледжға уҡырға инде.
Мәктәптең тарихына килгәндә, беҙҙә ул 1922 йылда Совет власы осоронда асыла. Гөлйыһан Искәндәрова тәүге уҡытыусы була. Уның менән Мөкәрәмә Рахман­ғолова, Мөтиғулла Мөхәмәтов, Камалетдин Сәлтәшев, Хәҙисә Сәлтәшева эшләгән. 1937/1938 уҡыу йылында Яҡшымбәт мәктәбе ете йыллыҡҡа әйләнә, директоры Хөснөтдин Күскилдин була. Унан һуң Мәрйәм Исхаҡова, Лоҡман Сөләймәнов, Зиннур Әҙеһәмов, ә 1952 йылда белем усағыбыҙ урта мәктәп булып киткәс, Хөснөлхаҡ Камалетдинов етәкселек итә башлай. 1961 – 1974 йылдарҙа Биктимер Хәлилов директор булғанда иҫкеһенән яңы бинаға күсәләр. 1978 йылда ике ҡатлы интернат һалына. Уның беренсе ҡатында ашхана була.
1980 – 1984 йылдарҙа Салауат Нафиҡов директор вазифаһын башҡара. Был осорҙа хеҙмәт тәрбиәһенә ныҡ иғтибар бүленә.
1986 йылдың 23 февралендә мәктәптең тыуған яҡты өйрәнеү музейы асыла. Ул директор Рәйсә Дәүләтбаева, урынбаҫары Наилә Кинйәбаеваның башланғысы менән ойошторола. Уны асыуҙа һуғыш ветераны, тарих уҡытыу­сыһы Әхмәҙи Исмәғилев ҙур өлөш индерә. Хәҙерге мәлдә был эште география уҡытыусыһы Зилә Түләкова дауам итә.
1997 йылдың 4 апрелендә яңы ике ҡатлы мәктәпте асыу тантанаһы булды. Ул хәҙер Башҡорт дәүләт педагогия университетының тәжрибә майҙансығы һанала. Фәнни етәксеһе – педагогия фәндәре докторы, профессор Рәйсә Дәүләтбаева.
– Мәктәп уҡытыусылары менән көслө, тиҙәр. Ә һеҙҙең коллектив нисек?
– Беҙҙең мәктәптә лә көслө, үҙ эшен яратҡан, һәр береһенә таянырлыҡ уҡытыусылар туп­лан­ған. Улар илһамланып эш­ләй, эҙләнә, уҡыусыларға заман талаптарына ярашлы белем би­рә. Мәктәбебеҙҙә оҙаҡ йылдар эшләгән остаздар күп. Йәш уҡытыусыларға музей етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Зилә Түләкова, Ғәлиә Хәйбуллина, Баш­ҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғылары Рузалиә Айҙарова, Гөлгөнә Абдуллиналар өлгө булып тора. Урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлмира Вәлитованың уҡыусылары Бер­ҙәм дәүләт имтиханын гел яҡшы тапшыра. Башланғыс синыфтар уҡытыусылары Фәнүзә Хәлитова менән Айгөл Бикмаеваның кескәйҙәре һәр сарала әүҙемлек күр­һәтә. Шул уҡ Зилә Түләкова, Рузалиә Айҙарова, Гөлгөнә Абдуллина, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Азат Ғәлиев район кимәлендә һөнәри бәйгелә еңеп, республика конкурсында ҡатнашты. Номинацияға лайыҡ булдылар.
2022 йылда мәктәбебеҙҙә «Үҫеш нөктәһе» үҙәге асылды. Балалар Айгөл Мәҡсүтова һәм Зөһрә Бир­ҙина етәкселегендә биология, химия, физиканы төплө өйрәнәсәк.
– Һеҙҙең төп байлығығыҙ – уҡыусыларығыҙ. Әле мәктәптә нисә бала белем ала?
– Беҙҙә 118 уҡыусы. Яҡшымбәттән башҡа күрше Яңы Юл, Ҡотлоюл, Көйөргәҙе, Үрге Баба, Урта Баба, Түбәнге Баба ауылдарынан йөрөп уҡыусылар бар. Уларҙы ике автобусыбыҙ көн һайын ике маршрут буйынса иртән барып ала, аҙаҡ кире илтеп ҡуя. Интернатыбыҙ бар, теләүселәр унда ятып уҡый.
Балаларыбыҙ районда, республикала уҙған сараларҙа, бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша. Былтырғы уҡыу йылында XI синыфтан Айгизә Бикмаева, VII синыфтан Айзилә Саттарова, Айбулат Кинйәкәев республика шиғыр һөйләүселәр ярышында призлы урындар яуланы. Айгизәбеҙ баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала Рәхмәт хаты алып та һөйөндө. Ә Айзилә «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында районда Гран-при эйәһе булды, республика этабында ҡатнашты. Шул уҡ бәйгелә командабыҙ был ҡобайырҙы сәхнәләштереп, районда еңде, республика буйынса «Яҡшы һөҙөмтәләр өсөн» тигән Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Илдан Исмәғилев фәнни-ғәмәли конференцияларҙа һынатмай, «Солтангәрәев уҡыуҙары», «Исҡужин уҡыуҙары», «Шәжәрә» бәйгеләрендә призлы урын алды.
Йыр-бейеү, спорт буйынса ла мәктәп данын күтәреүселәр күп.
– Үҙегеҙҙәге «Искра» ауыл хужалығы предприятиеһын һеҙҙең сығарылыш уҡыусыһы етәкләй. Ул туған мәктәбен онотмаймы?
– Рәмил Ғиниәт улы Мостафин Яҡшымбәт мәктәбен 1973 йылда тамамлай. Беҙҙе бер ҡасан да онотҡаны юҡ. «Искра» ауыл хужалығы кооперативы менән 33 йыл етәкселек итә. Шундай хәстәрлекле хужа. Йыш ҡына уға йомош менән барырға тура килә: төрлө эш башҡарырға техника кәрәкһенме, спонсор ярҙамымы – бер ҡасан да үтенесебеҙҙе кире ҡаҡмай.
Элекке уҡыусыларыбыҙҙан Марат ағай Аҙнабаев та, Көйөргәҙе район советы сәркәтибе Әхәт Исламғолов менән район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Урал Ибраһимов та хәлебеҙҙе белешеп тора. Яңыраҡ Стәрлетамаҡтан артист Рәсил Сынбулатов та үҙенең труппаһы менән мәктәптә осрашыуҙа булып китте. Уларҙың бөтәһенә лә рәхмәт әйтәбеҙ.
– Ветеран уҡытыусылар менән бәйләнеш бармы?
– Уларҙы ла, мәктәптә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәткәрҙәр­ҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Байрамдарға, осрашыуҙарға киләләр. Өйҙәренә барып ҡотлайбыҙ, бүләктәр тапшырабыҙ. Кәрәк икән, ярҙам да итәбеҙ.
– Әңгәмә өсөн рәхмәт, Гөлнур Ҡотдос ҡыҙы. Белдек инде, Яҡшымбәт мәктәбе гөрләп эшләй. Киләсәктә лә яулайһы уңыштарығыҙ мул булһын. Мәктәбегеҙҙең барлыҡ бөгөнгө һәм элекке уҡыу­сыларын, уҡытыусыларын юбилей менән ҡотлайбыҙ!

Мирсәйет ЮНЫСОВ.
Көйөргәҙе районы.

Бер быуатлыҡ тарихы бар
Бер быуатлыҡ тарихы бар
Бер быуатлыҡ тарихы бар
Бер быуатлыҡ тарихы бар
Бер быуатлыҡ тарихы бар
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: