-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Бер осрашыу — үҙе бер ғүмер

Яңы Ергәндә булған бар, әммә мәктәбен күргән юҡ ине. Бына юл төштө. Был белем усағында райондың мәктәп китапханасылары йыйылғайны. Бер юлы улар менән күрешергә, бындағы яңы асылған «Үҫеш нөктәһе» үҙәге менән танышырға форсат табылды.

Бер осрашыу —  үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу — үҙе бер ғүмер

– Беҙҙең мәктәптә 61 бала уҡый, – ти директор Ғәлиәхмәт Әхмәтхан улы Рәхмәтов. – Һәр яҡлап та һынатмаҫҡа тырышабыҙ. Төрлө олимпиадаларҙа, бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашып торабыҙ. Бигерәк тә спорт буйынса уңыштарыбыҙ күп. Гер күтәреү, милли көрәш буйынса районда ғына түгел, республика кимәлендә лә еңеүсе, призёр булған спортсыларыбыҙ бар. Улар мәктәп данын күтәрә, беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Мәҫәлән, гер күтәреүҙә IX синыфтан Денис Модин республика ярышында II урын яуланы. Ә былтыр­ғы сығарылыш уҡыусыбыҙ Никита Сабин милли көрәш буйынса ике тапҡыр Рәсәй чемпионы булып танылды. Йәш спортсылар физкультура уҡытыусыһы Фәнис Рәшит улы Туҡбаев етәкселегендә шөғөлләнә.
Төрлө фәндәр­ҙән олимпиадаларҙа ла ҡатнашабыҙ. IX синыфтан Лиана Күсәкова – урыҫ теленән, ә унынсынан Анель Рәхмәтова донъя художестволы мәҙәниәтенән республика бәйгеһенә барасаҡ.
Бишенселәр, алтынсылар менән осрашыу булды. Улар араһында ла «дүртле» һәм «бишле»гә генә уҡыусылар күп. Беҙҙе бигерәк тә VI синыфтан Кәрим Рәхмәтов һоҡландырҙы. Ул атлай алмай. Шулай булһа ла, коляскала мәктәпкә йөрөп уҡый. Һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнһә лә, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып тора. Ҡул эштәре буйынса оҫта, матур итеп һүрәт төшөрә. Блогер ҙа икән үҙе. Өфөлө «Таланттар йондоҙлоғо» фестивалендә булып ҡайтҡан, бүләк алып һөйөнгән.
– Унда мин шиғыр һөйләнем, – ти Кәрим.
Был мәктәптә «Үҫеш нөктәһе» үҙәге асылыуына ҡыуанып бөтә алмайҙар. Физиканы, биологияны, химияны ныҡлап өйрәнеү өсөн мөмкинлектәр асылды бит. Уҡыусылар VIII синыфтан матур итеп йыһазландырылған бүлмәлә белемдәрен арттыра. Хәҙер инде уларға был фәндәр­ҙән олимпиадаларға, төрлө фәнни-ғәмәли конференцияларға әҙерләнеү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Мәҫәлән, яңыраҡ һигеҙенсенән Алтынай Ҡәйепова менән Нургизә Рәхмәтова биологиянан район бәйгеһендә ҡатнашып ҡайтҡан. Был ҡыҙҙар мәктәптә әүҙемлеге менән айырылып тора икән. Нургизәнең ҡул эштәренә оҫта икәнлеген дә белдек. Әсәһе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйфә Хәмиҙулла ҡыҙы менән алҡа эшләргә өйрәнеп алғандар. Районда уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе уҙған саҡта ойошторолған күргәҙмәлә ҡатнашҡандар.
– «Үҫеш нөктәһе» үҙәктәре районыбыҙҙа артҡандан-арта ғына. Быйыл Маҡанда, Мәмбәттә, Степнойҙа һәм беҙҙең мәктәптә лә асылды. Бының өсөн район етәкселәренә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, – ти мәктәптең уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Рәшиҙә Әхтәм ҡыҙы Йәнбирҙина.
Был белем усағында тыуған яҡты өйрәнеү музейы ла бар. Быйылғы уҡыу йылында асыл­ған. Етәксеһе тарих уҡытыу­сыһы, китапханасы Ольга Александровна Сәйфуллина икән.
– Экспонаттарҙы бөтә ауыл менән йыйҙыҡ, тиһәк тә була. Олоһо ла, кесеһе лә әүҙемлек күрһәтте, – тип беҙҙе музей менән таныштырҙылар.
Боронғо стена сәғәте, ҡул менән кер йыуыу ҡоролмаһы, сабаталар, кәзә тарағы, талдан үрелгән мурҙа, кәрзиндәр, ҡаҙ, тауыҡ оялары, филтәле шәм, күмер үтеге... Нимәләр генә юҡ унда! Һоҡланып ҡарап сыҡтыҡ.
Шуныһы үҙенсәлекле: музей өсөн урын китапхананан бүленгән. Былай отошло ла кеүек. Бер ингәндә китаптар, гәзит-журналдар ҡарап сығаһың, музей экспонаттары менән дә танышаһың.
Был көндө мәктәпкә район китапханасылары ла йыйылғайны, тигәйнек. Эш тәжрибәләре менән уртаҡлашырға килгәйнеләр.
– Районыбыҙҙа 19 мәктәп китапханаһы бар, һәр береһендә лә «Йәншишмә» урын алған. Беҙҙә һеҙҙең гәзитте яратып уҡыйҙар, – тип ҡыуандырҙы улар.
Күпте күреп, күпте белеп ҡайттыҡ Яңы Ергәндән. Беҙ был мәктәптә лә дуҫтарыбыҙ артыуын теләйбеҙ.

М. ӘБЕШЕВ.
Хәйбулла районы.

Бер осрашыу —  үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу —  үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу —  үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу —  үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу — үҙе бер ғүмер
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: