-9 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Нисек йәшәйһең, ауыл мәктәбе?

Мәктәпкә килеп ингәс тә бар ерҙә бөхтәлек күҙгә салына. Тәртип ишек төбөнән башлана, тигәндәй, уҡыусыларҙың аяҡ кейемдәре матур итеп теҙеп ҡуйылған. Иҙәндәге балаҫ та тап-таҙа. Шулай һоҡланып ҡарап торһам, мине ниндәйҙер йылы һәм сихри нур сорнап алды. Ҡапыл күҙ алдыма Фатима өләсәйемдең һыны килеп баҫты. Ныҡ тулҡынланып киттем. Был күренеште бер нисек тә аңлата алмайымсы. Әллә уның тыуған ауылына килеүем өләсәйемдең рухын ҡыуандырҙымы икән...

Нисек йәшәйһең, ауыл мәктәбе?
Нисек йәшәйһең, ауыл мәктәбе?

«Һаумыһығыҙ!» тигән тауышҡа терт итеп ҡалдым. Ҡаршымда йылмайып директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Гөлфиә Нотфулла ҡыҙы Хажиәхмәтова баҫып тора ине. Уның менән коридор буйлап, төпкә үтәбеҙ. Каникул алдынан юл ҡағиҙәләрен ҡабат иҫкә төшөрөп алыу өсөн линейкаға теҙелгән икән уҡыусылар. Был мәктәптә «Йәншишмә»не яратып уҡыйҙар. Дуҫтарыбыҙ күп. Гәзитебеҙ ойошторған «Әсәм теле – сәсән теле» конкурсында еңеү яулаған II синыф уҡыусыһы Алтынай Теләүсинаға редакцияның Почёт грамотаһын, календарын һәм Әлфиә Әсәҙуллинаның «Күлсумғанға ни булған» китабын тапшыр­ҙыҡ. Бүләгенә ныҡ ҡыуанды ул, йөҙө ҡояштай балҡый ине. Үҙе лә бик шәп ҡыҙыҡай булып сыҡты. Мәктәптә «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә үткәрелгән төрлө бәйгеләрҙә лә һынатмай. Өйҙә әсәһенең ҙур ярҙамсыһы. Һауыт-һаба йыуа, ҡош-ҡорттарҙы ла ҡараша. Берәй ярыш, конкурс булһынмы – ҡатнашырға атлығып тора икән.
Беҙҙең менән осрашыуға Алтынайҙың әсәһе лә килеп еткәйне. Ләйлә Тәлғәт ҡыҙы ауыл китапханаһында эшләй. «Йәншишмә»нең тоғро дуҫы ул.
– Ҡыҙым бигерәк тә әкиәттәр уҡырға ярата. Бәләкәйҙән шулай өйрәттем. Йоҡлар алдынан гел әкиәт һөйләй торғайным. Әле китапхананан күп итеп китап алып ҡайта ла рәхәтләнеп шуларҙы уҡый.
«Йәншишмә» гәзите үткәргән «Әсәм теле – сәсән теле» бәйгеһе барыуын белеп ҡалған да унда ла ҡатнашырға булды. «Татыу туғандар» тигән әкиәте матур ғына килеп сыҡты. Бына бөгөн бүләген алып һөйөндө. Алтынай бейергә лә ярата. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылда ныҡлап шөғөлләнер өсөн түңәрәк юҡ шул, – тип һөйләне әсәһе.
Осрашыу ҡыҙыҡлы булды. Балалар менән ихлас аралаштыҡ.
Гөлфиә Нотфулла ҡыҙы:
– Уҡыусылар, «Йәншишмә»гә 2023 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу башлана. Гәзиткә яҙылабыҙмы? – тип һорағас, балалар бер тауыштан:
– Эйе, – тип яуапланы.
– Ысынлап та, был гәзит менән дуҫлығыбыҙ ныҡ булырға тейеш, – тип һүҙен дауам итте директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары. – «Яҙыл да бүләк от!» уйынында беҙҙә уҡып киткән Вәхит Ҡашҡаров төп бүләк – 18 тиҙлекле велосипедты отоп, тарих­ҡа инеп ҡалды. Гәзиткә яҙылып, һеҙ ҙә был отош уйынында ҡатнаша алаһығыҙ.
Әле алдығыҙҙа баҫып торған яҡташыбыҙ, журналист Зөһрә Хәкимова «Йәншишмә»-бүләк» изгелек кәштәһе» акцияһы ойоштороп, күп балалы ғаиләләргә гәзит-бүләк яҙҙырғайны. Беҙҙең мәктәптән был бүләк Зөбәржәт Игебаева менән Зөлхизә Теләүсинаға тәтене. Хәҙер бына улар «Йәншишмә»не рәхәтләнеп уҡый. Бының өсөн редакцияға һәм Зөһрә апайығыҙға рәхмәт әйтәбеҙ.
Ишмырҙа мәктәбендә 83 бала белем ала. Үҙенең ашханаһы, китапханаһы, компьютер бүлмәһе, спорт залы һәм тыуған яҡ тарихына арналған музейы бар. «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Һәр баланың уңышы» проекты буйынса капиталь ремонт үткәрелеп, 2021/22 уҡыу йылында спорт залы яңы һулыш алған. Мәктәптә «Үҫеш нөктәһе» бүлмәләре лә бар. Ҡыҙҙар, малайҙар заманса ҡорамалдар ярҙамында химия, биология һәм физика фәндәрен яңы форматта үҙләштерә.
Уҡыусылар район, республика кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып тора, төрлө номинацияларҙа призлы урындар ала, мәктәп данын күтәрә. Кесе фәндәр академияһы ойошторған фәнни-ғәмәли конференцияларҙа Нургизә Әфләтүнова «Репрессия ҡорбандары», Илзидә Кинйәбаева «Йорт һалыу йолалары» тигән эҙләнеү эштәрен яҡлап, районда призёр булған (етәкселәре – Вәлимә Минтимер ҡыҙы Сыңғыҙова). Хайуандар яратҡан Илгинә Хажиәхмәтова «Ҡулға эйәләштергән өсөн үҙебеҙ яуаплы» исемле ижад эше менән Баймаҡта еңеүсе булһа, республика буйынса призёр исемен яулап ҡайт­ҡан. Башҡорт шағиры, прозаик, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре Гү­зәл Ситдиҡова ойошторған шиғырҙар бәйгеһендә Латифа Маликова – еңеүсе, ә Арыҫлан Ниғмәтов һәм Инсаф Сапаров Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән (етәкселәре – Гөлфиә Нотфулла ҡыҙы Хажиәхмәтова). Шулай уҡ Әҙилә Иш­мыр­ҙина район кимәлендә үткәрелгән «Һаумы, һаумы, әкиәт!», «Ҡурсағым милли кейемдә» бәйгеләрендә иң-иңе бул­һа, «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр ярышында ла күптәрҙе һоҡлан­дыр­ған. Амелия Фәйзуллина менән Наҙгөл Мөрсәлимова – «Биҙәк» республика милли мәҙәниәт фестивалендә, Фи­далиә Кин­йәбаева «Йырла, башҡорт балаһы» район бәйгеһендә ҡатнашып, II урын яулаған. «Минең өй музейым» конкурсында ла Фидалиә призёр булған (етәкселәре – Вәлимә Минтимер ҡыҙы Сың­ғыҙова). Ул Нәбирә ҡарт өләсәһенән ҡалған ҡомартҡы әйберҙәре тураһында һөйләгән.
Әйткәндәй, был белем усағында уҡыу­сыларҙың ҡоролтайы әүҙем эшләп килә. Район, ауыл тарихын, шәжәрәләрен өйрәнәләр. Телебеҙҙе һаҡлауға, үҫтереүгә үҙ өлөштәрен индерәләр. Үҙ тамғалары, йырҙары, милли биҙәкле кейемдәре лә бар.
Бына шулай мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй ишмырҙалар. Улар менән осрашып, әүҙемлектәренә, яулаған уңыштарына һоҡланып ҡайттым.

Зөһрә ХӘКИМОВА.
Баймаҡ районы.

Нисек йәшәйһең, ауыл мәктәбе?
Нисек йәшәйһең, ауыл мәктәбе?
Нисек йәшәйһең, ауыл мәктәбе?
Нисек йәшәйһең, ауыл мәктәбе?
Нисек йәшәйһең, ауыл мәктәбе?
Нисек йәшәйһең, ауыл мәктәбе?
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: