-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Нисек йәшәйһең, ауыл мәктәбе?

Мәктәп булһа, ауыл да йәшәр, тиҙәр. Сәйғәфәрҙәге белем усағы тау башында урынлашып, әллә ҡайҙан күренеп, балҡып ултыра. Ауылдың биҙәге бит ул!

Нисек йәшәйһең, ауыл мәктәбе?
Нисек йәшәйһең, ауыл мәктәбе?

Әле мәктәптә 60 бала белем ала, 13 уҡытыусы эшләй. Беҙҙе ихлас ҡаршы ал­ды улар. Килеп инеү менән бар ерҙә лә таҙалыҡ, бөхтә­лек күҙгә ташлана. Иң мөһи­ме, йылы бында. Белем уса­ғы етәксеһенең уң­ған, хәстәрлекле икәнлеге һиҙелә. Эйе, директор Рәжәп Рәсүл улы Мырҙабулатов тынғы­һыҙ кеше инде. Ҡулынан килмәгәне юҡ. Йүнәтеү, тө­ҙәтеү эштәрен «һә» тигәнсе үҙе башҡарып ҡуя икән. Әл­биттә, коллективы ла етәксене ҡеүәтләп кенә тора.
Мәктәп менән яҡындан танышыуҙы башланғыс синыфтарҙан башланыҡ, сөнки беҙҙе «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркө­мөбөҙҙә ойошторолған «Беренсе синыфҡа барам» конкурсында III урын яулаусы Илгизә Иҫәнғолова ашҡынып көтә ине. Кескәйҙәргә уҡытыусы Нәзирә Борхан ҡыҙы Ғәлина белем бирә. Шундай әүҙем, илгәҙәк, ихлас бит әле үҙҙәре. Беҙҙең килеүҙе алдан белеп, матур-матур һүрәттәр төшөргәйнеләр.
Был мәктәптең өсөнсө һәм һигеҙенселәрен дә күрге килә ине, сөнки улар ике йыл рәттән «Йәншишмә»гә – синыф менән» акцияһында ҡатнаша һәм баҫманы яратып уҡый. Һигеҙенселәрҙең синыф етәксеһе Гөлназ Риф ҡыҙы Килдеғошова урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Улар төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Әйткәндәй, өсөнсөләр ха­ҡында гәзитебеҙҙә яҙ­ғайныҡ инде.
Башҡорт теле һәм әҙә­биәте уҡытыусыһы Дилә Әмир ҡыҙы Райманова балаларҙа илһөйәрлек, телһөйәрлек тәрбиәләп кенә ҡал­май, үҙе етәкләгән мәктәп китапханаһында төрлө фә­һемле, ҡыҙыҡлы саралар үткәреп тора икән. Мәҫәлән, VII синыф уҡыусыһы Зөһрә Солтанова (етәксе­һе – Нәзирә Ғәлина) 2021 – 2022 уҡыу йылында районда үткән «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең 24-се төбәк-ара конкурсында I урынды яулап, Маҡтау ҡағыҙы һәм ҡиммәтле бүләк алып ҡайт­ҡан.
Тарих һәм хеҙмәт, һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Фир­ғәт Һиҙиәт улы Истәковтың дәрестәре лә бик ҡы­ҙыҡлы үтә. Ул уҡыусыларҙа Тыуған илгә һөйөү, ихтирам һәм патриотик рух тәрбиәләй. Балалар ҙа төрлө конкурста ҡатнашып, призлы урындар яулап ҡына тора икән. Һынлы сән­ғәт буйынса республика бәйгеһендә VIII синыф уҡыусыһы Гөлшат Юнысбаева ла уңышҡа ирешкән.
Математика уҡытыусы­һы Зөлфирә Әнүәр ҡыҙы Мыр­ҙабулатова үҙ эшенә яуаплы ҡарай. Берҙәм дәүләт имти­хандарына балаларҙы ентек­ле әҙерләй. Уҡыусылары ла һы­науҙы уңышлы тапшыра.
Ә инглиз теле уҡытыу­сыһы Әхтәм Әхәт улы Килдеғошовтың дәрестәрендә балалар төрлө тарафтарға «сәйәхәт» итеп, шул илдәр­ҙең мәҙәниәте менән та­ныша, үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәт туплай.
Мәктәп яны участкаһында өлкән синыф уҡыусыла­ры биология уҡытыусыһы Ирәмән Илһам улы Алсын­баев етәкселегендә төрлө йәшелсә-емеш һәм сәскәләр үҫтерә. Йәй көндәрендә тырышҡас, көҙ көнө уңыш та көттөрмәй. Бына шулай уҡыу йылы бөткәнсе үҙҙәренең ашханаһында рәхәтләнеп витаминлы аҙыҡтар менән туҡланалар. Әйткәндәй, мәктәптең ашнаҡсылары ла маҡтауға лайыҡ. Күптән түгел Миңзәлә Йы­һанур ҡыҙы Исхаҡова Өфөгә барып Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусевтың ҡулынан Рәхмәт хаты алып һөйөнгән.
Спорт яратыусылар ҙа күп бында. Балалар  һау-сәләмәт үҫһен өсөн физкультура уҡытыусыһы Шәрифйән Мөхәмәҙиә улы Мырҙабулатов бик күп көс һала. Үҙҙә­рендә, район күләмендә үткәрелгән ярыштарҙа уҡыу­сылар ихлас ҡатнаша, приз­лы урындар яулап тора.
Беҙҙә 1996 йылдан «Дуҫлыҡ» бейеү студияһы гөрләп эшләй. Етәксеһе – Гүзәл Мөхәмәт ҡыҙы Рәхимова. Байтаҡ йылдар үҙе лә райондың күренекле «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә сығыш яһаған. Әле студияла 50-нән ашыу бала 4 төркөмгә бүленеп, ҙур теләк менән шөғөлләнә. Уҡыусылар район, республика күләмендә үткәрелгән төрлө конкурс­тарҙа әү­ҙем ҡатнаша. Коллективтың репертуары башҡорт халыҡ бейеүҙәренән тыш, урыҫ, мари, татар ха­лыҡ­та­рының рухи ынйылары менән дә байытылған. Улар – ауылда, мәктәптә үткәрелгән бар мәҙәни сара, байрамдарҙың биҙәге. Балалар үҙҙәренең бейеүҙәре менән тамашасыларға шатлыҡ һәм күңелле минуттар бүләк итә, – ти мәктәптең уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Нәзирә Борхан ҡыҙы.
Был мәктәптә һоҡландырҙылар, ҡыуандырҙылар. Гәзитебеҙ дуҫтарының күп булыуы ла һөйөндөрҙө.
Зөһрә ХӘКИМОВА.
Баймаҡ районы.

Нисек йәшәйһең, ауыл мәктәбе?
Нисек йәшәйһең, ауыл мәктәбе?
Нисек йәшәйһең, ауыл мәктәбе?
Нисек йәшәйһең, ауыл мәктәбе?
Нисек йәшәйһең, ауыл мәктәбе?
Нисек йәшәйһең, ауыл мәктәбе?
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: