-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Берҙәмлектә, әүҙемлектә – көстәре

Был мәктәпкә һоҡланмау мөмкин түгел. Районда, хатта республикала уға тиңдәр бик һирәктер. Барған һайын ниндәйҙер яңылыҡ, ҡыуаныслы хәбәрҙәрен ишетеп ҡайтаһың. Бер түгел, ике шайморатовсылар синыфы, кадеттар бар ине. Бына әлеге генә агросиныф асып ебәрҙеләр.

Берҙәмлектә, әүҙемлектә – көстәре
Берҙәмлектә, әүҙемлектә – көстәре

– Беҙҙең Яҡшымбәт ауыл хакимиәте биләмәһендә «Искра» тигән алдынғы хужалыҡ, уның хәстәрлекле етәксеһе Рәмил Ғиниәт улы Мостафин бар, – ти мәктәп директоры Гөлнур Ҡотдос ҡыҙы Аҡһарова. – Уларға алмаш әҙерләргә булдыҡ. Беҙҙең теләкте, башланғысты район хакимиәтендә лә хупланылар. Хакимиәт башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Урал Дамир улы Ибраһимов Өфөгә аграр университетҡа экскурсия ойошторҙо. Унда ошо агросиныфтың етәксеһе, информатика уҡытыусыһы Зөлфиә Йүнир ҡыҙы Исхаҡова менән уҡыусылар барып ҡайтты. Уҡыу йортон күргәндәр, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар булған. Шунан һуң әҙерлек эштәре башланды. Махсус программа төҙөлдө. Айырым бүлмә һайланып, тейешле йыһаздар, кәрәкле әйберҙәр алынды, матур итеп биҙәлде. Фатихаһын биргәне, ҙур ярҙам күрһәткәне өсөн Рәмил Ғиниәт улына рәхмәтлебеҙ. Ярай әле эргәбеҙҙә ул бар.

Бындай синыфтың асылыуына районда ла, ауылда ла ҡыуанып бөтә алмайҙар.

– Агроном һөнәрен өйрәнеү дәрестәренә VIII һәм IX синыфтарҙан барлығы 22 уҡыусы йөрөйәсәк, – тип һөйләне Зөлфиә Йүнир ҡыҙы. – Уларға белемде мин генә түгел, Башҡорт дәүләт аграр университетынан уҡытыусылар ҙа килеп бирәсәк. Шулай уҡ алдынғы аграр предприятиеларынан белгестәр ҙә саҡыраласаҡ. Уҡыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, өлгөлө ауыл хужалыҡтарына экскурсиялар ойоштороласаҡ. Стажировка үтеү, профилле лагерҙа булыу, проект эштәре яҙып, уны яҡлау – шундай мауыҡтырғыс донъя көтә агросиныфҡа йөрөүселәрҙе.

Мәктәптә ҙур тантана булғас, тәүге дәрес тә үткәрелгән. «Һөнәрҙәр калейдоскопы» тип аталған ул. Ата-әсәләре «Искра» ауыл хужалығында эшләгән балалар матур сығыш әҙерләгән. Ауыл ерендә ниндәй һөнәрҙе һайларға кәрәклеге, нисек уңышҡа ирешергә мөмкин булыуы тураһында һөйләшкәндәр. Дәрес ҡыҙыҡлы килеп сыҡҡан.

Эш башлана ғына әле. Уҡыусылар өсөн «Үҫемлекселек» тематик планы буйынса 34 сәғәтлек программа, йәғни аҙнаһына бер дәрес ҡаралған. Үҫемлектәр донъяһын ентекле өйрәнеү, ауыл хужалығы культураларын үҫтерергә белеү, заман технологияларын, әлеге аграр секторҙа кәрәкле һөнәрҙәрҙе үҙләштереү төп бурыстары буласаҡ. Яҡшымбәттәргә уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Әйткәндәй, агросиныфты районда тағы Яңы Мораптал, Керәүле-Илюшкинда ла асырға уйлайҙар. Бик хуп, күптән кәрәк ине.

Яҡшымбәттәрҙән күп нәмәгә өйрәнеп була. Быйыл сентябрҙә Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү синыфы ла асылған икән. Матур итеп биҙәлгән махсус бүлмәләре бар. Уҡытыусылары Динә Рәзиф ҡыҙы Лапина, Айгөл Нәғим ҡыҙы Бикмаева етәкселегендә башланғыс синыфтар бәләкәйҙән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнә, нисек бәлә-ҡаҙаларҙан һаҡланырға кәрәклеген белеп үҫә.

Кадет-полиция синыфы менән дә таныштыҡ. Бишенселәр алтау ғына икән үҙҙәре.

– Аҙ булһаҡ та, күп эш башҡарып өлгөрәбеҙ, – тип етәкселәре Рузалиә Әхмәҙи ҡыҙы Айҙарова. – Бер ҙә һынатмайбыҙ. Мәҫәлән, Рузилә Абдуллина, Рәсимә Фәйзуллина, Эльза Рахманғоловалар «дүртле» һәм «бишле»гә генә өлгәшә. Малайҙар спорт менән дуҫ булһа, ә ҡыҙҙарым «Йондоҙсоҡтар» бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Бөтәбеҙ ҙә «Йәншишмә»не яратып уҡыйбыҙ.

Киләсәктә уҡыусыларым араһынан бына тигән хоҡуҡ белгестәре, ҡыйыу, ғәҙел полицейскийҙар үҫеп сығыр, тип уйлайым.

Мәктәптәге йәш шайморатовсыларҙы ла маҡтағандан-маҡтағы килә. Ике синыф та – алтынсылар менән етенселәр – гел өлгө күрһәтә, тинеләр. Йәш шайморатовсы исемен йөрөтөүҙәре менән ғорурланалар. Улар тураһында беҙ гәзиттә яҙып сыҡҡайныҡ инде.Беҙҙе бигерәк тә уларҙың синыф менән «Йәншишмә»не алдырыуҙары һөйөндөрҙө. Бының өсөн етәкселәре Зилә Дамир ҡыҙы Түләковаға, Алмаз Фәйез улы Аҙнабаевтарға рәхмәт әйтәбеҙ. Алтынсы синыфтан Эльвина Бикмаева «Яҙыл да бүләк от!» уйынында Нептун аҡыллы колонкаһын отҡайны. Уға бүләген тапшырып ҡайттыҡ.

Яҡшымбәттәрҙең әүҙемлегенә, өлгөрлөгөнә хайран ҡалырлыҡ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға ярҙамды ла онотмайҙар. Ана, һигеҙенселәр, туғыҙынсылар, унынсылар һалдаттарға беләҙектәр үрергә тотонған. Был эшкә уларҙы Динә Рәзиф ҡыҙы Лапина менән Гүзәл Асҡар ҡыҙы Исхаҡова апайҙары өйрәтә икән.

– Был беләҙектәр һуғышта бик кәрәк, – тип аңлатты Гүзәл Асҡар ҡыҙы. – Уны һүтһәң, биш метрлыҡ ныҡ бау килеп сыға. Яралыларға тәүге ярҙам күрһәтеү, нимәлер бәйләү өсөн бик ҡулай.

– Беләҙек өсөн ниндәй епте ҡулланаһығыҙ? – тип тә ҡыҙыҡһынабыҙ.

– Паракорд бауын. Был ныҡ епте йәрминкәлә эшләгән аҡсаға һатып алдыҡ, – тине Гүзәл Асҡар ҡыҙы.

Сентябрҙең уртаһында бер партия беләҙектәрен ебәреп өлгөргәндәр. Уларға ҡушып, ике маскировкалау селтәрен дә һалғандар. Уныһын үреүҙә бөтә мәктәп – уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа ҡатнашҡан.

Берҙәмлектә, әүҙемлектә – көс! Шуны яҡшы аңлай яҡшымбәттәр.

 

М. ХӘЙБУЛЛИН.

Көйөргәҙе районы, Яҡшымбәт мәктәбе.

Илмир Ғәйнулов фотолары.

 

Берҙәмлектә, әүҙемлектә – көстәре
Берҙәмлектә, әүҙемлектә – көстәре
Берҙәмлектә, әүҙемлектә – көстәре
Берҙәмлектә, әүҙемлектә – көстәре
Берҙәмлектә, әүҙемлектә – көстәре
Берҙәмлектә, әүҙемлектә – көстәре
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: