+13 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2021, 13:15

"Салауат Юлаев" буласаҡ хоккейсыларҙы саҡыра

Шайбалы хоккей буйынса махсуслашҡан "Салауат Юлаев" спорт мәктәбе 2015 һәм 2016 йылғы малайҙарҙы саҡыра. Ҡабул итеү комиссияһы эш көндәрендә иртәнге 10-дан 16 сәғәткә тиклем эшләй (ҡаланың Спорт һарайы). Көндөҙгө 1-ҙән 2-гә тиклем тәнәфес. 

"Салауат Юлаев" буласаҡ хоккейсыларҙы саҡыра
"Салауат Юлаев" буласаҡ хоккейсыларҙы саҡыра

Һайлап алыуҙа ҡатнашыу өсөн тыуыу тураһында таныҡлыҡтың күсермәһе, хоккей менән шөғөлләнеү өсөн тыйыуҙар булмауы тураһында медицина белешмәһе, ҡорһаҡ ҡыуышлығына ультратауыш тикшереүе, ике фотогарфия, форма буйынса ғариза булырға тейеш. Спорт мәктәбенә 2015 йылғыларҙың документтары - 16-20 августа, ә 2016 йылғыларҙыҡы 23-27 августа ҡабул ителә. Һынау үтер өсөн алдан 223-85-33 телефоны буйынса яҙылырға кәрәк. 

Бер айға түләү хаҡы - 1 500 һум. Дәрестәр 1 сентябрҙән башлана.

Тулыраҡ мәғлүмәтте  https://hcsalavat.ru/ сайтында уҡығыҙ.

Фото: https://hcsalavat.ru/

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: