+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2021, 15:32

"1000 музыкант көнө" үтә

21 августа Өфөлә дүртенсе тапҡыр "1000 музыкант көнө" тигән сара үтәсәк. Музыка фестивале "Ҡунаҡһарай" сауҙа комплексының Коммунистик урамы яғындағы майҙансығында, көндөҙгө cәғәт 2-лә башлана. 

"1000 музыкант көнө" үтә
"1000 музыкант көнө" үтә

Сара киске сәғәт 10-ға тиклем дауам итәсәк. Флешмобта ҡатнашыу, йәғни музыка ҡоралында, гитараламы, барабандамы уйнау өсөн теркәлеү (http://d1000m.com/) тамамланмаған әле.  Өфөнән генә түгел, бүтән тарафтарҙан да рок яратыусылар киләсәк. Музыканттар сарала алдан үҙҙәре һайлаған көйҙәрҙе  уйнаясаҡ.

Фестивалде Дамир Лоҡманов алып барасаҡ. Сергей Галанин һәм«СерьГа» төркөмөнөң ҡатнашыуы көтөлә. Әлбиттә, пандемия шарттарында бөтә санитар-гигиена талаптары үтәләсәк. Музыканттар өсөн бик ҡыҙыҡлы сара булмаҡсы. 

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: