+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Август 2021, 15:30

Фирүзәнең ялы

– Йәйге каникулым файҙалы һәм күңелле үтеп бара. Әле һаман көндәр ҙә эҫе тора. Тиҙҙән мәктәпкә. Күптән әҙермен инде. Ә йәйге көндәремдә ҡаҙ бәпкәләре көттөм, гөл-сәскәләргә һыу һиптем, сынаяҡ, һауыт-һаба, иҙән йыуыу ҙа минең өҫтә. Буш ваҡыттарымда ҡул эштәре менән шөғөлләнәм. Еләк йыйырға урманға ла йөрөнөм. Ҡышҡылыҡҡа тәмле-тәмле ҡайнатма ла әҙерләнек.

Фирүзәнең ялы
Фирүзәнең ялы

Әсәйем менән Өфө ҡалаһына ла барып ҡайттыҡ. Унда Лимонарийҙы күрҙек. Төрлө-төрлө үҫемлектәр күрҙек. Бик оҡшаны. Һуңынан аквапаркта булдыҡ. Ә иң оҡшағаны, әлбиттә, Стәрлетамаҡтағы Юрий Гагагарин исемендәге паркта ял итеү ине, – тип һөйләй Фирүзә Ильясова. Ул оҙаҡламай Ауырғазы районы Төрөмбәт мәктәбенең IV синыфына уҡырға барасаҡ. Афарин, Фирүзә. Уңыштар һиңә!

Фирүзәнең ялы
Фирүзәнең ялы
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: