+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь 2021, 13:35

«Ҡояш ғүмере»

Шағирә Гөлшат Зәйнәшева һүҙҙәренә композитор Фәтхерахман Әхмәҙиев яҙған йырҙы, әйҙәгеҙ, бергәләп йырлайыҡ.

«Ҡояш ғүмере»
«Ҡояш ғүмере»

Бер ҡыҙ бала йыр сығарған,

Бағышлап әсәһенә.

Икәү бергә йырлайыҡ, тип

Өйрәткән энеһенә:

«Ҡояш, ҡояш мәңге балҡый,

Мәңге нур һибә.

Ҡояш ғүмерен теләйем,

Әсәйем, һиңә».

Йырҙы шишмәләр ишеткән,

Ҡоштар отоп алғандар.

Һандуғастар һәм турғайҙар

Матур көйгә һалғандар:

«Ҡояш, ҡояш мәңге балҡый,

Мәңге нур һибә.

Ҡояш ғүмерен теләйем,

Әсәйем, һиңә».

Ҡушыл һин дә, йырлайыҡ бергә,

Яңы, матур йыр тыуһын.

Ерҙә әсәйҙәр ҡояштай

Оҙон ғүмерле булһын.

«Ҡояш, ҡояш мәңге балҡый,

Мәңге нур һибә.

Ҡояш ғүмерен теләйем,

Әсәйем, һиңә».

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: