+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Апрель 2022, 09:55

Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы

Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзына – 35 йыл.

Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы
Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы

Тап 35 йыл элек – 1987 йылда Башҡорт республика ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы конференцияһы була. Унда 567 делегат Ҡатын-ҡыҙҙар Советы тураһындағы Положениеның проектын хуплай, ә 29 майҙа БАССР-ҙың Юғары Советы тарафынан ҡабул ителә. Уның рәйесе итеп БДУ-ның профессоры Рәйдә Мирғәле ҡыҙы Ғайсина һайлана.

Ә тарихҡа күҙ һалһаҡ, 1921 йылда уҡ көнсығыш халыҡтарының (Төркөстан, Әзербайжан, Башҡортостан, Ҡырым, Татарстан, Себер) коммунист ҡатын-ҡыҙҙары кәңәшмәгә йыйыла. 6 йылдан һуң беҙҙең республикала эшсе һәм крәҫтиәндәрҙең беренсе съезы ойошторола. Унда 80 урыҫ, 48 башҡорт, 29 татар, 5 сыуаш, 4 мари, 2 мордва, 12 башҡа халыҡтар делегаттары ҡатнаша.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Совет ҡатын-ҡыҙҙары комитеты төҙөлә. Фашизмға ҡаршы ойошторола ул. Башҡортостанда ла уның бүлексәһе булдырыла.

1980 йылда БАССР-ҙың Юғары Советы «Башҡорт АССР-ының Ҡатын-ҡыҙҙар советы тураһында Положение» ҡабул итә. Уҙған быуаттың 80-се, 90-сы йылдарында был ойошма әүҙемләшә. Йыл һайын семинарҙар, конференциялар уҙғарыла. Президиум ултырыштарында мөһим мәсьәләләр хәл ителә.

1989 йылда БАССР-ҙың ҡатын-ҡыҙҙар советы тарафынан СССР-ҙың халыҡ депутатына кандидаттар тәҡдим ителә.

1990 йылда Башҡорт республика ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенең киңәйтелгән пленумы була. Унда РСФСР-ҙың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы уставының проекты ҡарала.

1991 йылда Башҡорт АССР-ының Юстиция министрлығында Ҡатын-ҡыҙҙар союзы уставы рәсми теркәлә.

1994 йылдың июнендә Рәйдә Мирғәле ҡыҙы Ғайсина Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Йәмәғәт кәңәшмәһе составына индерелә.

1996 йылда Ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе итеп Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғариф министры Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинова һайлана. Шул уҡ йылда Президентҡа республикала Әсә көнөн булдырыу тураһында юллама яҙалар һәм 1997 йылды Ғаилә йылы тип иғлан итеү тураһында проект тапшыралар. 1997 йылдың 28 майында беренсе тапҡыр Әсә көнө байрамы билдәләнә. Ә 1998 йыл, Башҡортостан Республикаһы Президенты Указына ярашлы, Ғаилә йылы тип иғлан ителә. Шунан алып һәр йыл ниндәйҙер исем менән үтә башлай (Бала йылы, Йәштәр йылы, Әсә йылы, Һаулыҡ йылы һ.б.)

1998 йылдың апрелендә Ҡатын-ҡыҙҙар союзы Пленумы була. Яңы рәйес итеп Министрҙар Кабинетының социаль-гуманитар бүлек етәксеһе Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанова һайлана.

1999 йылдың майында Башҡорт дәүләт филармонияһында Әсә көнө республика кимәлендә уҙғарыла. Унда 200-гә яҡын күп балалы әсәләр саҡырыла. Был сара әлеге көндә лә дауам итә. Ошо уҡ йылдың 4 декабрендә Беренсе республика ҡатын-ҡыҙҙар форумы була.

2000 йылдың 29 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзының уставы яңы редакцияла ҡабул ителә.

Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзы бөгөн дә әүҙем. Төрлө йүнәлештә эш башҡаралар: ғаилә, ата-әсәнең бала тәрбиәләүҙә яуаплылығы, Атайҙар советы эшмәкәрлеге, эшҡыуарлыҡ, хеҙмәт шарттары, экологик акциялар, мәҙәни һәм рухи мираҫ...

Фото https://www.verstov.info/news/society/29127-med-s-pergoy-i-dinozavry.-bashkortostan-pokazyvaet-v-magnitke-svoyu-produkciyu-i-kulturu.html алынды.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: