-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Оҫталыҡ дәрестәре
23 Март 2018, 16:20

Остаздары – министрҙар

Республикала үҙенсәлекле федераль проект старт алды. «Остаздар эргәлә түгел, ә бергә» тип атала ул. 2017 йыл аҙағында Рәсәй Президенты тарафынан хупланып, илдең күп төбәктәрендә тормошҡа ашырыла. Беҙҙә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университетында эшләй башланы. Ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, мәғариф министрлығы һәм БДПУ-ның компетентлы командаһы.

Республикала үҙенсәлекле федераль проект старт алды. «Остаздар эргәлә түгел, ә бергә» тип атала ул. 2017 йыл аҙағында Рәсәй Президенты тарафынан хупланып, илдең күп төбәктәрендә тормошҡа ашырыла. Беҙҙә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университетында эшләй башланы. Ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, мәғариф министрлығы һәм БДПУ-ның компетентлы командаһы.
– Алдан проектта ҡатнашасаҡ балаларҙың фотоларын күрһәттеләр. Мин күңелемә ятҡан бер ҡыҙҙы һайлап алдым. Шуныһы ҡыҙыҡ: ул, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика башҡорт балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе Милена Шириязданова, үҙҙәрендәге үҙидаралыҡтың мәҙәниәт министры булып сыҡты, – ти мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Ә бына Өфөләге 9-сы балалар йортонан Миша Пичураның остазы – Башҡортостан Республикаһының Милли банкы рәйесе Марат Кашапов.
– Үҙемде бәхетле, тип һанайым. Бындай мөмкинлек һәр кемгә эләкмәй бит. Остазым менән дуҫлашырбыҙ, тип уйлайым. Проект минең өсөн бик кәрәкле, – ти Миша.
Марат Кашапов та тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
– Был остаздар өсөн һынау ҙа булып тора. Өйҙә – атай, эштә етәксе итеп үҙеңде нисек тотоу бер нәмә, ә бында йәш кешегә уңышлы шәхес булараҡ формалашырға ярҙам итергә кәрәк. Миша менән аралашыу үҫмерҙәрҙең проблемаларын яҡшыраҡ белергә лә ярҙам итер, тип уйлайым.
БДПУ-ла үткән тәүге осрашыуҙа остаздар менән үҫ­мерҙәргә яҡындан танышырға, бер-береһенең яратҡан шөғөлдәре, уй-теләктәре тураһында белергә мөмкинлек бирелде. Хатта киләһе күрешеү тураһында ла һөйләшеп ҡуйҙылар. Ә проекттың етәксеһе – психология фәндәре кандидаты Наталья Моисеева әйтеүенсә, программа 3 – 6 айға иҫәп­ләнгән һәм ошо ваҡыт эсендә 6 осрашыу булырға тейеш. Программаның үҙ ҡағиҙәләре бар. Күрешеү мотлаҡ остаздың эш урынында кәмендә бер сәғәт дауам итергә тейеш. Һәр береһенең маҡсаты алдан билдәләнә. Һөҙөмтәләр ҙә яҙып барыла.
– Мин үҙемдең ҡарамаҡҡа алған Яна Носкова – 1-се республика балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе. Ул ветеринар булыр­ға хыяллана. Ирекмәнлек, шәфҡәтлелек менән шөғөлләнә. Әммә сәнғәтте яратыу, уға яҡын булыу ҙа кәрәк. Шуға ла Янаны дуҫтары менән бергә беҙҙең бейеү ансамбленең концертын ҡарарға саҡырҙым, – ти данлыҡлы бейеүсе Риф Ғәбитов.
Шулай итеп, «Остаз – опекаға алыныусы» парҙары тьюторҙар менән эшләйәсәк, даими бәйләнештә буласаҡ. Әлбиттә, төрлө урындарҙа етәксе булып эшләгән ағай-апайҙарының ваҡыты тығыҙ, эштәре бик күп, шуға уларға: «Афарин!» – тип әйтке килә. Сөнки ауыр тормош шарттарында ҡалған үҫмерҙәргә үҙҙәренең көслө яҡтарын, һәйбәт сифаттарын асырға, тормошҡа яраҡлашырға, үҙ урындарын табырға ярҙам итерҙәр, тигән ышаныс ҙур.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Читайте нас: