+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Оҫталыҡ дәрестәре
20 Сентябрь 2019, 14:32

Йорт ҡуянының сирҙәре һәм уларҙы дауалау

3-сө дәрес Йорт ҡуяны аҫрауҙың төп мәшәҡәте уларҙың ауырыуҙарына бәйле. Инә ҡуяндың балалары булғас, бәләкәстәрен ҡарап үҫтереп, тынысландым ғына тигәндә, бәлә килеүе ихтимал.

Уйламағанда ауырыуҙар менән күҙмә-күҙ осрашаһың. Тәүге тапҡыр ике көн эсендә инәһенән әле генә айырыл­ған егермеләгән ҡуян балаһы үлгәс, инде ҡул һелтәрмен, тип төңөлөп тә ҡуйған инем. Белеп ҡуйығыҙ: ҡуян тиҙ үрсей, талым­һыҙ, ашамһаҡ булһа ла, ауырыуҙарға дусар. Уларҙы мәлендә күреп ҡалып, дауаларға кәрәк. Бының өсөн, тәү сиратта, һарайҙа өҫтәл һәм уның өҫтөндә лампа булыуы зарур. Ҡуяндарҙың аҫтын таҙартҡанда мотлаҡ малҡайҙы ҡулға алып, аяҡтарын, ҡолағының эсен, арҡаһын һыйпап алам. Аҙнаһына бер тапҡыр ошо процедураны үткәрһәң, улар ҡулға ла өйрәнә. Ниндәйҙер яра, ауырыуҙы күреп ҡалыуы ла еңелерәк.

Ауырыуҙарҙы булдырмауҙың иң ышаныслы ысулы – вакцинация. Укол эшләр­гә өйрәнеүе ауыр түгел. Миңә был мәл­дә Алмас улым ярҙам итә. Ул ҡуянды ҡы­ҫып тотоп тора, ә үҙем укол һалам. Ғәҙәттә, 2 миллиграмлы шприц ҡулланам.

Миксоматоз

Ҡурҡыныс һәм йоғошло ауырыуҙарҙың береһе. Күпселек осраҡта хайуандың үлеме менән тамамлана. Төп билдәһе: башы шешә, ҡолаҡтары аҫылынып төшә, башының формаһы үҙгәрә. Күҙҙәре ҡыҙара. Ҡуян килбәтһеҙ хәлгә инә һәм бер аҙна самаһы ваҡыт үткәс, үлә бахыр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ауырыу башҡаларға тиҙ йоға. Шуға һәләк булған йәнлекте күмергә кәрәк, тиреһен алмағыҙ. Һарайҙы хлор, эзбиз менән дезинфекциялағыҙ.

Геморрагик ауырыу

Был сир тиҙ үтә. Башта уны ағыуланыу менән бутарға мөмкин, сөнки ниндәйҙер аныҡ ҡына билдәләре юҡ. Шулай уҡ күпселек осраҡта үлемгә килтерә. Миксома­тоз менән геморрагик ауырыуға ҡаршы вакциналар бар. Уларҙы ҡуяндарға ике ай тул­ғас ҡына эшләргә кәрәк. Бер башҡа 0,5 миллиграмм миҡдарҙа укол эшләйҙәр. Иммунитет бер йыл буйы һаҡлана. Ҡалаға яҡын йәшәгәндәргә был дарыуҙы ветеринар аптекала һатып алырға була. Ә ауылдыҡыларға ауыл советына беркетелгән ветеринарға мөрәжәғәт итергә мөмкин, һеҙгә вакцинаны яҙҙырып алып бирерҙәр.

Мастит

Имеҙгән ҡуяндарҙа йыш осрай торған йоғошло сир. Имеҙә башлау менән барлыҡҡа килеүе ихтимал. Малҡайҙың елене ҡыҙара, ҡата, эсендә яра, эренле шештәр барлыҡҡа килә. Вишневский, Левомеколь майҙары һөртөргә кәрәк. Ҡуян балаларына был ваҡытта һөт эсереп ҡарағыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауырыу шашһа, инә ҡуянды һуйырға тура киләсәк.

Үткән дәрестәрҙең береһендә имеҙгән инәгә картуф биреүҙән баш тартығыҙ, тип яҙғайным бит. Был иҫкәрмә мастит менән бәйле. Картуфтағы крахмал һөт юлдарына тығылыуы ихтимал. Бынан да мастит барлыҡҡа килә.

Ринит

Ул, икенсе төрлө әйткәндә, йоғошло тымау. Был ауырыуҙы нисек белергә була? Тәү сиратта, әлбиттә, сөскөрөү-бышҡырыуҙан. Ҡуяндың танауынан шыйыҡса аға, тән температураһы күтәрелә, эсе китә.

Әгәр был симптомдарҙы күрҙегеҙ икән, ауырыу малды шунда уҡ икенсе бүлмәгә күсереп ултыртырға кәрәк. Ситлеген хлорлы эзбиз менән эшкәртегеҙ. Сир тыуҙырыу­сы матдә асыҡ һауала тиҙ үлә, ә бына тиҙәк менән үләкһәлә өс айға тиклем һаҡлана. Шуға уларҙы яндырырға кәрәк.

Ауырыу хайуандың танауына көн һайын фурацилин йә пенициллин иретмәһе тамыҙырға кәңәш ителә.

Йоғошло стоматит

Төп билдәһе – ауыҙҙан шайыҡ ағыу. Күпселек осраҡта 20 – 90 көнлөк ҡуяндар ауырый. Уларҙың теле, танау эсе ҡыҙара, шешектәр барлыҡҡа килә, шыйыҡса аға.

Ауырыуҙы ваҡытында күреп, мәлендә дауалай башлаһаң, уны тиҙ арала һауыҡтырырға була. Күршем бындай осраҡта ҡуяндың ауыҙын ике процентлы баҡыр купоросының иретмәһе менән көнөнә бер нисә тапҡыр йыуа. Ә мин стрептоцид таблеткаһын порошок хәленә тиклем иҙәм дә ауыҙына һалам.

Кокцидиоз

Шешҡолаҡтың аппетиты кәмеһә, ябыҡһа, лайлалы тиресәһе аҡ төҫкә инһә, эсе китһә, ашҡаҙаны күпһә, кокцидиоз була. Ҡурҡыныс ауырыуҙарҙың береһе был. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге ауырыуҙан дауа уйлап табылмаған. Шулай ҙа булдырмаҫ өсөн ябай ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк: ситлектең иҙәнен таҡтанан эшләгеҙ. Тағараҡтар гел таҙа булырға тейеш. Айына бер тапҡыр булһа ла ситлекте эҫе һыу менән йыуығыҙ.

Ҡысынма

Сир талпандан йоға. Был бөжәк һарайға бесән менән эләгеүе ихтимал. Ҡуян тәнендә ҡутыр күреү менән уны скипидар менән эшкәртегеҙ. Ҡутырҙарын йыйып, яндырырға кәрәк. Дауалауҙы биш көндән ҡабатларға ярай. Ситлектәрҙе һәм һауыттарҙы биш процентлы креолин иретмәһе менән эшкәртергә кәңәш ителә. Ләкин дарыуҙы ҡулланғанда бөтөн ҡуяндарҙы һарайҙан сығарырға кәрәк. Беҙҙең ундай мөмкинлек юҡ. Шуға башҡа ысулдар уйлап табырға тура килә.

Ҡолаҡ талпаны

Ҡуяндың ҡолаҡтарының эсен даими рәүештә тикшереп торорға кәрәк. Әгәр эстә ҡутыр барлыҡҡа килеп, улар тыныс­һыҙлыҡ белдерһә, тимәк, ҡолаҡ талпаны йоҡторғандар. Был ауырыу инә ҡуяндан балаларына күсеүе ихтимал. Мәҫәлән, ата ҡуян ауырыу икән, тимәк, инә ҡуян да йоҡтороуы бар. Беҙ ҙә был ауырыуҙан оҙаҡ йонсоноҡ. Инде бөттө тигәндә, йәнә килеп сыға. Хәҙер мин уны дауалай беләм. Тәү сиратта, водород перекисы һәм аптекала «Барс» тип аталған махсуслаштырылған дарыу алырға кәрәк. Тәүҙә ҡуяндың ҡолағына перекись тамыҙабыҙ. Шулай ҡутырҙарҙы йомшартабыҙ, таҙартабыҙ. Ипләп кенә уларҙы пинцет менән ҡолаҡ эсенән алырға кәрәк. Һуңынан дарыу тамыҙабыҙ. Биш көндән процедураны ҡабатлап, еңел һуларға була.

Төп шарт – таҙалыҡ

Ғөмүмән, ҡуяндарҙың ауырыуҙары буштан ғына барлыҡҡа килмәй. Ниндәйҙер сәбәп арҡаһында ғына улар ауырып китә: үтә ел (сквозняк), бысраҡ, сифатһыҙ аҙыҡ, ваҡытында ашатмау. Ҡуян балаларын инәләренән иртә айырыу ҙа был тоҡомдоң сибек булып үҫеүенә ҙур йоғонто яһай.

Йылдар буйы тупланған тәжри­бәнән иң һөҙөмтәле кәңәштәр

1. Ике-өс айға бер тапҡыр ҡуяндар­ҙың эсәр һыуына өс көн дауамында биш-алты тамсы йод ҡушып эсерегеҙ. Әлбиттә, улар был һыуҙы яратмай. Әммә башҡа сара ҡалмаһа, эсергә мәжбүрҙәр. Ошолай иткәндә ҡуяндарҙы күп ауырыуҙарҙан һаҡлап ҡалырға була.

2. Аптекала «Һөт кислотаһы» һаталар. Был препаратты ла даими рәүештә ҡуяндарҙың һыуына ҡушып эсерегеҙ. Иммунитетты күтәрергә ярҙам итә.

3. Үҫеп килгән ҡуяндарға һәм тоҡом­ға ҡалдырғандарына даими рәүештә кесерткән һәм әрем ашатығыҙ. Был үләндәр ҙә ауырыуҙан һаҡлай. Тик ҡуянды һуйыр алдынан ике аҙна уға әрем биреүҙе туҡтатырға кәңәш ителә. Шулай эшләгәндә тәме итенә сыҡмаҫ.

Дауамы. Башы 33-сө, 36-сы һандарҙа.
Читайте нас: