Ошо мәлдән йорт ҡуяндарын тәрбиәләп, тора-бара төрлө тоҡомдары барлыҡҡа килә башлаған. Бәләкәй генә йәнлектең файҙаһы ла күп: үҙе диетик ит булһа, йөн йә тиреһен дә файҙаланалар. Донъяла был ҡуяндарҙың ике йөҙҙән ашыу тоҡомо бар. Уларҙы шартлы рәүештә дүрт төркөмгә бүлергә була: декоратив, итле, йөнлө һәм тире өсөн. Шулай итеп, әгәр йорт ҡуяны үрсетер булһағыҙ, тәү сиратта, уның тоҡомона иғтибар итегеҙ. Тәүге дәрестә әйткәнемсә, ҡуян тота башлағанда иң ябай, йыш осраған тоҡомға туҡталырға кәрәк. Улар менән яҡынданыраҡ танышыр һәм нескәлектәрен өйрәнеү өсөн. Ә бына ҙур ҡуяндарҙы ҡарауы ауырыраҡ. Үҙем төрлө тоҡомлоларын тәрбиәләп ҡараным. Хаталанған осраҡтар ҙа булды. Үҙеңә оҡшаған, ҡул килешкән тоҡомдо табыу, ай-һай, ауыр.
Беҙ тәрбиә эшебеҙҙе ошо ҡуяндарҙан башланыҡ. Кәүҙәһе оҙонса, үҙҙәре һоро йә ҡара төҫлө. Әллә ни ауыр түгелдәр, 3 килограмм тирәһе. Әрһеҙ, ауырыуға бик бирешмәгән был тоҡомға иғтибар итергә кәңәш итәм. Инәләре тыныс, 6-нан алып 11-гә тиклем нәҫел килтерә. Бөтәһен дә юғалтыуһыҙ үҫтерә. Йылына, кәм тигәндә, дүрт тапҡыр балалары була. Тоҡомға өс инә, бер ата ҡуянды гел ҡалдырып барам. Сөнки башҡа ҡуяндар менән уңышһыҙлыҡҡа осраһаң да, былар бер ваҡытта ла ҡыйын хәлдә ҡалдырмай.
Был ҡуяндарҙы ныҡ маҡтайҙар ине. Йәнәһе, дүрт ай эсендә 4 килограмм тирәһе ауырлыҡ йыя. 5 айҙан аталандыра башларға була. Ҡыҙығып, беҙ ҙә был тоҡомға ҡараған ике инә, бер ата ҡуян алдыҡ. Аҙаҡ үкендек инде. Оҡшатманыҡ үҙҙәрен. Бәлки, ҡуяндарҙы һатҡан кеше алдағандыр. Башҡаса алып та ҡараманыҡ. Уларҙың ҡолаҡтары, аяҡтары һәм мороно һоро төҫтә. Ҡолаҡтарының оҙонлоғо – 11 сантиметрға тиклем. Күҙҙәре ҡыҙыл. Кәүҙәһе йомро. Аяҡтары ҡыҫҡа. Был тоҡомға ҡараған ҡуянды алғанда танауына иғтибар итергә кәрәк: ул көмрө булырға тейеш.
Уларҙы ла аҫрап ҡараныҡ. Тик үрсетеүҙән баш тарттыҡ (сәбәбен һуңғараҡ аңлатырмын – авт.). Украина тоҡомо улар. Ҙур ҡуяндарҙың ауырлығы 7 килограммға етә. Талымһыҙ. Һыуыҡҡа бирешмәй. Инә ҡуян, кәм тигәндә, 8 нәҫел килтерә. Тиреһенең төҫө көлһыу.
Ул беҙгә Бельгиянан килтерелгән. Бельгия, Совет шиншиллаһы һәм Һоро бәһлеүән менән ҡушыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән тоҡом. Тиреһе ап-аҡ төҫтә, күҙҙәре ҡыҙыл. Тән оҙонлоғо – 60 сантиметр самаһы. Уртаса ауырлығы – 5 – 6 килограмм. Инәһе 7 – 9 нәҫел килтерә. Тар ситлектә тотҡанды яратмай. Тиреһе эшкәртеүгә һәйбәт. Һоро һәм Аҡ бәһлеүән тоҡомдарын алып ҡараным, тик артабан уларҙы үрсетеүҙән баш тарттым. Сөнки Бельгия фландеры тип аталған тоҡомға «ғашиҡ» булдым. Фотоларына ҡарап ҡына һоҡлана торғас, һатып алырға булдым. Тик ҡуяндарым бер йылдан үлеп ҡуйҙылар.
Ҡышҡыһын Татарстандың Аҡтаныш районынан тағы өс ҡуян алдым. Уларҙың башы ҙур, ҡолаҡтарының оҙонлоғо 25 сантиметрға етә, ауырлығы – 6 – 10 килограмм самаһы. Беҙҙең тәрбиәләгән ата ҡуяныбыҙ 11 килограмм тарта. Төҫө, ғәҙәттә, ҡыҙғылт һоро. Инә ҡуяндың 8 – 15 балаһы була. Улар аҡыллы, ҡулға тиҙ эйәләшә. Шуға ла тап ошо ҡуянды үрсетеү тураһында хыялландым. Сит илдә уларҙы эт урынына тоталар икән. Ышанам, сөнки был йәнлектәр аҡыл яғынан башҡаларынан күпкә өҫтөнөрәк. Мәҫәлән, беҙҙең ата ҡуян ситлектән сығып, һарай буйлап йөрөп алырға ярата. Тышҡа сығыр өсөн ул алғы аяҡтары менән ишекте һелкетә. Келә ысҡынғас, рәхәтләнеп иркендә йөрөй. Тик һарайҙа кеше күренеү менән тиҙ генә урынына барып: «Ишек үҙе асылды, мин түгел», – тигәндәй ултыра бирә.
Ашарға ла уларға иң беренсе һалырға кәрәк. Башҡаларҙы алдан һыйлай башлаһаң, сүлмәктәрен ауҙарып, барабан һуға башлайҙар.
Тик шуныһы ла бар: ҙур ҡуяндар мыжығыраҡ. Уларҙы ентекләберәк ҡарарға, күберәк иғтибар бирергә кәрәк. Хаҡы ла ҡыйбат булғас, балаларын юғалтыуһыҙ үҫтерге килә. Шуға даими рәүештә прививкалар эшләп тороу мөһим. Ашатыу яғынан да уларға иғтибар күберәк бүленә.
Тиҙ үрсегән, яратып ҡараған тағы бер төр ҡуяндарым – Яңы Зеландия тоҡомлолар. Ҡолаҡтары ҡыҫҡа, кәүҙәһе яҫы. Тиреһе матур, ите тәмле. Тиҙ үҫә, ныҡ үрсей. Балаларын да һәйбәт ҡарай. Ашамһаҡ. Яҡшы итеп ҡарағанда ике айҙа ауырлығы ике килограмдан артып китә. Һәр яҡлап та был тоҡомға өҫтөнлөк бирәм. Минең өсөн иң мөһиме – уларҙың тыныс холҡо. Башҡа ҡуяндарҙы ҡулға алһаң, тибешә, сапсый башлай. Хатта тешләгән осраҡтары булғылай. Ә бына был ҡуяндар ҡулға алыу менән уйынсыҡҡа әйләнә.
Интернетта ҡуян тәҡдим итеүселәр күп. Үҙегеҙгә оҡшағанын һайлауы ҡыйын түгел. Әммә һатып алғанда алданыу ихтималлығы ҙур. Шуға, тәү сиратта, нимәгә иғтибар итергә һуң?
1. Һатыусы һеҙгә ҡуяндың ниндәй шарттарҙа тороуын күрһәтһен, ата-инәһен ҡарағыҙ. Улар, ысынлап та, әйтелгән тоҡомға тап киләме? Ауырыу түгелдәрме?
2. Ҡуянды ҡулға алып, бөтөн яҡтан ҡарап сығығыҙ: ҡолағы таҙамы, тәпәйҙәрендә, эсендә яралар юҡмы? Күҙҙәренән, танауынан шыйыҡса аҡмаймы? Тиреһендә йөнһөҙ урындар юҡмы? Эсе киткәне тойолмаймы?
3. Һатыусы ҡуяндарға ҡасан һәм ниндәй прививкалар эшләткән? Көнөн, дарыуҙың исемен яҙып алығыҙ.
4. Әгәр һатыусы һеҙҙе һарайына индермәй икән, тимәк, йәшерер нәмәһе бар. Ул кешенән ҡуян алыуҙан баш тартығыҙ.
5. Бер төрлө генә ҡуяндарҙы ҡарауы күңелһеҙ миңә. Шуға төрлө тоҡомло ҡуяндар алам. Ғәҙәттә, бер ата һәм ике инә. Тоҡом оҡшаһа, ҡан ҡушылмаһын өсөн йә икенсе ата, йә икенсе инәләр алырға тура килә.
6. Яңы алынғандарын шунда уҡ икенсе ҡуяндар эргәһенә индермәгеҙ. Ун көн самаһы икенсе урында карантинда тотоғоҙ. Был сара башҡаларҙы йоғошло ауырыуҙан һаҡларға ярҙам итәсәк. Яңы алынғандары ауырыу булып сыҡһа, ун көн эсендә был беленәсәк.