Ҡуян итен ҡурырға ла, ыҫларға ла һәм унан аш та, былау ҙа бешерергә мөмкин. Әйткәндәй, иттең составында минерал һәм микроэлементтар: кадмий, селен, фосфор, кальций, фтор, молибден күп. Шулай уҡ В витамины ла бар. Айырыуса табиптар был ризыҡты бәләкәй балаларға, аллергия менән яфаланыусыларға һәм ашҡаҙан-эсәк сирҙәре менән ауырыусыларға ашарға кәңәш итә.
Итте бешерер алдынан маринадлап алырға кәңәш итәләр. Тәүҙә беҙ ҙә шулай эшләй инек. Тик һуйғас та ризыҡ әҙерләһәң, былай мәшәҡәтләнеү кәрәкмәй. Ит йомшаҡ, сит-ят тәм юҡ. Бары тик һуйғанда биҙҙәрен алырға онотмағыҙ.
Әгәр итте маринадлайһығыҙ икән, ул саҡта лимон, май менән һарымһаҡ, майонез, ҡатыҡ, ҡаймаҡ ҡулланыу кәңәш ителә.
Беҙҙең ғаилә яратып ашаған ризыҡтарҙың рецептарын яҙып үтәм. Тәү сиратта, әлбиттә, ҡуян итенән бәлеш. Телеңде йоторлоҡ килеп сыға!
Ҡамыр өсөн бер ҡап аҡ май, ике йомортҡа, бер стакан һыу йә һөт, ярты аш ҡалағы шәкәр ҡомо һәм тоҙ кәрәк. Уны ҡулға йәбешмәгән, артыҡ ҡаты булмаған итеп ҡамырҙы баҫабыҙ һәм эслекте әҙерләгәнсе һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
Картуф, һуған, лавр япрағы, борос, тоҙ һәм ҡуян ите.
Ҡамырҙы ике өлөшкә бүләбеҙ ҙә бәлеш эшләп, мейескә ҡуябыҙ. Уны талғын утта сәғәт ярым тотабыҙ. Бешеп сыҡҡас, өҫтөн аҡ май һылап, бер аҙға таҫтамал ябып ҡуйырға мөмкин.Бәлешегеҙ тәмле булһын!
Ҡуян итен һауытҡа бүлгеләп һалып, ике-өс аш ҡалағы бал, самалап тоҙ ҡушып болғатабыҙ. Был маринадта, кәм тигәндә, ике-өс сәғәт ятырға тейеш. Әҙер булғас, картуф өҫтәйбеҙ ҙә мейестә сәғәт ярым бешереп алабыҙ.
Итте төрлө тәмләткестәр, бер-ике аш ҡалағы томат пастаһы ҡушып ҡурабыҙ ҙа эре туралған картуф, кишер, кәбеҫтә һалабыҙ. Талғын утта 40 минут тотабыҙ.
Ғөмүмән, ҡуян итенән йәнең теләгән ризыҡты бешерергә мөмкин. Хатта фарш әҙерләп, билмән дә бешереп була. Себерҙә был айырыуса деликатес һанала. Шулай ҙа ҡуян тотаһың икән, ит ризығы өҫтәлдә даими булырға тейештер, тип уйлайым.