+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Оҫталыҡ дәрестәре
6 Декабрь 2019, 13:52

Еңеүсегә бүләк әҙер

Оҫталыҡ дәрестәрен башлағанда үҙе ҡуян көтөп, тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан гәзит уҡыусыға Бельгия фландры тоҡомо­нан булған ике ҡуянды бүләк итергә вәғәҙә иткәйнем. Һүҙемдә торам.

Бүләк-ҡуяндарҙы Башҡортостан менән сиктәш булған Татарстандың Аҡтаныш ҡасабаһында йәшәгән Илнур Ғиләжевтән барып алдыҡ. Уның янында ике тапҡыр булдыҡ. Былтыр ҡыш ике ҡуян алғайныҡ. Улар иҫән-һау, әлегә артмағандар. Ә бына Аҡтанышҡа барыуыбыҙ – тәжрибә уртаҡлашыу ул. Үҙемә яңы план ҡороу өсөн яҡшы. Илнурҙың ҡуяндары 10 – 12 килограмға тиклем үҫә. Һоҡланғыс күренеш!

Илнур ҡуянсылыҡ менән мәктәптә уҡыған сағынан шөғөлләнә. Башланғыс синыфта уҡығанда атаһы ҡуян бүләк иткән. Уларҙы нисек ҡарарға, тәрбиәләргә кәрәклеген китаптан уҡып өйрәнә. Тәжрибә, әлбиттә, йылдар менән туплана. Хәҙер Илнур­ҙың оҫталығы артҡан. Ҡыҙыҡ­һынғандарға ихлас кәңәш бирә. Социаль селтәрҙәр аша Илнур­ҙың сәхифәһен табып, уның кәңәштәр йыйынтығын һатып та алып була.

Ҡуяндарҙы ике ҙур фермала аҫрай. Береһе – уның ихатаһында, икенсеһе – ауыл ситендә. Бынан тыш, күрше ауыл мәктәбе менән килешеү төҙөп, уның ихатаһында ла ҡуян тота. Мәктәп уҡыусылары хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы менән бергәләп түңәрәк ойоштороп, ҡуян үрсетеү серҙәрен өйрәнә.

Ферма төҙөү өсөн эшҡыуар машинаһын да һатҡан. Барыһын да эшләтеүгә ярты миллиондан ашыу аҡса тотона. Уңайлы ситлектәрҙең схемаһын үҙе уйлап сығара.

– Ферманы төҙөкләндереү эше һаман бара әле. Ситлектәрҙе йүнәтеп йә туҙғандарын алмаштырып торорға кәрәк. Бельгия фландры менән күптән ҡыҙыҡһынам. Гиганттар менән шөғөлләнеүсе кешеләрҙе интернет селтәре аша табып, тәжрибә уртаҡлашып, төрлө төбәктәргә, ҡалаларға барып килдем. Ҡайһы бер ҡуяндарҙы Һамар өлкәһенән алып ҡайттым. Ғөмүмән, тоҡомлоларының хаҡы юғары: 2 мең ярымдан 5 мең һумға барып баҫа. Шуға ҡарамаҫтан, уларҙы йыш алмаштырып торам, – тип һөйләй Илнур.

«Йәншишмә» гәзитендә «Оҫталыҡ дәрестәре» алып бара башлағас, миңә күптәр: «То­топ ҡараныҡ, тик улар ауырып үл­де. Беҙ ҡарай белмәйбеҙ», – тип яҙа.

Бындай осраҡтарға Илнур менән ҡарашыбыҙ бер булып сыҡты: дөрөҫ ашатмау, тәрбиәләмәү һәм вакцинация яһатмау.

– Себен-серәкәй, сысҡандар төрлө ауырыу тарата. Шуға 45 көнө тулыу менән ҡуяндарға укол эшләргә кәрәк. Ул ҡуяндар­ҙы йоғошло ауырыуҙарҙан һаҡлай. Ветеринар аптекаларҙа махсус вакциналар бар, – тип кәңәш бирә эшҡыуар.

Илнур тәрбиәләгән ҡуяндарҙы Татарстандан тыш, Башҡортостан һәм күрше төбәктәрҙән дә күпләп һатып алалар. Һатыуға ике айлыҡтарын да сығара. Бер ҡуян 1 мең һум тора. Үҫкән һа­йын уның хаҡы ла арта бара. Айы­на яҡынса 40 ҡуянды һатып ебәрә Илнур. Бынан тыш, итен һатыу менән дә әүҙем шөғөлләнә. Уның бер килограмы – 350 һум. Бәләкәс балаларға, шәкәр сире менән яфаланғандарға ҡуян ите ашарға кәңәш итәләр, – ти Илнур.

Ә Аҡтаныштан алып ҡайтҡан бүләк-ҡуяндар әлегә минең һарайҙа. Яңы хужаһын көтә улар!


Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: