+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Оҫталыҡ дәрестәре
13 Декабрь 2019, 14:35

Ҡуян тотоу беҙҙә нәҫелдән килә

Мин иҫ белгәндән беҙҙең ҡуяндар бар ине. Апайым менән ағайымдың уларҙы нисек итеп тәрбиәләгәндәрен, ә хайуанҡай­ҙарҙың кетерләтеп аша­ғандарын күҙәтергә ярата торғайным.

Үҫә төшкәс, был эштәрҙең бөтәһен дә үҙемә башҡарырға тура килде. Беҙгә уларҙы тәрбиәләү әллә ни ауыр булманы. Ни өсөн, тиһегеҙме? Сөнки әсәйемдәр бала саҡтарында ҡуян тотҡан. Аҡ һәм ҡара төҫтәгеләрен үҫтергәндәр. Өләсәйем уларҙың мамығынан шәлъяулыҡ, бейәләйҙәр, бәләкәс балаларға баш кейемдәре бәйләгән. Һуңынан әсәйем тормошҡа сығып, үҙҙәре донъя көтә башлағас, тоҡомло ит ҡуяндары көтә башлаған. Шулай итеп, ҡуян тотоу беҙҙең нәҫелдә бар. Мин дә бәләкәйҙән өйрәндем.

Беҙҙең ҡырыҫлы тәбиғәт шарттарына ҡарап (ҡыш көнө үтә һыуыҡ), иң элек уларға ояны йәйге һәм ҡыш­ҡы итеп эшләгәнбеҙ. Йәйгелектеке асыҡ һауала урынлашһа, ә ҡышҡылыҡҡа бәләкәй генә йылы бура (оя) эсенә ситлектәр эшләнгән. Әлбиттә, улар икегә бүленгән: береһе ҡараңғыраҡ, ә инде ашау-эсеү урыны яҡты булырға тейеш. Ҡараңғы бүлмәлә инә ҡуян көсөкләй, шунлыҡтан уның иҙәндәре таҡтанан эшләнгән. Яҡты төшкән бүлмәнең иҙәндәре бәләкәй тишекле сеткалар­ҙан тора. Был бик уңайлы, сөнки һыуҙары йә емдәре түгелһә, сетканан аҫҡа төшә. Көндәлек эште аҫтарын таҙартыуҙан башлайбыҙ. Ни өсөн тигәндә, уларҙы зәһәр әсе еҫтәренән арындырып торорға кәрәк. Ашау яғына килгәндә, ҡышҡыһын йәшел бесән, һоло, арпа, аҙыҡ ҡатнашмаһы, сама менән йәшелсәләр: картуф, кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтә һалабыҙ. Бешерелгән картуфты ла яраталар. Яҙ еткәс, ҡуян­дарҙы йәшел үләнгә яйлап өйрәтәбеҙ. Бесән менән яңы сыҡҡан үләндәрҙе, ә көҙ көнө йәшелсәләрҙе кипкән үләндәр менән аралаштырып бирәбеҙ. Алдарында һәр ваҡыт таҙа һыу торһон, ҡыш көнө ҡар ҙа бирергә була һәм дә тоҙ киҫәге ятырға тейеш.

Яҙ көнө яңы сыҡҡан дегәнәк, бәпембә, топинамбур ашарға яраталар. Тал сыбыҡтары менән дә һыйларға онотмайбыҙ. Ҡышҡылыҡҡа тал сыбыҡтарын, кесерткәнде һәм әремде киптереп ҡуябыҙ. Шулай уҡ кишер менән сөгөлдөр­ҙөң япраҡтарын бирәм. Кәбеҫтәнекен бигерәк яраталар, ләкин ҡырауҙан һуң йәшелсә япраҡтарын һалмайбыҙ. Белеп ҡуйығыҙ: уларға өшөгән үләндәрҙе ашатырға ярамай.

Ҡуяндарҙың морон, күҙ тирәләре һәм ҡолаҡ эстәре таҙа булырға тейеш. Әгәр ҙә ҡолаҡтары тырналған, йә булмаһа, ҡутырланған икән, тиҙ арала дауаларға кәрәк, сөнки уларҙың күсмәле ауырыуҙары ҡолаҡтарынан башлана. Уны былайыраҡ итеп дауалайҙар. Водород перекисын мамыҡҡа манып, һаҡ ҡына ҡолаҡтарын таҙартырға.

Инә ҡуяндар нәҫел килтерер алдынан оя ҡора башлай. Ауыҙҙарына бесән тултырып, ҡараңғы бүлмәгә ташыйҙар һәм үҙҙәренең ҡорһаҡтарының, тағы ла ҡабырғаларының йөндәрен йолҡалар. Беҙ уларға ҡамасауламаҫҡа һәм алдарынан һыу өҙмәҫкә тырышабыҙ. Әйткәндәй, ошо мәлдә ныҡ һыуһайҙар. Инә ҡуян балаларын ныҡ ҡыҙғаныусан була. Ят еҫтәр кил­һә, яңы тыуған бәләкәстәрен ашап бөтәсәк. Ә бер тапҡыр шулай эшләгән ҡуян икенсегә лә ҡабатлаясаҡ. Ҡуян балалары үҙҙәре яҡтыға сыҡмайынса мин уларҙы борсомайым. Һәр ваҡыт өндәшеп, тауыш бирергә кәрәк. Ошолай ҡул­ға эйәләштереп була.

Инә ҡуян янында балаларын да оҙаҡ тоторға кәрәкмәй. 40 – 50 көн тирәһе генә. Шулай уҡ ата һорай башлаһа, уның үҙ балаларын муйындарынан һығып үлтереүе лә бар. Инә ҡуянды ата ҡуян эргәһенә ебәрергә кәрәк.

Беҙ тәүҙә төрлө ҡуяндар тота инек, ә аҙаҡтан тоҡомло ит ҡуяндарына күстек. Һимергәнлектәрен эйәктәренән тотоп белергә мөмкин. Улар бер йә ике эйәкле булып китә. Нығыраҡ һимертәйем әле, тип уйларға ярамай. Сөнки үтә һимереүҙән дә үләләр. Тағы ла бер айырма: йәй көнөнә ҡарағанда, ҡыш көнө һуйған ҡуяндың ите тәмлерәк була. Әсәйем уның итен төрлөләндереп: ҡурып та, бәлеш итеп тә, картуф һәм ярмалар менән дә бешерә. Әммә үҙе ашамай, уларҙы йәлләйем, ти. Быйыл яҙҙан беҙ ҡуяндар­ҙы ваҡытлыса бөтөрөп торорға мәжбүр булдыҡ. Мин әлеге мәлдә бөтә иғтибар­ҙы уҡыуға бүләм. Ағайым әрме сафында.

Ҡуяндарҙы дөрөҫ үрсетә белеү – мауыҡтыр­ғыс та, яуаплы ла һәм шул уҡ ваҡытта килемле лә шөғөл. Мин быны яҡшы беләм.

Заһиҙә РӘЖӘПОВА, йәш хәбәрсе.
Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш мәктәбе.

Читайте нас: