Уны хаҡлы ялдағы уҡытыусы Зилдә Мәүлитова күрһәтте. Уҡытыусылар бик теләп ҡатнашты. Ҡышын Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы оҡшаш сара үткәргәйне инде: унда теләүселәр маргарит сәскәләренән торған ҡорама текте.
– Был юлы “бүрәнәле өй” атамалы биҙәкте өйрәттем. Уны урыҫса “изба” тиҙәр. Борон өй уртаһында ҡоҙоҡ йә мейес булған. Ҡоҙоҡ менән ғаиләлә һәр ваҡыт һыу була – шуға түшәк уртаһына күк йәки зәңгәр төҫ ҡуйыла. Мейес – йылылыҡ, ут билдәһе, шуға ла уртала ҡыҙыл, һары төҫ урын алған. Түшәктең бер яғын – яҡтыраҡ, икенсеһен ҡарараҡ төҫтәрҙән ҡорау кәрәк, йәнәһе, ҡояш һәм күләгә төшә. Үҙемә лә “бүрәнәле өй” биҙәге ныҡ оҡшай, дивандарға түшәктәр ҡорағанмын, – тип һөйләне оҫтабикә.
Яңы белемгә эйә булып, ҡатнашыусылар ҡәнәғәт таралышты.
Гөлсинә ФӘТТӘХОВА.
Учалы районы,
Наурыҙ ауылы.