-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һорағыҙ - яуап бирәбеҙ
15 Октябрь 2020, 16:50

Сәсте нисек тәрбиәләргә?

Сәсте ҡатыҡ йәки йомортҡа менән йыуырға мөмкинме? Баш ҡауаҡлаһа ни эшләргә? Ошо һорауҙар күптәрҙе ҡыҙыҡһындыралыр.

Сәс тәрбиәләүҙең дә үҙенең рәте бар. Ҡоро сәстәрҙе – өс көнгә бер, ә артыҡ майлы сәстәрҙе ике көн һайын йыуып торорға кәрәк. Татыр һыу сәсте насар таҙарта. Шуға ла аш содаһы ҡушып йыуырға тәҡдим ителә.
Артыҡ майлы сәстәрҙе һабын спирты менән йыуыу файҙалы. Шулай ҙа баш тиреһе боҙолмаһын өсөн, аралаштырып, ғәҙәттәге һабын менән дә йыуып торорға кәрәк. Әгәр ҙә баш ҡауаҡлаһа, ә сәс ҡоро булһа, йыуғандан һуң уға кастор, баҙам, дегәнәк һәм шафталы майҙарын һөртөүҙең ярҙамы ҙур.
Шуны ла оноторға ярамай: сәстең ҡоро йәки артыҡ майлы булыуы, матдәләр алмашыныуының боҙолоуы, атап әйткәндә, витаминдар етмәүе тураһында һөйләй. Шуға ла сәстәре ҡоро булғандарға А витамины күп аҙыҡтар (кишер, һөт, сыр, ҡаймаҡ), туң май, углеводтар менән туҡланыу тәҡдим ителә. Ә артыҡ майлы сәслеләргә туң май һәм углеводтар (икмәк, картуф, шәкәр, емештәр) менән туҡланыуҙы кәметергә кәрәк. Улар өсөн В витамины (ит) һәм майы аҙ булған ашамлыҡтар файҙалы.
Сәс буяу зарарлымы һуң? Сәс буяғанда химик матдәләр ҡулланыла. Ә улар сәстең үҙ төҫөн юғалтыуына, уның һыныусан булыуына, һирәкләнеүенә килтерә.
Сәсте ҡатыҡ, йомортҡа менән йыуырға мөмкин. Улар сәскә зарар итмәй.
Читайте нас: