+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
19 Ғинуар 2018, 17:17

«Әҙәби ҡунаҡхана»ла – Марсель Сәлимов

Башҡортостан Республикаһы Милли музейының «Әҙәби ҡунаҡхана»һында бик матур осрашыу булды. Ул «Башҡорт әҙәбиәтендә сатира һәм юмор» тигән темаға бағышланды. Ҡунаҡхананың абруйлы ҡунағы итеп күренекле яҙыусы-сати­рик, шағир, тәржемәсе, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Марсель Сәлимов саҡырылғайны.

Башҡортостан Республикаһы Милли музейының «Әҙәби ҡунаҡхана»һында бик матур осрашыу булды. Ул «Башҡорт әҙәбиәтендә сатира һәм юмор» тигән темаға бағышланды. Ҡунаҡхананың абруйлы ҡунағы итеп күренекле яҙыусы-сати­рик, шағир, тәржемәсе, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Марсель Сәлимов саҡырылғайны.
Был матур сарала шулай уҡ Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт филологияһы факультеты студенттары, Өфөләге 20-се ҡала башҡорт, Максим Горький исемендәге 3-сө гимназиялары һәм 44-се, 100-сө мәктәптәр уҡыусылары ҡатнашты. Барлығы – 167 кеше.
Марсель Сәлимов менән осрашыуҙар һәр ваҡыт күңелле һәм мауыҡтырғыс үтә. Был юлы ла ул үҙенең ижади тормошонан ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе һөйләп, тамашасыларҙы көлдөрҙө, дәртләнеп сатирик һәм юмористик әҫәрҙәрен уҡыны һәм хәҙерге юморҙың хәле, уның йәмғиәттә тотҡан роле хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлашты. Уҡыусылар, студенттар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев Марсель Сәлимовтың ижадына байҡау яһап, башҡорт юморисының Рәсәй халыҡтары дуҫлығын нығытыуға күп көс һалыуын билдәләп үтте. Ә Өфө ҡала советы депутаты Юнир Ҡотлоғужин яҙыусы-сати­рик­тың йәш быуынды патриотик һәм әхлаҡи яҡтан тәрбиәләүҙәге ижадын юғары баһалап, «Бөйөк Октябрь социалистик революцияһына – 100 йыл» тигән иҫтәлекле миҙал тапшыр­ҙы.
– Мине йәштәребеҙҙең урыҫ, башҡорт һәм сит телдәрҙе бер­ҙәй яҡшы белеүе, әүҙемлеге һөйөндөрҙө. Тыуған Башҡорт­останыбыҙҙы яраталар. Улар илебеҙҙең лайыҡлы граждандары, ысын патриоттары булып үҫер, тип ышанам, – тине Марсель Шәйнур улы осрашыу аҙағында. Милли музейға ул үҙенең «Билдән өҫтәге юмор» тигән китабын бүләк итте.
Иң аҙаҡтан «Әҙәби ҡунаҡхана»ла ҡатнашыусылар абруйлы ҡунаҡтан автографтар алды, иҫтәлеккә фотоға төштө, музей­ҙың экспозициялы залын ҡараны.
Осрашыу барыһының да күңелендә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Читайте нас: