«Йәншишмә» гәзите хеҙмәткәрҙәре менән беҙҙең мәктәптә лә матур осрашыу булып үтте. Уҡыусылар баш ҡала ҡунаҡтарына үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, һәләттәрен күрһәтте: шиғырҙарын уҡыны, ә Айнур Әхмәтов дәртләнеп бейеүгә төштө.
Мәктәп директоры Фәнүр Садиҡов, уҡытыусылар Зимфира Ғүмәрова, Рима Мырҙина, Дилара Әхмәтова, Рәшиҙә Хәйҙәрова уҡыусыларға матбуғатта сыҡҡан мәҡәләләр менән танышып барырға, балаларҙың үҙҙәрен дә яҙышып торорға өндәне.
Быға тиклем Айсулпан Мөхәмәтйәнова, Наҙгөл Күсәрбаева, Азалиә Нарынбаеваларҙың мәҡәләләре гәзит биттәрендә донъя күреп торған. Айсулпан менән Наҙгөл – «Йәншишмә»нең йәш хәбәрселәре лә.
Осрашыу аҙағында Мирсәйет Юнысов әүҙем яҙышҡаны өсөн Азалиә Нарынбаеваға – Почёт грамотаһы, ә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана менән берлектә «Йәншишмә» гәзите ойошторған «Иң күп китап уҡыусы» республика бәйгеһендә өсөнсө урын яулаусы Юлдаш Булатовҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Райхана БУЛАТОВА, китапханасы.
Баймаҡ районы, Билал мәктәбе.