Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим үҙенең бер шиғырында ожмахтай Башҡортостаныбыҙҙы ҡайын япрағы менән сағыштырған. Ауылдаштарыбыҙ тураһында һөйләгәндә, үҙебеҙҙең Мәһәҙейҙе тамырҙары бөтә яҡҡа таралған ҙур ағасҡа тиңләгем килә. Ауылдаштарыбыҙ – ул-ҡыҙҙарыбыҙ, ошо ағас тамырҙары кеүек, Рәсәйҙең төрлө тарафтарына һибелгән. Ә тыуған ауыл, тыуған еребеҙ уларҙы изге эштәргә әйҙәй, ҡанат ҡуя. Күбеһе матур эштәре менән тыуған районыбыҙҙы йәмләп йәшәй. Шулар араһынан йыл юбилярҙары, ауылдаштарыбыҙ – күренекле шағирәбеҙ, район гәзите «Таң»дың ялҡынлы журналисы, бүлек мөдире, Самат Ғәбиҙуллин исемендәге район премияһы лауреаты, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар берлеге ағзаһы Айһылыу Рәжәп ҡыҙы Ғарифуллина, уның бер туған апайы, ағинәй, мәктәбебеҙҙең мәғариф ветераны, элекке директорыбыҙ, «Ҡурыуҙы» халыҡ фольклор ансамбле ағзаһы, күп кенә йола сценарийҙары авторы Фәнүзә Рәжәп ҡыҙы Ишбаевалар бар. Улар тыуған яғы, туғандары һәм ауылдаштары менән бәйләнеште өҙмәй, юлдары төшкән һайын ҡайтып тора.
Яңыраҡ үҙҙәре менән осрашыу булып үтте. Уларҙы ихлас ҡаршы алдыҡ, мәктәп буйлап сәйәхәт ойошторҙоҡ.
Кисәлә уҡыусылар Айһылыу Ғарифуллинаның шиғырҙарын һөйләне. Юбилярҙарыбыҙ тормошо һәм ижадына арналған фотостенд һәр кемдең иғтибарын йәлеп итте, ҡунаҡтарыбыҙ алыҫ үткәндәргә, бала саҡтарына ҡайтып урағандай булғандыр.
Әҙәби-музыкаль осрашыу башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова тарафынан түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү рәүешендә алып барылды. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. Айһылыу Ғарифуллинаның «Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма» шиғырына Артур Туҡтағолов көйөнә яҙылған йырҙы туғыҙынсы синыф егеттәре Илнар Мөхәмәтйәнов менән Илгиз Шаһымәрҙәновтар бик моңло башҡарҙы. Был йыр инде кисәнең башынан аҙағынаса оҙата барҙы. Юбилярҙарҙы уҡыу процесы өсөн яуаплы уҡытыусы Ғаян Зиннур улы Ишемов, «Түңгәүер» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлфиә Басир ҡыҙы Ишемова, мәктәптең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Зинира Фазылйән ҡыҙы Хәсәнова, урыҫ теле уҡытыусыһы Зилә Хәкимйән ҡыҙы Хәйбуллиналар, балалар ҡотлап, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Ҡәләм тибрәтеүсе уҡыусыларыбыҙ был кисәне көтөп алды һәм бик әүҙем ҡатнашты. Ҡунаҡтарыбыҙ бөтә балаларға киләсәктә ижади уңыштар теләп, үҙҙәренең кәңәштәрен бирҙе. Айһылыу Рәжәп ҡыҙы һәм Фәнүзә Рәжәп ҡыҙы сыбыҡ тәрбиәһе алып үҫкән бала саҡтары, уҡыу йылдары тәьҫораттары менән бүлеште, тәрбиә темаһына ла туҡталды. Айһылыу Ғарифуллина үҙенең йомаҡтарын ҡойҙо, Фәнүзә Ишбаева матур һыҙаттарға эйә булырға өндәгән бәйет, ҡобайырҙары менән сығыш яһаны. Мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты китапханаһына ҡунаҡтарыбыҙ яҡташ яҙыусы, шағирәләребеҙ Миләүшә Ҡаһарманова, Таңһылыу Ҡарамышеваларҙың китаптарын бүләк итте. Был кисәнән уҡыусылар күп мәғлүмәт алды. Осрашыу уҡыусыларға, уҡытыусыларға, ҡунаҡтарға бик фәһемле булды, яңы дәрт, көс, рух күтәренкелеге өҫтәне. Ҡәләм тибрәтеүсе йәш ижадсыларға илһам бирҙе, киләсәккә ижади этәргес булды. Кисә аҙағында башҡорт ризыҡтарынан һығылып ҡына торған табында күмәкләшеп аш ашап, сәй эсеп алдыҡ.
Бындай тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған күренекле кешеләр менән осрашыуҙар мәктәбебеҙҙә йыш үтә. Һәр береһе айырым үҙенсәлеккә эйә булыуы менән айырылып тора. Ә был Айһылыулы-Фәнүзәле осрашыу балалар күңелендә матур хис-тойғолар уятты, әлбиттә.Мәһәҙейҙәр ошондай дан ҡыҙҙары булыуы менән икеләтә бәхетле шул.
Сәйҙә ҒӘБДИНУРОВА.
Бөрйән районы, Мәһәҙей ауылы.