VII синыфта әҙәбиәт дәресенә билдәле прозаик, журналист, йәмәғәт эшмәкәре, Муса Мортазин һәм Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премиялар лауреаты Мәүлит Ямалетдиновты саҡырҙым. Ул уҡыусыларға мәктәп программаһына ингән «Көрәш, кеше!» шиғыры, «Еҙ ҡомған» хикәйәһе аша яҡшы таныш. Шулай уҡ Мәүлит Ямалетдиновтың романдары, повестары, әкиәттәре, эпос-дастандары, шиғри йыйынтыҡтары, тәржемәләре лә беҙгә бик оҡшай. Уҙған йылда Мәүлит Байгилде улы «Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма» китабын баҫтырып сығарҙы. Яҙыусы 1992 йылда Валерия Порохованың шиғри ауҙармаһындағы «Коран. Переводы смыслов» китабын уҡып сыҡҡас, был эшкә тотона. 25 йылдан был мөғжизәле китап донъя күрә. Шунан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында китаптың исем туйы үткәрелә.
Яҙыусы гимназистар менән әхлаҡ, иман, заман проблемалары, ғаилә ҡиммәттәре темаһына ихлас әңгәмәләште. Йәш сағында уҡытыусы, музыка мәктәптәре директоры булып эшләгән Мәүлит Байгилде улы балаларҙың үҙенсәлектәрен яҡшы белә, уларҙың бер һорауын да яуапһыҙ ҡалдырманы. Үҙенең шиғырҙарын уҡыны, бер нисә ҡобайырын йырлап ишеттерҙе. Уҡыусылар ҙа сәсәнлек бәйгеһендә үҙҙәрен һынап ҡараны. Яратҡан яҙыусыбыҙҙың моңло тауышы, тәрән мәғәнәле шиғыр-ҡобайырҙары барыбыҙҙы ла хайран итте. Һәр сығышын уҡыусылар дәррәү алҡыштарға күмде. Ҡаҙаҡ, урыҫ, монгол һәм башҡа шағирҙарҙың шиғырҙарын да бик ҡулай ғына итеп башҡорт теленә тәржемә иткән Мәүлит Байгилде улы. Уның күп тел белеүе балаларҙы һоҡландырҙы. Төрөк малайы Хәсән үҙ телендә һорау биреп, ҡунағыбыҙҙы һынап ҡараны һәм уға хөрмәтен белдерҙе. Дамир Вәлиев иһә Мәүлит Ямалетдиновтың остазы Рәми Ғарипов икәнен белгәс, халыҡ шағирының «Туған тел» шиғырын уҡып ишеттерҙе. Йыр-моңға ғашиҡ уҡыусыбыҙ Гөлназ Әхмәтйәнова «Башҡорт улына» йырын ир-азаматҡа бағышланы.
Мәүлит ағай гимназиябыҙға үҙенең китаптарын бүләк итте, балаларға ихлас теләктәрен еткерҙе, тормошта һәр береһенең үҙ юлын табыуын теләне. 70 йәшен тултырған оло уҙаман балалар күңеленә изгелек орлоҡтарын һала алғандыр. Сөнки ошондай осрашыуҙар уҡыусыларға тәрбиә йәһәтенән бик әһәмиәтле. Тормошта уңышҡа ирешкән шәхестәр уларға өлгө була ала. Был бигерәк тә хәҙерге заман йәштәре өсөн мөһим.
Беҙ, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары һәм уҡытыусылары, Мәүлит Байгилде улы Ямалетдиновҡа халҡына күрһәткән изгелектәре үҙенә ғаилә именлеге, балалар ҡыуанысы, ейәндәр бәхете булып әйләнеп ҡайтһын, тип теләйбеҙ. Һау-сәләмәт булып, яңынан-яңы әҫәрҙәре менән беҙҙе шатландырһын, ижад шишмәһе һайыҡмаһын!
Айгөл ИГЕЛЕКОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.