-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
7 Декабрь 2018, 16:08

Бер осрашыуға ни етә!

Ауыл мәктәбендә мөхит барыбер икенсерәк. Балалар үҙҙәренең ихласлығы, ябайлығы менән ныҡ айырыла. Улар менән аралашып, үҙең дә иҫ китмәле тәьҫораттар менән ҡайтаһың. Ҡыҙрас мәктәбендә лә шулай булды.

Тамаша залына юлланабыҙ. Уҡыусылар менән осрашыу бик йәнле үтте. Гәзит тураһында бер аҙ фекер алышҡас, малай­ҙар, ҡыҙҙар үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте. Инәлтмәй генә бер-бер артлы сығып, шиғыр һөйләнеләр, йырланылар. Ай­һылыу ҙа әүҙем булып сыҡты. Бүләген алғас, матур итеп рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Әйткәндәй, ул беренсе синыфтан тик «бишле»ләргә генә өлгәшеп килә. Бик теремек, аралашыу­сан үҙе. Мәктәп директоры Флүрә Ғәли ҡыҙы Миңлеғәлина Айһылыу­ҙың мәктәптән тыш сараларҙа ла әүҙем ҡатнашыуы, һәр яҡлап уҡытыу­сыһының оло ярҙамсы­һы булыуы тураһында әйтте. Бәй, «Йәншишмә»нең еңеүселәре шулай булырға тейеш тә инде.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.


Дәүләкән районы.
Читайте нас: