Таң менән уяныр-уянмаҫ көндәлек эштәргә тотонабыҙ, бер-беребеҙгә күңелдәрҙе ҡырырлыҡ һүҙҙәр әйтәбеҙ. Ә бит, ғалимдар раҫлауынса, көлөү ғүмерҙе оҙайта. Ләкин беҙҙең арабыҙҙа ҡырыҫ тормошобоҙҙа ла үҙенең хикмәтле хикәйәләре менән кәйефебеҙҙе күтәреүсе, сатира һәм юмор оҫталары, замана Ерәнсәләре бар. Шуларҙың береһе – Марат Мөхәмәт улы Әминев.
Яңыраҡ гимназиябыҙҙа уның менән осрашыу үтте. Кисәне IX синыф уҡыусылары Әлиә Йәнбирҙина менән Ғайса Рәхимов алып барҙы. Яҙыусы үҙенең бала сағы хәтирәләренә сумды, тәү тапҡыр ҡулына ҡәләм алыуын, тәүге ижади уңыштарын иҫенә төшөрҙө. Беҙ фәһемле, көнүҙәк темаларға яҙылған хикәйә, юморескалар буйынса ҡунаҡҡа төрлө ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле һорауҙар бирҙек. Марат ағай һәр һорауға асыҡ һәм тулы итеп яуап ҡайтарҙы, мәҙәктәре менән көлдөрөп тә алды, киләсәккә һөнәр һайлау темаһына ла туҡталып китте.
«Фатиха» китабы буйынса эшләнгән Данил Йосоповтың буктрейлеры барыбыҙҙың да күңеленә хуш килде. Ә инде Әлиә Йәнбирҙинаның Мостай Кәримдең «Рус түгелмен, ләкин россиян мин» шиғырын биш телдә башҡарыуы, Айбулат Ғиләжетдиновтың ҡурай моңдары кисәгә тағы ла йәм өҫтәне.
Осрашыу аҙағында яҙыусы иң әүҙем ҡатнашыусыларға үҙенең китаптарын тапшырҙы, ә беҙ Марат Әминевкә гимназиябыҙҙа сыҡҡан «Ҡурай» гәзитен бүләк иттек.
Гөлиә ӘХМӘҘИЕВА, IX «Б» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһы.