Шулай уҡ ул белем усағы коллективы әҙерләгән асыҡ дәресте ҡарап, үҙе ижад иткән эштәренә күҙ һалды. Үҙенең тормошо, эшмәкәрлеге, ижады хаҡында һөйләне. Уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап биреп: "Ошо белем усағының асылыу көнө әле лә хәтерҙә. Халыҡ бик күп йыйылғайны. Хатта кескәй балаларын да эйәртеп килтергәйнеләр. Сөнки ул ваҡытта Өфөлә берҙән-бер башҡорт мәктәбе ине. Шуға ла уҡыу йортоноң асылыуы ғәжәп ҙур байрам булды. Эйе, тағы бер нимәне онотмаҫҡа кәрәк: был мәктәпте асыу өсөн күп йылдар көрәшергә тура килде. Йәнен-тәнен аямай, мәктәпте астырам, тип йөрөгән атай-әсәйҙәр ҙә күп булды... Әлбиттә, уларға ла еңел түгел ине. Ул йылдарҙа башҡорт теленең тәмен, ҡәҙерен белер өсөн үҙебеҙҙең балаларҙы ауылдарға алып ҡайта торғайныҡ. Өләсәй, олатайҙары менән аралаштырып, телебеҙгә һөйөү уята торғайныҡ. Сөнки башҡорт балалары урыҫ мәктәптәрендә уҡып, телебеҙҙе онотоп барғандары ла бар ине. Төрлө юлдарҙы эҙләп, үҙебеҙҙең телебеҙҙе һаҡларға ныҡ тырыштыҡ. Әле бер теләгемде еткерәм: телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ!" – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты яҙыусыбыҙ.
Башҡорт иленең бөйөк шәхесе Ноғман Мусиндан бер кем дә айырылғыһы килмәне. Үҙе лә уҡыусыларҙы һөйөп, хәлдәрен белеште, уҡыуҙары һәм тормоштары менән ҡыҙыҡһынды.