+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
27 Декабрь 2022, 09:35

Китаптарҙы кемдәр яҙа?

Һәр ойошманың үҙенә генә хас матур йолалары бар. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте лә яңы сыҡҡан баҫмаларҙың исем туйҙарында китаптарҙы яҙған авторҙары менән уҡыу­сыларҙың осрашыуын үткәрә. Был юлы ойошторолған сара балалар өсөн донъя күргән китаптарға арналды.

Китаптарҙы кемдәр яҙа?
Китаптарҙы кемдәр яҙа?

Күренекле драматург һәм прозаик Мөҙәрис Багаевтың «Йөнтәфи», Гөлнара Мостафинаның «Айыухан төҫтәр өйрәнә», Рәзилә Ырыҫ­ҡужинаның «Моң» тигән китаптары күргәҙмә залында урын алған. Бик бәләкәстәр өсөн донъяны танып белеүҙә «Минең ғаиләм», «Баҡсала», «Урманда», «Тәбиғәт һәм кеше», «Үҫемлектәр. Сәскәләр» һүрәтле карточкалар йыйылмаһы ла бар. Уларҙы нәшриәттең балалар әҙәбиәте редакцияһы мөхәррире Әлфиә Әсәҙуллина әҙерләгән. Сарала китаптарҙың авторҙары ла ҡатнашты. Баш ҡалабыҙҙың Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһынан IV си­ныф уҡыу­сылары ла уҡытыусылары Эльмира Миҙхәт ҡы­ҙы Ғәзизова менән бергә осрашыуға килгәйне.
«Китап» нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева, балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире Әлфиә Теләмова, мөхәррир Әлфиә Әсәҙуллиналар уҡыусыларҙы бәләкәстәр өсөн сыҡҡан китаптар менән таныштыр­ҙы, туған телде белеп үҫергә, өйрәнергә, үҙҙәре өсөн донъя күргән әҫәр­ҙәрҙе уҡып барырға са­ҡырҙы.
– Мөҙәрис Багаевтың «Йөнтәфи» китабы тура­һында «Йәншишмә» гәзитендә лә баҫылып сыҡ­ҡайны. Үкенескә күрә, автор бер нисә көн элек ке­нә вафат булып ҡалды. Был осрашыуға минең килеүемде һәм һөйләүемде үтенде, – тине билдәле шағирә һәм журналист Зөһрә Ҡотлогилдина. – Әҫәр балаларҙа ғына түгел, хатта өлкәндәрҙә лә ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Яҙыу­сы тәбиғәтебеҙгә һаҡсыл ҡарарға өндәй. Ҡар кешеләре тураһында мауыҡтырғыс итеп яҙылған мажаралы повесть һеҙгә лә бик оҡшар. Бынан тыш, китапта изгелек һәм йомартлыҡ, киң күңеллелек кеүек матур сифаттарҙы сағылдырған геройҙарҙы һынландырған пьесалары ла урын алған.
«Аҡбуҙат» журналында эшләүсе Гөлнара Мостафина кескәйҙәрҙе донъя­ны танып белергә, төҫтәр­ҙе айырырға өйрәтә. Был мөһим эшендә уға Айыу­хан ярҙам итә. Шуға ла китап «Айыухан төҫтәр өйрәнә» тип атала.
Осрашыуҙың иң ҡыҙыҡ өлөшө, моғайын, Гөлнара апайҙарының уҡыусылар менән бергә «Аҡыллы ташбаҡа» тигән әкиәт ижад итеүе булғандыр. Был әҫәрҙә төшөп ҡалған һүҙҙәр урынына балалар әйткән сифаттарҙы ҡу­йып сығырға кәрәк ине. 27 уҡыусы 27 төрлө сифат һүҙҙәрен әйтте: батыр, матур, аҡыллы, йомшаҡ, һөйкөмлө, кәкре, бөкрө, уҫал, һаран, ҡыйыш... Ту­ған телебеҙҙең иҫ киткес һүҙ байлығына үҙҙәре лә аптырағандыр балалар. Ә инде шул һүҙҙәрҙе ҡулланып, Гөл­нара апайҙары әкиәтте тулыһынса уҡып күрһәткәс, көлөп хәлдәре бөттө. Бындай уйындарҙы мәктәптә синыфтан тыш ваҡытта ла, өйҙә лә үткәрергә мөмкин.
Рәзилә Ырыҫҡужина апайҙары ла балалар менән йәнле әңгәмә ҡорҙо. «Моң» китабының йырлап тороуын әйтте. Баҡһаң, уны яҙғанда малайҙарына бәләкәй саҡтарында һөйләгән әкиәттәрен дә индергән икән. Хатта ҡайһы бер әкиәт, хикәйәләренең сюжеттарын улдары үҙ­ҙәре уйлап сығарған.
– Һеҙ ҙә, ҡәҙерле бала­лар, әкиәттәр, хикәйәләр ижад итегеҙ, ул фантазияны байыта, – тине әҙибә апайҙары.
Күренекле мәғрифәтсебеҙ бөйөк Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә үткән был осрашыу, әлбиттә, шиғри күстәнәстәрһеҙ булмай. Шағирә Әлфиә Әсәҙуллина балаларға шиғырҙарын уҡыны, йомаҡтар ҡойҙо.
– Ҡайһылай отҡорһо­ғоҙ, бөтә яуаптарҙы ла белдегеҙ, афариндар! – тип маҡтап та ебәрҙе ул.
Уҡыусылар үҙҙәре лә Башҡорт теле көнө байрамына буш ҡул менән килмәгәйне. Әминә Байбулатова, Нияз Яҡупов, Зәлифә Кәримова, Аяз Хәсәнов, Заһиҙә Аслаева, Азалиә Хәсәнова, Ләйсән Теләмовалар Башҡортос­тан, туған тел, тыуған ер, ҡурай хаҡында шиғырҙар һөйләп ишеттерҙе. Бигерәк тә Тамерлан Юлдашбаевтың сығышы һоҡландырҙы.
– Ҡайһылай оҫта итеп, артистар һымаҡ һөйләй­һең! – тип маҡтанылар үҙен.
– Уның ата-әсәһе ар­тис­тар бит, – тине уҡытыусылары Эльмира Миҙхәт ҡы­ҙы. – Атаһы – Сала­уат Юлдашбаев – Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы. Әсәһе – Сәлимә Юлдашбаева – «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле солисы.
– Тамерлан үҙе лә беҙ­ҙең спектаклдәрҙә уйнай, балалар ролен башҡара, – тине Милли йәштәр теат­рының әҙәбиәт бүлеге мөдире Рәзилә Ырыҫ­ҡужина.
Осрашыу һуңында «Китап» нәшриәте хеҙмәткәр­ҙәре һәр уҡыусыға китап бүләк итте. Балалар әҙәбиәте редакцияһында эшләгән мөхәррир апайҙары тәмлекәстәр менән дә һыйланы.
– Бөгөн уҡыусылар үҙ­ҙәренә бүләк ителгән китаптар менән танышып, иртәгә синыфта шулар хаҡында йәнле һөйләшеү ойошторасаҡбыҙ, – тине уҡытыусылары хушлаш­ҡанда. – Бөгөнгө тамаша беҙгә бик оҡшаны. Тағы ла саҡырығыҙ, ҡыуанып килербеҙ.
Сара бөткәс тә балалар ҡайтып китергә ашыҡманы әле. Китап магазины менән рәт-рәт буйлап йөрөп таныштылар. Матур-матур сағыу биҙәкле китаптарҙы тотоп-тотоп ҡаранылар. Атай-әсәйҙәре менән яңынан килеп, үҙҙәренә оҡшаған китаптарҙы һатып алырға тигән ниәт менән таралышты улар.

М. АЗАМАТОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: