-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
3 Май 2023, 09:45

Әйтер һүҙе тос булды

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында башҡорт прозаһы тип аталған оло диңгеҙҙе сағыу тауышы, гәлсәрҙәй саф тамсылары менән һуғарған заманыбыҙҙың күренекле яҙыусыһы, ҡасандыр беҙҙә белем алған Гөлсирә Мирза ҡыҙы Ғайсарова-Ғиззәтуллина менән матур осрашыу уҙҙы.

Әйтер һүҙе тос булды
Әйтер һүҙе тос булды

Ул данлыҡлы уҡыу йортон тамамлағас, оҙаҡ йылдар республика матбуғатында хеҙмәт итә. Һуңғы ваҡытта ныҡлап әҙәби ижад һәм профессиональ тәржемә менән шөғөлләнә. Голландияла Амстердамдың ирекле университетында тәржемә оҫталығын камиллаштыра. Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты булараҡ, һәр саҡ ижадта юғары уңыштарға өлгәшә: «Һәҙиә» әҫәре – 2005 йылда баш­ҡортса иң яҡшы роман, «Тормош шау сәскәлә» китабы 2008 йылда «Иң яҡшы йыл китабы» тип танылһа, шул уҡ йылда Мәхмүд Ҡаш­ғариҙың тыуыуына 1000 йыл тулыуға арнал­ған халыҡ-ара хикәйәләр конкурсында I урынға лайыҡ булды. Ошо көндәр­ҙә «Яратам, тип әйтеп өл­гөр­мә­нем» исемле хи­кәйәһе «Ағи­ҙел» журналының 100 йыллыҡ юбилейына арнап үткәрелгән Мос­тай Кәрим исемендәге бәйгелә иң шәп проза әҫәре номинацияһында еңеп сыҡты.
Осрашыу йәнле аралашыу рәүешендә барҙы. Авторҙың «Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ» исемле яңы китабы менән таныштыҡ, геройҙар яҙмышы, бөгөнгө йәшәйеш хаҡында борсоған һорауҙарға яуаптар эҙләнек.
Гөлсирә апайҙың хикәйәләрендә беҙ тормоштоң ҡаты дауылдары менән айҡашҡан замандаштарыбыҙҙы күрәбеҙ, ваҡыты менән ир­ҙәрҙән дә көслө була алған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға һоҡланабыҙ. «Бар ул ерҙә, бар ул мөхәббәт», тип хистәр даръяһына сумабыҙ. «Бәхет бар. Ул бына бында, беҙҙең әйләнә-тирәбеҙҙә. Тик үрелеп кенә ал икән», тип өшөгән йөрәктәребеҙҙе яратырға һәм яратылырға өйрәтәбеҙ. Ғәжәп йылы һәм ихлас әҫәр­ҙәре донъя күреп торһа, кешеләр ерҙә бәхет барлығын онотмаҫтар, тип ышанабыҙ. Тома һуҡыр Зөбәй­ҙә исемле һылыуҙың яҙмышы аша автор ысын мөғжизәләргә кеше ҡулы ла һәләтле икәнлеген иҫбатлай. Артабан йәшәргә бөтөнләй теләгең ҡалмағанда нисек үҙеңдә көс табырға? Ниңә бәхет йыш ҡына инде бер ниндәй ҙә өмөт юҡ һымаҡ тойолған саҡта килә? «Йәшә, егет» повесы геройҙары был һорауҙарға үҙ яҙмыштары менән яуап эҙләй.
Гөлсирә апайҙың хикәйәләрендә донъялағы иң саф, әҙәмде әҙәм иткән ата-әсә һәм бала араһындағы тойғо-хистәр бар матурлығы, тәрәнлеге һәм беҙҙең башҡорт хал­ҡына хас менталь үҙенсәлеге менән асыла. «Һаумы, әсәй», «Ҡыш бабай бүләге», «Йәнең китһә, өмөттәрең ҡалһын» хикәйәләре күҙ йәштәренә мансылып уҡыла.
«Шул уҡ йән ине» хикәйәһенең немец телендә яңғырауын Германия яҙыусылары һоҡланып ҡабул итә. Күренекле әҙиптәре: «Европа бит тап шундай хикәйәләргә мохтаж», – тип белдерә.
Авторҙың, Дауыт Юлтый «Ҡан» романы аша башҡорттарҙың беренсе донъя һуғышына мөнәсәбәтен әҙәбиәттә сағылдырып ҡала алған икән, бөгөнгө заман ысынбарлығын башҡорт кешеһе күҙлеге аша күрһәтергә тейешмен, тигән һүҙҙәре уйландырҙы. Ғөмүмән, Гөлсирә Мирза ҡыҙының йәш быуынға әйтер һүҙе тос булды. Оҙаҡ йылдар туранан-тура төрлө яҙмышлы кешеләр менән аралашыуы, хәҙер бөтә донъя киңлегендә алдынғы фекерҙәштәре булыуы, заман проблемаларын, кешелек алдында торған хәүефтәрҙе тәрәндән аңлай белеүе уҡыусы күңеленә үтеп инде һәм оҙаҡ йылдарға етерлек ойотҡо һалды. Тыуған еребеҙҙе яратыу, тарихын ихтирам итеү, көсләп тағылған сит ҡиммәттәрҙән үҙеңде яҡлай алыу кеүек мәңгелек төшөнсәләр хаҡында ла аңлайышлы итеп һөйләне ул. «Ҡарт олатам битемә төкөрҙө» әҫәре геройы ла юҡҡа ғына тап әлеге көндә беҙҙең әҙәби майҙанда рухи үҫеш юлы менән уртаҡлашмай бит. Хикәйәләрендәге яҙмыштар, әйтерһең дә, үҙеңдең кисерештәрең: күңелгә үтеп инә лә йәшәйешең, эштәрең, ҡылыҡтарың хаҡында уйланырға мәжбүр итә. Әҫәрҙәре һыҙлаған күңел яраларын дауалай, дөрөҫ юл һайларға өйрәтә, битараф булмаҫҡа өндәй.
Яҙыусыларыбыҙ донъя буйлап гиҙә, әҫәрҙәре үҙ уҡыусыларын таба, йөрәктәребеҙҙе мәрхәмәтлерәк, бәхетлерәк тибеүгә өлгәшә икән һәм иң мөһиме – ейән-ейәнсәрҙәре башҡортса уҡый-яҙа, һөйләшә белә икән, тимәк, башҡорт әҙәбиәте лә йәшәй тигән һүҙ. Гөлсирә Мирза ҡыҙына ижади уңыштар, илһамлы тормош, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ һәм яңы осрашыуҙар көтөп ҡалабыҙ.

Рәсимә АЛЛАМОРАТОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты,
Азалиә АҠБУЛАТОВА, IX «В» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы.

Әйтер һүҙе тос булды
Әйтер һүҙе тос булды
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: