+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
18 Декабрь 2023, 17:33

Телебеҙ йәшәйәсәк!

Халҡыбыҙҙа “бер-береңә ҡунаҡҡа йөрөшөү” тигән күркәм йола борон-борондан һаҡланып килгән. Сал ҡыштың һыуыҡтарын, ел-дауыллы бурандарын оноттора ошондай изге йолалар.

Телебеҙ йәшәйәсәк!
Телебеҙ йәшәйәсәк!

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 11-се мәктәбенән III "И" синыфы етәксеһе, республикала билдәле талантлы уҡытыусы Зөлфиә Абуталип ҡыҙы Рәхимованың Башҡорт теле көнөнә арналған осрашыуға саҡырыуын ихлас күңелдән ҡабул иттем. Сөнки балалар янында үҙеңде бөтөнләй икенсе кеше итеп тояһың! Шуныһы ҡыуаныслы: улар телебеҙҙе белә, уны ихлас ярата һәм өйрәнә.

Зөлфиә Абуталип ҡыҙы менән Зилә Нәғим ҡыҙы был сараға бик ентекле әҙерләнгән. Балалар өсөн ижадыма арналғайны ул. Осрашыу барышында һөйөнөсөмдөң сиге булманы. Уҡыусылар “Мин – ҡояшҡай”, “Бейеүсе болан”, “Фәрештә ҡанатында” һәм яңыраҡ баҫылған “Һандуғас сере” китабынан шиғырҙар ятлаған. Эльдар Алламоратов, Аделина Теләпҡолова, Руфина Мораталиева, Нәргизә Бәширова, Карина Йомағоловалар шиғырҙарымды сатнатып башҡортса һөйләне.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Ҡотлоғәлләмованың һәр сығышты уйын менән аралаштырып алып барыуы үҙенсәлекле алым булды.Былай эшләгәндә балалар тағы ла дәртләнеп китә икән; шиғыр уларҙың күңеленә йәһәт барып етә һәм, әлбиттә, уҡыусы шиғри әҫәрҙе еңел ҡабул итә. Уны тиҙ генә онотоп та бармай.

Бала күңеле саф ысыҡ кеүек. Мине төрлө һорауҙар менән күмеп ташлауҙарына һөйөнөп бөтә алманым. Ҡайҙа тыуыуым, мәктәптә нисек уҡыуым, тәртипле булғанмынмы, шаян булмағанмынмы, кем булып эшләгәнмен, әсәйемдең исеме нисек булған?.. – бөтәһе лә ҡыҙыҡһындырҙы.

Хатта:

– Шиғырҙы ҡасан яҙа башланығыҙ? Уны яҙыуы ҡыйынмы? Беҙгә лә яҙһаҡ буламы? – тигән ихлас һорауҙары ошо донъяларҙы ихлас яратыуҙарына ишара ине.

...Күмәкләшеп кинәнеп бала сағыма ҡайтып әйләндек.

Атайым менән әсәйемдең ауылда тимерлектә эшләгән саҡтары... Эштән арып ҡайтһа ла, атайым беҙгә серле йөкмәткеле әкиәттәрен һөйләргә әүәҫ булды.Уларҙы өсәр көн һөйләй. Иң ҡыҙыҡ еренә еткәс кенә туҡтай ҙа ҡуя.

– Ҡалғаны иртәгә, – тиер ине, беҙҙе ымһындырып.

Шунан түҙемһеҙләнеп төн еткәнен көтәбеҙ.

Шулай "Аҡ бүре" тураһындағы әкиәтен ныҡ яраттыҡ. Урманда йәшәгән аҡ бүре, фәрештә кеүек, ауырлыҡҡа юлыҡҡан кешеләргә гелән ярҙам итеп йөрөй.Кәрәк саҡта ул хатта оса ла ала! Йәйен урманға еләккә барғанда ошо илаһи затты – аҡ күңелле аҡ бүрене күрергә тип күпме хыяллана-хыяллана үҫтек! Үҙебеҙ генә беләбеҙ!

Йылдар үтте. Беҙ, мәктәпте тамамлап, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралыштыҡ. Мин БДУ-ға уҡырға индем. Республикабыҙҙағы иң абруйлы уҡыу йортона уҡырға инергә нәҡ атайымдың аҡ бүреһе ярҙам иткәндер миңә тим. Тик “Башҡорт халыҡ ижады” китабынан ошо әкиәтте эҙләп ҡараһам, унда булмай сыҡты. Шунан аңланым: атайым әкиәттәрен үҙе уйлап сығарып һөйләгән. Рухтары шат булһын ғәзиздәремдең! Бар һәләттәрен миңә тапшырғандар.

Балалар әсәйемдең баҫҡан урындан таҡмаҡ сығарып, уны әйтә-әйтә өйөрөлөп бейеп китеүен һөйләгәндә түҙмәнеләр. Кемуҙарҙан:

– Минең әсәйем дә йырлай белә.

– Минең атайым ҡурайҙа уйнай.-

– Ә беҙҙеке шәп итеп бейей, үәт! – тип ғаиләләге уңыштары менән уртаҡлаштылар.

Зөлфиә Абуталип ҡыҙы, башҡорт теле, башҡорт әҙәбиәтен урыҫ әҙәбиәте, урыҫ теле менән сағыштырып:

– Ике әҙәбиәтте лә, ике телде лә төплө, ныҡлы итеп белергә һәм уға хеҙмәт итергә тейешбеҙ! – тип һығымта яһаны.

Телебеҙҙең ни тиклем яғымлы, ни тиклем бай, ни тиклем моңло булыуына ошо сарала балалар тағы ла нығыраҡ инанды.

– Телебеҙ, әҙәбиәтебеҙ мәңгелек булһын өсөн уны яратыр кәрәк! Ә һеҙ яратаһығыҙмы?- тип һорағас, дәррәү итеп:

– Эйе! – тип яуапланылар.

Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле кескәй йондоҙсоҡтарым! Илһам ҡошоноң гел һеҙҙең янда булыуын электән белә инем. Әле лә арағыҙҙа бер нисәгеҙҙең яурынына ул килеп тә ҡунды. Шуға шаһит булдым!

III "И" синыфы етәксеһе Зөлфиә Абуталип ҡыҙы Рәхимова, шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Нәғим ҡыҙы Ҡотлоғәлләмоваға ошондай күркәм сара ойоштороп, минең күңелемде күреүегеҙгә рәхмәттәрем сикһеҙ! Тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙҙә тик уңыштар юлдаш булһын! Киләсәктә ҡалабыҙҙың, республикабыҙҙың данын арттырырҙай, мәртәбәһен күтәрерҙәй, телебеҙҙе, әҙәбиәтебеҙҙе үҫтерерҙәй шәхестәрҙе нәҡ һеҙ тәрбиәләйһегеҙ!

– Былай булғас, көйәләнергә һис урын юҡ.Телебеҙ йәшәйәсәк! Милләтебеҙ йәшәйәсәк! – тип ҡыуанып ҡайттым был саранан. Сөнки көслө рухлы балалар белем алырға бер күскә тупланған.

 

Рәшиҙә ШӘМСЕТДИНОВА, шағирә.

Телебеҙ йәшәйәсәк!
Телебеҙ йәшәйәсәк!
Телебеҙ йәшәйәсәк!
Телебеҙ йәшәйәсәк!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: