+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
3 Апрель , 15:00

Батырыбыҙ тыуған ерҙә

Салауаттар менән осрашыуҙы көтөп алдыҡ. Беренсенән, баҫмабыҙҙы яратып уҡыған, үҙҙәре әүҙем яҙышҡан уҡыусыларыбыҙҙы күреү теләге көслө булһа, икенсенән, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев эҙҙәре буйлап йөрөү – үҙе ҙур мәртәбә.

Батырыбыҙ тыуған ерҙә
Батырыбыҙ тыуған ерҙә

Әлкә ауылы ҙур ғына икән. Алыҫтан күренеп торған ике ҡатлы мәктәп бинаһы заманса йыһазландырылған. Директор Әлфиә Ниғәмәт ҡыҙы Садиҡова әйтеүенсә, барлығы 78 бала көн һайын ошо белем тауына үрләй. Күрше Иҙрис, Юлай, Йонос ауылдарынан килеп уҡыусылар бар. Уларҙы, әлбиттә, автобус йөрөтә. Интернат булғанда ятып уҡығандар, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике йыл элек ул ябылған.
Мәктәп тормошо гөрләп тора: дәрестәр бөткәс, төрлө түңәрәктәрҙә һәләтеңде үҫтереү мөмкинлеге бар. Бокс, көрәш, бейеү менән шөғөлләнергә була. Йәнә күмәкләп концерттарға, спектаклдәргә йөрөйҙәр. Теләһәң, китапханаға рәхим ит – мәктәп ун төрлө гәзит-журнал алдыра, улар араһында балалар өсөн «Йәншишмә», «Аманат», «Аҡбуҙат» та булыуы ҡыуандыр-ҙы.
Гәзитебеҙ үткәргән «Әсәм теле – сәсән теле» бәйгеһендә бер нисә еңеүсе билдәләнеп, унда Әлкә мәктәбенең IV синыф уҡыусылары ла бар ине. Бына улар: Наҙгөл Шәһивәлиева, Азалида Ғәйнетдинова, Эльвир Шәмсетдинов һәм Алина Сәхәүетдинова. «Беҙҙең туған телебеҙ – башҡорт теле. Уның менән ғорурланабыҙ. Үҙ телебеҙҙә йырҙар йырларға, китаптар уҡырға яратабыҙ. Үҙебеҙ ҙә шиғырҙар яҙырға өйрәнәбеҙ. Башҡорт теленә һөйөүҙе уҡытыусыбыҙ Юлиә Ғөбәйҙулла ҡыҙы уята», – тип яҙғайны улар. Ысынлап та, бигерәк шәптәр икән. Һәр береһенә Почёт грамотаһы менән бүләк тапшырғас, синыф етәкселәре уҡыусылары хаҡында ғорурланып һөйләп алды.
– Наҙгөл төрлө конкурстарҙа ҡатнашып ҡына тора. Башҡорт теле буйынса үткәрелгән район олимпиадаһында еңеү яуланы, «Һаумы, һаумы, әкиәт!»тә, Салауат Юлаевҡа арналған бәйгелә лә һынатманы. Алина ла шиғырҙар һөйләргә оҫта, иншаларҙы ҡойоп ҡуя. Азалида шиғырҙар менән сығыш яһарға ярата, бынан тыш, сәйлән теҙеү менән мауыға. Эльвирыбыҙ – йырсы, район конкурстарында уңышҡа ирешә. Синыфыбыҙҙа барлығы – 14 уҡыусы. Һәр береһе тураһында айырым һөйләргә мөмкин, бөтәһе лә уңған, тәртипле, белемгә ынтыла. «Йәншишмә»не яратып уҡыйбыҙ, дәрестә ҡулланабыҙ. Айырыуса балалар ижад иткән шиғырҙарҙы, әкиәттәрҙе үҙ итәбеҙ. Хәҙер яйлап бәйгеләрҙә лә ҡатнаша башланыҡ. Еңеүебеҙгә шул тиклем шатбыҙ! – тине синыф етәксеһе Юлиә Шәмсетдинова.
Баҫмабыҙҙы әүҙем таратҡан ветеран уҡытыусы Әминә Ниғмәтйән ҡыҙы Юнысованы ла Почёт грамотаһы менән бүләкләнек. Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы ул. «Йәншишмә»не үҙе лә алдыра, туғандарына ла яҙҙыра.
Мәктәп эргәһендә генә балалар баҡсаһы менән тыуған яҡты өйрәнеү музейы урынлашҡан. Һуңғыһына кереп сыҡмай ҡайтып китеү яҙыҡ булыр ине. 1959 йылда уҡытыусы Тархан Заһи­ҙуллин тарафынан булдырылған музейҙың бер өлөшө Салауат Юлаевҡа арналған. Унда Өфөләге батыр һәйкәленең бәләкәй күсермәһе лә бар. Тархан Сәғит улы һәм уның улы Айрат төшөргән картиналар иһә Салауаттың батырлығын, тыуған еребеҙҙең матурлығын данлай. Төпкө яҡтағы экспозициялар ошо ерлектән сыҡҡан билдәле кешеләргә бағышланған. Музей мөдире Илвира Кашбулла ҡыҙы Заһиҙулли­наны ҡыҙыҡһынып тыңланыҡ.
Тарихтан белеүебеҙсә, азатлыҡ батырының тыуған ауылы Тәкәй 1775 йылда яндырыла. Быйыл Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға ҡарата ул урында «Салауат ере» тарихи-мемориал комплексы төҙөлә. «Янғантау» геопаркы биләмәһендә асыласаҡ парк проекты Мостай Кәримдең «Салауат. Өн аралаш ете төш» әҫәренә нигеҙләнеп әҙерләнгән. Уны бер барып күрербеҙ, әлкәләр менән тағы ла осрашырбыҙ әле!

Батырыбыҙ тыуған ерҙә
Батырыбыҙ тыуған ерҙә
Батырыбыҙ тыуған ерҙә
Батырыбыҙ тыуған ерҙә
Батырыбыҙ тыуған ерҙә
Батырыбыҙ тыуған ерҙә
Батырыбыҙ тыуған ерҙә
Батырыбыҙ тыуған ерҙә
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: