-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
3 Июнь , 16:45

Ҡараталда ла дуҫтарыбыҙ артһын

Белем усағына килеп ингәс тә балаларҙың милли кейемдә йөрөүҙәре күҙгә салынды. Баҡтиһәң, мәктәп уҡыусылары йома һайын ошо матур костюмдә уҡыйҙар икән. Бик һоҡланғыс күренеш!

Ҡараталда ла дуҫтарыбыҙ артһын
Ҡараталда ла дуҫтарыбыҙ артһын

Ҡарап туйғыһыҙ, кейемдәре лә үҙҙәренә бик килешә бит әле. Әйткәндәй, был мәктәптә “Милли кейем – милләт көҙгөһө” исемле республика семинары ойошторолған. Был сараны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ла килеп төшөрөп күрһәткән.

   Ике ҡатлы Ҡаратал туғыҙ йыллыҡ мәктәбендә 55 уҡыусы белем ала. Унда 10 уҡытыусы һәм 7 хеҙмәткәр эшләй. Беренсе ҡатында балалар баҡсаһы урынлашҡан. Бик уңайлы икән. Беҙ барғанда кескәйҙәр сағыу һәм яҡты бүлмәлә рәхәтләнеп төшкө йоҡола ине. Тәрбиәсе Флүрә Рамаҙан ҡыҙы Иҙрисова һәр бүлмә менән таныштырып сыҡты.

    Әле был белем усағын Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы Рим Сөләймән улы Йәнбирҙин етәкләй. Мәктәптә ике ветеран уҡытыусының балаларға белем биреүен дә белдек. 35 йыллыҡ хеҙмәт юлы үткән, хаҡлы ялдағы өлкән уҡытыусы Мәрзиә Шәриф ҡыҙы Әлибаеваның һаман да дәртләнеп эшләп йөрөүе маҡтауға лайыҡ. Ул математика һәм физика фәндәренән уҡыта. Шулай уҡ 35 йыл физкультуранан белем биргән, әле тәрбиәсе йөгөн тартҡан Гөлгенә Ғаяр ҡыҙы Хәмитованы ла телгә алмау яҙыҡ булыр. Уны балалар ҙа, уҡытыусылар ҙа хөрмәт итә.

      Беҙҙең гәзитебеҙ менән әүҙем бәйләнеш тотҡан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алһыу Фәйзрахман ҡыҙы Күсәрбаева-Мырҙабулатова:

    – Беҙ мәктәп уҡыусылары менән “Йәншишмә”не яратып уҡып барабыҙ. Уҡыусылар үҙҙәре яҙған мәҡәләләрен гәзит биттәрендә күреп, тағы ла ҡыҙығып, дәртләнеп китә. Быйыл бигерәк тә әүҙемләштеләр. Бер-береһе менән ярыша-ярыша яҙышалар. Күптән түгел Башҡортостан Республикаһының Милли музейы ойошторған “Ваҡыт геройҙары” конкурсында “Матбуғат баҫмаларында” номинацияһында Аҡйондоҙ Күсәрбаева I урын яуланы. Әйткәндәй, ул “Йәншишмә”беҙҙә баҫылып сыҡҡан мәҡәләләрен ебәргәйне, еңеү ҙә оҙаҡ көттөрмәне. Шулай гәзитте алдырып уҡыу бик файҙалы, – тине ҡыуанып.

    Алһыу Фәйзрахман ҡыҙы район, республика күләмендә үткәрелгән конкурстар еңеүселәрен әҙерләүсе лә. Уҡыусылары ла үҙен ҡыуандырып ҡына тора. Мәҫәлән: “Кейекбаев уҡыуҙары”нда IX синыф уҡыусыһы Айлина Күсәрбаева республика буйынса еңеүсе булһа, VII синыфтан Аҡйондоҙ Күсәрбаева призлы урын яулаған. V синыф уҡыусыһы Динә Нурлығаянова “Мәжитов уҡыуҙары”нан призёр булып, VII синыф уҡыусыһы Ильяс Йәнбаев – “Бикбай уҡыуҙары”нан , ә VIII синыф уҡыусыһы Нураниә Йәнбирҙина “Өмөтбаев уҡыуҙары”нан (етәксеһе – Гөлфиә Юнысбаева) еңеп ҡайтҡан икән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында VIII cиныф уҡыусылары Илназ Насиров (етәксеһе – Гөлүзә Насирова) менән Айнур Нурлығаянов иң-иңе булғандар. Әйткәндәй, Айнур Гагарин кубогы олимпиадаһында ла еңгән (етәксеһе – Миңзәлә Нурлығаянова). Тағы ла III, IV синыфта белем алған Нәргизә Вәлиева (етәксеһе – Дилә Вәлиева) менән Рузилә Хисаметдинова (етәксеһе – Гөлгенә Ғәйетбаева) төрлө бәйгеләрҙә I урын яулап, гел мәктәп данын күтәрә.

     Мәктәптә Сәғит Сәйәх улы Әлибаев Тыуған яҡты өйрәнеү музейын асып ебәргән икән. Ул әлеге көндә лә экспонаттар, тарихи әйберҙәр йыйыуға ла ҙур көс һала. Музей тулыланғандан-тулылана бара.

   Ҡараталда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ла онотмайҙар. Уларға гуманитар ярҙам ойоштороп, ғаиләләре менән осрашып торалар.

    Белем усағында берҙәм коллектив тупланған.  Улар атай-әсәйҙәр, “Ағинәйҙәр” һәм “Атайсал” ойошмалары ағзалары менән бергәләп төрлө саралар үткәрә.

    Ҡыҙыҡлы осрашыуҙан һуң был мәктәптә лә дуҫтарыбыҙ артыуын теләп хушлаштыҡ.

 

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Баймаҡ районы.

Ҡараталда ла дуҫтарыбыҙ артһын
Ҡараталда ла дуҫтарыбыҙ артһын
Ҡараталда ла дуҫтарыбыҙ артһын
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: