Хәйерле юл һеҙгә!
Рәшит НИҒМӘТИ ХӘЙЕРЛЕ ЮЛ ҺЕҘГӘ! ...Дуҫтарым! Һеҙҙең ҡаршыла Фән тауы ҡалҡып тора. Шул тауҙың иң-иң түбәһе Яҡтырып, балҡып тора. Юҡ унда шымарған юлдар, Тик ташлы һуҡмаҡ ҡына. Тауҙың үренә ҡыйыуҙар Тырышып-тырмашып менә. Тышта көҙ. Һалҡынса елдәр. Күңелдә һеҙҙең йылы. Ил теләй: Һәр бер баланың Хәйерле булһын юлы!