+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
12 Февраль 2021, 20:28

Премиябыҙ - Йәнгүзәл Зәйнуллинаға!

«Йәншишмә»беҙҙең тыуған көнөндә гәзитебеҙҙең Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге премияһын тапшырыу йолаһы бар. Быйыл уға кем лайыҡ булды икән, тиһегеҙме?

Гәзитебеҙҙең иң әүҙем йәш хәбәрселәренең береһе Йәнгүзәл Зәйнуллина! Беҙ үткәргән бәйгеләрҙә ҡатнашып та гел генә еңеү яулай ул. Лицейҙа, ҡалала, районда ғына түгел, республикала ойошторолған төрлө олимпиадаларҙа ла һынатмай. Әле генә уҙған башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара бәйгелә лә I урын яуланы. Афарин!

Йәнгүзәл Зәйнуллина Бай­маҡ ҡалаһының 4-се лицейында IX синыфта «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Тырыш ҡыҙ бейергә лә ярата. Быйыл ғына ваҡыты тығыҙ булғас, ҡаланың Балалар ижады үҙәгенең «Сулпылар» түңәрәгенә йөрөүҙе туҡтатып тор­ған.

– Лицейҙа уҙған бар сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Йәнгүзәл – ул шундай уңған, тәрбиәле, итәғәтле, иғтибарлы уҡыусы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, гел тәүҙә кәңәшләшеп ала. Һәр нәмәгә ет­ди ҡарай. Теле лә иҫ китмәле бай. Һәр кем менән матур итеп һөй­ләшә. Өйҙәрендә лә ҡусты һәм һеңлеһенә апай була белә, уларға ярҙам итеп кенә тора. Ошон­дай өлгөлө, әүҙем уҡыусыбыҙ менән ғорурланабыҙ, – тип һөйләне лицей директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Гөлшат Зәйнулла ҡыҙы Иҫәнбаева.

Бына бит уңған, өлгөр, тырыштарға уңыштар килеп кенә тора. Йәнгүзәлдең гәзитебеҙҙә әүҙем генә яҙышып ҡалмай, баҫманы таратыуҙа ла өлөшө ҙур булды. Фото, видеолар төшөрөү, уларҙы монтажлау менән ҡы­ҙыҡһынған уҡыусы яратҡан гәзите «Йәншишмә»гә өс видео-реклама әҙерләп, тағы ла үҙенең оҫталығын, һәләтен, баҫманың киләсәге өсөн борсолоуын күр­һәтте. Маладис, Йәнгүзәл! Һин – күптәргә өлгө! Шундай йәш хәбәрсебеҙ булғанға беҙ ныҡ һөйөнәбеҙ.

Ҡотлайбыҙ һине, Йәнгүзәл! Гел шулай әүҙем бул, бер ҙә һынатма, йәме!

Зөһрә ХӘКИМОВА,

хаттар бүлеге хәбәрсеһе.

Читайте нас: