Ҡатын-ҡыҙ ул тулы бер донъя, уның күңелендә мөхәббәт тә, гүзәллек тә, йомшаҡлыҡ та, иң көслө Әсә хисе лә, ғаилә усағы йылыһы ла һыйған. Балалар үҫтерә, йорт-ерҙе лә тәртиптә тота – уны яҡты һәм йылы итә. Мең төрлө мәшәҡәттәренә сумып ҡалмайынса, үҙенең матурлығын да һаҡлай белә. Ә быларҙың барыһын да бит тик гүзәл зат ҡына булдыра ала.