Хәтерҙә ҡалырлыҡ кисә
Гимназияла оҙаҡ йылдар эшләгән, Рәми Ғарипов ижадын балаларға еткереүҙә ҙур тырышлыҡ һалған Гөлсәсәк Салауат ҡыҙы Ҡылысова, Альбина Хәсән ҡыҙы Кайбышева, Лилиә Искәндәр ҡыҙы Әминева, Римма Мирсәйет ҡыҙы Тимербулатова, Лүзә Хәбир ҡыҙы Шөғәйепова, Рәсимә Миңләхмәт ҡыҙы Алламоратоваларҙың уҡыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса һәр төрлө олимпиадаларҙа еңеү яулауҙарында хеҙмәт өлөштәре ҙур. Шағир иҫтәлегенә арналған быйылғы тамаша ла уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың тырышлығы менән әҙерләнгән.
Шағирҙың тормош юлынан сәхнәләштерелгән күренештәр, әҙиптең шиғырҙары, «Аҡйондоҙ» бейеү ансамбленең, «Аманат» төркөмөнөң, ҡурайсылар ансамбленең сығыштары кисәне байрамға әүерелдерҙе. Мәҙинә Хәмиҙуллина, Артур Мәхийәнов, Рамаҙан Аҙнабаев, Айгүзәл Әбүбәкерова, Азат Зөфәров, Руфина Мөхәмәтдинова, Айбулат Ҡоҙабаев, Азалина Бүләкова, Диниә Ғүмәрова, Фирүзә Фәхретдинова, Зәйтүнгөл Байгилдина, Искәндәр Мөхәмәтйәновтар шағир шиғырҙарын күңелдәргә еткерерлек итеп тасуири һөйләне. Шулай уҡ тәрбиәсе Римма Фәйез ҡыҙы Нәбиеваның Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған «Үтте лә китте йәшлегем» йырын башҡарыуы, XI «Д» синыфынан Гөлназ Собханғолова менән Вилдан Шәмсетдиновтың тамашаны матур итеп алып барыуҙары, балаларҙың Рәми Ғарипов тәржемәһендәге урыҫ әҙиптәренең шиғырҙарын уҡыуҙары, йырҙарын башҡарыуы, бөтә ошо сараның сәхнәләге экранда видеорәттәр менән яҡтыртылып барыуы – барыһы ла кисәне хәтерҙә ҡалырлыҡ итте.
Гимназия директоры Илнур Рифат улы Сәлихов Рәми Ғарипов исемендәге премияға лайыҡ булыусыларҙы ҡотлап, артабанғы тормош һынауҙарына бирешмәйенсә һәр ваҡыт беренселәр булып ҡалыуҙарын теләне һәм байрамды әҙерләүселәргә, ҡатнашыусыларға, ҡунаҡтарға, тамашасыларға рәхмәттәрен еткерҙе.
Рәми Ғарипов исемендәге премияға кемдәр лайыҡ?
Ильяс Иштуған улы ВӘЛИЕВ, ғалим, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы, педагогия фәндәре докторы, профессор, төрлө юғары уҡыу йорттарында оҙаҡ йылдар студенттарға белем бирә. Быйыл 75 йәшлек алтын юбилейын билдәләне.
Ильяс Иштуған улының хеҙмәт биографияһында үткән быуаттың һикһәненсе – туҡһанынсы йылдарында 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында директор вазифаһын башҡарыуын билдәләп китергә кәрәк. Ул етәкселек иткән ваҡытта мәктәптең матди-техник нигеҙе нығытыла, тыуған яҡты өйрәнеү музейына бина, теплица, спорт комплексы төҙөлә, радиоузел ойошторола, юғары уҡыу йорттары менән бәйләнештәргә нигеҙ һалына, Рәми Ғарипов исемендәге премия, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рәшит Ниғмәти, Мостай Кәрим, Рәми Ғариповтарҙың кабинет-музейҙары булдырыла. Тағы ла бик мөһим бер нәмә хаҡында әйтеп үтеү кәрәк. Әлеге ваҡытта бар республикабыҙҙың сығарылыш уҡыусылары тағып йөрөгән таҫмалар ҙа – Ильяс Иштуған улының идеяһы!
Шағир исемендәге икенсе премияға күренекле шағирә, ошо белем усағының сығарылыш уҡыусыһы Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы ХИСАМОВА лайыҡ булды.
Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙының ижадҡа юлы тап ошо интернат-мәктәптә уҡыған сағында башлана. Белем усағында үткәрелгән шиғыр бәйгеһендә 1-се урын яулап, Өфө ҡала советы алдына ҡуйылған Ленин һәйкәле янында уға арнап яҙылған шиғырын тантаналы сарала уҡыу бәхетенә эйә була. Шунда үҙенә бүләк ителгән альбомды әле лә ҡәҙерле иҫтәлек итеп һаҡлай. Хәҙер инде шағирә Миңлегөл Хисамова – ун китап авторы. Араларында өлкәндәргә тәғәйенләнгән лирик йыйынтыҡтары менән бергә балалар өсөн донъя күргәндәре лә бар. Сөнки шағирә яҙмышын уҡытыусылыҡ һөнәренә бағышлай. Миңлегөл Хисамова Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. Шулай уҡ Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән исем дә бирелде. Әле килеп үҙе белем алған гимназия коллективы Рәми Ғарипов исемендәге премияны тапшырҙы.
Был бүләкте тантаналы тапшырыу матур изге йолаға әүерелгән. Ул йыл да үткәрелеп килә. Һәм йыл да уны башҡорт теле уҡытыусылары сиратлап төрлөләндереп ойоштора. Быйыл был яуаплы бурыс уҡытыусы Альбина Хәсән ҡыҙы Кайбышева иңенә төшкән.
Балаларҙа башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләүҙә арымай-талмай эшләгән уҡытыусыларға ла шағир премияһы тапшырыла. Быйыл уға башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Искәндәр ҡыҙы ӘМИНЕВА лайыҡ булды.
Лилиә Искәндәр ҡыҙы гимназияла 24 йыл эшләй. Рәми Ғарипов ижадын өйрәнеүҙә, балаларҙа туған телебеҙгә, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләүҙә, һәләтле уҡыусыларҙы күрә белеп, уларҙа ижади фекерләү ҡеүәһен үҫтереүҙә ҙур эш алып бара. Уның уҡыусылары йыл һайын төрлө фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһай, олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнаша, уңыштар яулай, призлы урындар ала.
Ә инде сараның иң көтөп алған мәле, әлбиттә, уҡыусыларҙы бүләкләү булды. Был юлы Рәми Ғарипов исемендәге премия биш гимназисҡа бирелде. Әйҙәгеҙ, улар менән дә танышып китәйек.
Булат ТАТЛЫБАЕВ, XI «А» синыфы уҡыусыһы. Был егет уҙған уҡыу йылында гимназияның президенты була. Шулай уҡ ул «Рәми» медиаүҙәге етәксеһе. «Атайсал», «Ерҙе кешеләр данлай» төбәк-ара конкурстары еңеүсеһе. «Беренселәр хәрәкәте лидеры» тигән почётлы исемгә лайыҡ булыусы ла. Мәктәп музейҙарының «Мәҙәни маршрут» Бөтә Рәсәй фестивале еңеүсеһе. Ошо уҡыу йылында Мәскәүҙәге Үҙәк университетҡа уҡырға грант алыуға өлгәшкән. Уҡыуҙағы уңыштары өсөн «Артек» һәм «Орлёнок» лагерҙарына юлламалар менән бүләкләнгән.
Рушан ДӘҮЛӘТШИН, XI «А» синыфы уҡыусыһы. VII синыфтан алып төрлө олимпиадала ҡатнашып, гимназияның данын яҡлай. Математика, физика, информатика буйынса бер нисә йыл рәттән төбәк кимәлендә үткәрелгән бәйгеләрҙә призлы урындар яулай. Рушан тырышлыҡтың, белемгә ынтылыуҙың өлгөһө булып тора, үҙенең белеме менән маһаймай, синыфташтарына ла ауыр темаларҙы үҙләштерергә ярҙам итә, ти уҡытыусылары.
Ирхан ХИСАМЕТДИНОВ, XI «А» синыфы уҡыусыһы. Гимназияла VII синыфтан белем ала. Шунан бирле башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаларҙа ҡатнашып, гел призлы урындар ала. Республика кимәлендәге төрлө фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша. Өфө фән һәм технологиялар университетында үткәрелгән журналистика бәйгеһендә һәм башҡорт теле, әҙәбиәте буйынса ойошторолған федераль олимпиадала ла еңеүсе була. Шул уңыштары өсөн юғары уҡыу йорто Ирханды Анапалағы ял лагерына юллама менән бүләкләй. Гимназияла үткәрелгән сараларҙы алып барыусы ла, шиғри бәйгеләрҙә лә көсөн һынаусы, ирекмәндәр хәрәкәтендә лә әүҙем эшләүсе. 2023 йылда республика Башлығы грантына лайыҡ була.
Яҡшы уҡыу менән бер рәттән гимназияның волейбол командаһы уңыштарына ла тос өлөш индерә. Команданың капитаны. «Иң яҡшы һөжүм итеүсе», «Иң яҡшы туп ырғытыусы» кеүек маҡтаулы исемдәргә һәм миҙалдарға лайыҡ булған.
Алтынай АТАНҒОЛОВА, XI «Б» синыфы уҡыусыһы. 2023 йылда Алтай Республикаһында туған телдәр буйынса үткәрелгән төбәк-ара олимпиадала I урын яулап, республика данын яҡлай. «Рәми» медиаүҙәгенең алыштырғыһыҙ мөхәррире. Гимназия тормошона ҡағылышлы төрлө ваҡиғалар тураһында мауыҡтырғыс һәм фәһемле тапшырыуҙар әҙерләй. Еңел атлетика менән шөғөлләнә, волейбол буйынса үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнаша.
Даяна АФЗАЛОВА, XI «Е» синыфы уҡыусыһы. Гел «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. «Аҡйондоҙ» халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Республика кимәлендә үткәрелгән фәнни-ғәмәли конференцияларҙа гел еңеү яулай. Башҡорт теленән үткәрелгән 1-се федераль олимпиаданың һәм математиканан уҙғарылған «Меташкола» олимпиадаһы еңеүсеһе. 2022 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына лайыҡ була. Матурлыҡ бәйгеләрендә лә еңеүгә өлгәшә. Изге күңелле ҡыҙ – гимназияның ирекмәндәр үҙәге етәксеһе урынбаҫары ла. Үҙҙәрендә уҙған төрлө сараларҙа әүҙем сығыш яһай.
Лауреаттарҙы ҡотлайбыҙ!
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.
Өфө ҡалаһы.