

Был донъя кимәлендәге иң абруйлы интеллектуаль ярыштарҙың береһендә 62 илдән уҡыусылар ҡатнашҡан. Рәсәй командаһына Руслан һәм Мәскәүҙән дүрт уҡыусы индерелгәйне. Улар барыһы ла лайыҡлы сығыш яһап, ике көмөш, өс бронза миҙал алып ҡайтты.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Русланды уңышлы сығышы менән ҡотлап, уның менән ғорурланыуы тураһында социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте. Һәләтле егеттең остазы Руслан Ренат улы Ғабдрахмановҡа рәхмәтен белдерҙе.
Руслан үткән уҡыу йылында иҡтисад буйынса республика олимпиадаһы еңеүсеһе булғайны. Артабан ҡаты һынау үтеп, Рәсәйҙең иң яҡшы биш йәш иҡтисадсыһы исемлегенә инде. Донъя кимәлендәге һынауға әҙерләнгәндә "Аврора" республика һәләттәрҙе үҫтереү үҙәгендә шөғөлләнеүе лә ярҙам иткәндер. Проекттарҙы инглиз телендә уңышлы яҡлай. Иҡтисад фәнен төплө белә, ораторлыҡ оҫталығы ла бар. Руслан тураһында гәзитебеҙҙә һәм сайтыбыҙҙа яҙғайныҡ инде - Руслан иҡтисад үрҙәрен яулай. "Был фәнгә ҡыҙыҡһыныуым VIII синыфта уҡығанда, лицейға математиканан яңы уҡытыусы – Руслан Ринат улы килгәс, артты. Былтыр иҡтисад буйынса үткән бәйгеләрҙең төбәк этабында бер нисә тапҡыр призлы урын алыуым дәртләндереп ебәрҙе, олимпиадаларҙа ҡатнашыуға ныҡлап әҙерләндем. Шуға ла ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә һәйбәт һөҙөмтәгә өлгәшә алдыҡ. Әммә иҡтисад фәнен һайлауымдың маҡсаты тәрәндәрәктер, еңеүсе дипломы алыу ғына түгелдер, тип уйлайым. Ни тиһәң дә, маҡсатҡа ынтылыш эске тойомлау, ниндәй ҡиммәттәрҙе үҙ итеүеңә бәйле булырға тейеш," – ти егет.
Фото: sun9-48.