+7 °С
Ясна
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Повестар
16 Февраль 2018, 15:12

Онотмам, иптәш майор!

Повесть

Фәниҙә Исхаҡова – дүрт роман, тиҫтәләп повесть авторы. Ул балалар өсөн дә ижад итә. Әле беҙ һеҙҙең иғтибарға уның һуңғы ваҡытта яҙған яңы әҫәрен тәҡдим итәбеҙ.

Яҡында ғына атыу тауышы яңғыраны. Ун саҡрым самаһы юлды йәйәүләп үткәнгә ярайһы уҡ арыған балалар шунда уҡ туҡтаны.

– Рәсимә Әкрәм ҡыҙы, ишеттегеҙме?

– Кем атты икән?

– Туҡтағыҙ, шаулашмағыҙ!

Һигеҙенселәрҙең синыф етәксеһе Рәсимә Әкрәм ҡыҙы яурынындағы юл сумкаһын ергә ырғытты ла атыу тауышы ишетелгән яҡҡа ынтылды. Шул арала боролоп, балаларға шауламаҫҡа ымланы. Ун биш-ун алты йәштәр тирәһендәге үҫмерҙәр һағайып ҡалғайны.

Йәйге каникул мәлендә турис­тик сәйәхәткә юлланды улар. Үҙҙәре уҡыған ҡасабанан утыҙ саҡрымдай алыҫлыҡта ятҡан Солтанморат мәмерйәһенә барыу ине ниәттәре. Ара байтаҡ ҡына. Ләкин ул мотлаҡ рәүештә йәйәү үтелергә тейеш. Берҙән, тура ғына һалынған юл да юҡ, күберәк тау-таш артылып, урау-урау һуҡмаҡ буйлап барырға кәрәк. Икенсенән, Солтанморат мәмерйәһенә йәйәүләп сәйәхәткә барып ҡайтыу уларҙың мәктәбендә инде традицияға әйләнгән. Бигүк еңелдән булмаған ошо сәфәрҙе һынатмаҫлыҡ итеп үтеп ҡайтыу үҙе үк мәртәбә һанала. Ә инде юлда осраған тау йылғаларының бер-береһе менән уҙышып, кем уҙарҙан түбәнгә аты­лыу­ҙарын һәм уларҙың урыны-урыны менән иҫ киткес матур шар­лауыҡтар хасил итеүҙәрен һөйләп тә, яҙып та аңлатырлыҡ түгел.

Бөгөн иртә таң менән сәйәхәткә сыҡҡайны улар. Юлды бер аҙ ыратҡас, ултырып ял итеп алдылар. Ошо тирәләге ҙур булмаған ҡала эргәһендәрәк төшкө ашҡа туҡтарға ине ниәттәре. Күп тә ҡалмағайны кеүек. Әле бына һис уйламағанда…

Ағас олонона тотоноп алға үрелеп ҡараған уҡытыусылары эргәһенә Зариф килде.

– Рәсимә Әкрәм ҡыҙы, унда нимә? Берәй нәмә күрәһегеҙме?

– Шымыраҡ, Зариф, – тип шыбырлап яуапланы уҡытыусылары. – Ике кеше тора. Өсөнсөләре…

– Ой, әсәкәйем! Бында йылан! – тип сәрелдәне ҡыҙҙарҙың береһе.

Бер урында тупланыбыраҡ тор­ған төркөм төрлө яҡҡа һибелде. Кескәй генә йылан, сыр-сыу килгән ҡыҙ-ҡырҡындың тауышынан ҡасып ҡотолорға маташҡандай, борғолана-һырғалана бейек үлән араһына инеп юғалды.

– Ул бит туҙбаш йылан!

– Тапҡанһығыҙ ҡурҡыр нәмә!

– Һуң ҡысҡырышмағыҙ ул тиклем! Тегендә ниндәйҙер шикле кешеләр! – Был Зариф ине. Шул мәлдә ул әлеге әҙәмдәрҙең был яҡҡа йүнәлеүҙәрен күреп ҡалды. – Бында киләләр!!!

– Йүгерегеҙ тиҙерәк! Килгән юл буйлап кирегә! – тип ҡысҡыр­ҙы Рәсимә Әкрәм ҡыҙы. Үҙе лә шул ыңғайҙан ерҙә ятҡан юл сумкаһын эләктереп алып балалар артынан ынтылды, ләкин өлгөрмәне. Ҡиәфәтенән үк бер ниндәй ҙә миһырбанлыҡ вәғәҙә итмәгән мыҡты кәүҙәле ир уны беләктәренән матҡып эләктереп тә алды.

– Ҡайҙа улай ҡабаланаһың, һылыуҡай? Танышырға ла өлгөрмәнек бит әле! – тип тештәрен ыржайтты ул.

Тауға үрләгән һуҡмаҡ яғына һибелгән уҡыусылар ҙа алыҫ китеп өлгөрә алманы – ҡаршылағы ҡыуаҡтар артынан ҡулына пис­толет тотҡан оҙон буйлы, ләкин кәүҙәгә ҡаҡсараҡ икенсе берәүһе ҡалҡты.

– А ну, марш кирегә! Мин ике тапҡыр ҡабатларға яратмайым!

Ҡурҡыуҙары йөҙҙәренә сыҡҡан ҡыҙҙар һәм малайҙар, берсә уҡытыусыларына, берсә таныш түгел әҙәмдәргә ҡарай-ҡарай, кирегә йүнәлде. Ҡайһыһылыр яҙа баҫтымы, әллә абындымы – һөрлөгөп барып төштө.

Уң ҡулындағы пистолетын сәйәхәтселәр яғына йүнәлткән ят әҙәм йығылған үҫмерҙе елкәһенән эләктереп торғоҙҙо ла этеп ебәрҙе.

– Аяҡ аҫтыңа ҡарап атла, емтек!

Бөтә был ығы-зығы ваҡытында Зариф иғтибарҙан ситтәрәк ҡалды. Иптәштәре тауға табан йүгергәндә ул, турараҡтан киҫергә самалап, уңға табан ынтылды һәм ерҙә ятҡан кемгәлер абынып, тәгәрәп барып төштө. Был шул тиклем тиҙ арала булды, уйларға ла өлгөрмәне. Ярайһы уҡ ныҡ йығылһа ла, хатта ауыртыныуҙы ла әллә ни тойманы.

– Һеҙ… кем?

Ерҙә ятҡан әҙәм яуап бирмәне. Уның эргәһенә йөгөнөкләп яҡынлашҡан үҫмер, ниһайәт, уның ауыҙының скотч таҫмаһы менән йәбештерелгәнен күрҙе. Таныш түгел кешенең ҡулдары артҡа ҡайырып бәйләнгән, аяҡтары ла скотч менән сырмалғайны.

Зариф уның өҫтөнә эйелде. Ғәжәп, ҡиәфәтенә ҡарағанда былай арыу ғына кешегә оҡшаған һымаҡ. Костюмда, аҡ күлдәк өҫтөнә килешле галстук бәйләнгән.

Таныш түгел кешенең күҙҙәрендә өмөт күренде. Ул көсөргәнеп үҫмергә ниҙер әйтергә маташты. Ауыҙы йәбештереүле бул­ғанға ни әйтергә теләгәне генә һис тә аңлашылмай.

Ваҡыт бик самалы ине. Тегендә, ҡыуаҡтар артында, баяғы таныш түгел әҙәмдәрҙең уҫал тауыштары ишетелә. Аңлауынса, иптәштәре уларҙан ысҡына алманы. Ә был кеше менән ни эшләргә? Ошо хәлдә ятҡас, ул тегеләрҙең әшнәһе түгелдер бит инде?!

Был фекер башына килгәс, Зариф ҡапыл тәүәккәлләне. Ул таһыллы хәрәкәт менән теге кешенең ауыҙындағы скотчты ысҡындырып алды. Ерҙә ятҡан таныш түгел әзмәүерҙәй ир ауыҙ тирәһендәге тиреһе ауыртҡанға ыңғырашып сытырайҙы, ләкин хәүефтең эргәлә генә булыуынан, күрәһең, тиҙ иҫенә килде.

– Ҡустым, аяҡ менән ҡулдарҙы ла ысҡындыра алаһыңмы?

– Хәҙер, ағай…

Зариф биштәрен ҡабаланып аҡтара, үҙе иһә күп булһа, ун биш минут самаһы элек кенә хәүеф­һеҙ һәм иҫ киткес матур тойолған тирә-яҡтың шул тиклем тиҙ арала үҙгәреүенән иҫенә килергә тырышты.

Ҡайҙа һуң бысаҡ? Чехолға кей­ҙереп һалып алғанын ул бит бик һәйбәт хәтерләй. Әле артыҡ ҡабаланғанға күрә ҡайҙа икәнен иҫенә төшөрә алмай. Бөтә биштәренең аҫтын өҫкә әйләндереп, тигәндәй, хәҙерге мәлдә иң кәрәкле әйберен эҙләгән Зарифтың ҡулы, ниһайәт, оҙонса әйберҙе ҡапшаны.

– Булды, таптым!

Бер аҙҙан ир кешенең ҡулдары сырмалған беше бау киҫәктәргә бүлгеләнеп ергә һибелде. Шул уҡ етеҙлек менән Зариф уның аяҡтарын да ысҡындыр­ҙы.

– Рәхмәт, ҡустым! – Ағай ойоған аяҡ-ҡулдарын яҙырға тырышып, бер аҙ ыуғыланы һәм ҡабаланып ерҙән ҡалҡынды. – Был урындан китергә кәрәк! Әйҙә, ҡустым, тиҙ бул!

– Һуң, ағай, унда бит минең иптәштәрем! Уларҙы нисек, ташлап китергәме ни?

– Теге кешеләрҙең ҡулда­рын­да ҡорал. Буш ҡул менән беҙ бер ни ҙә ҡыла алмаясаҡбыҙ. Был тирәнән йәһәтерәк ысҡынырға кәрәк. Һуңғараҡ берәй әмәлен табырбыҙ. Әйҙә, әйҙә, ҡалма!

Улар, ҡыуаҡтар артына ышыҡлана-ышыҡлана, тау һөҙәгенә ашыҡты.

2


– Былар менән ни эшләйбеҙ, Макс? Улар беҙгә нимәгә?! Кит­һендәр үҙ юлдары менән!

– Миңә уларҙың хәжәте бер тин. – Макс тигәндәре ситкә әйләнеп, ергә сыртлатып төкөрҙө. – Тик эш шунда: тейешһеҙ ваҡытта аяҡ араһында буталып йөрөй­ҙәр. Әгәр ҙә полицияға йүгерһәләр, ни тиерһең?

– Юҡ инде, шул ғына етмәгәйне!

Тәмәке тоҡандырҙылар. Улар­ҙың икеләнеп ҡалғандарын күргән уҡытыусы ҡыҙ уңайлы мәлдән файҙаланып ҡалырға ашыҡты.

– Зинһар, беҙҙе ебәрегеҙ! Һеҙҙе күргәнебеҙҙе бер кемгә лә әйтмәйәсәкбеҙ, вәғәҙә итәм.

Тегеләр бер-береһенә ҡарашты.

– Әллә ебәрәйек тә ҡуяйыҡмы? Дөрөҫ әйтәһең, уларҙан беҙгә ни файҙа? Бер өйөр ыбыр-сыбырға ваҡыт әрәм итергә тағы…

– Сабыр ит, мин хәҙер. Ә һин барыбер әлегә быларҙан күҙ ысҡындырма.

Оҙон буйлыһы пистолетын ҡулында уйнатҡылаған һәм ҡораллы булыу өҫтөнлөгө менән маһайыуын һис тә йәшермәгән әшнәһен урап үтте һәм бая үҙҙәре килгән урынға йүнәлде. Ул күҙҙән юғалыуға бер-ике минут үттеме-юҡмы, уның ҡысҡырғаны һәм шуның артынса уҡ йәмһеҙ итеп һүгенгәне ишетелде.

– Ах, падла! Ҡасҡан, сволочь!

Макс ышанманы.

– Ҡайҙа ҡасҡан? Бәйле ине лә баһа!

– Бәйле ине… – тип йәнә һүгенде асыуынан күҙҙәре аларған ир. – Бына ошоларҙың береһенең эше! Хәҙер йәндәрен аласаҡмын! – Ул биленә ҡыҫтырған пистолетын йәнә ҡулына алды. – А ну, атлағыҙ! Теге яҡҡа, тим!

Бер нәмә лә аңламаған үҫмер­ҙәр бер урында тапанышты. Уҡытыусы ҡыҙ асыуынан тиреһенә һыя алмаған ир кешенең балаларға берәй яманлыҡ ҡылып ҡуйыуынан хәүефләнеп, уларҙы алға этте.

– Атлағыҙ, балалар! Тик ҡурҡмағыҙ, йәме?

Ике ир сәйәхәтселәр төркөмөн ара-тирә скотч һәм бау киҫәктәре күренгән һәм үләне ярайһы уҡ иҙгеләнгән урынға алып килде.

– Ҡайһығыҙҙың эше? Йә, мин көтәм!

– Беҙ бер нәмә лә аңламайбыҙ, – тине тауышы ҡалтыранған уҡытыусы. – Һеҙ нимә хаҡында һорайһығыҙ?

– Ә, ҡурсаҡ! Бына һин яуап бирәсәкһең! Йә, әйт әле… – Ир кеше пистолетын Рәсимә Әкрәм ҡыҙының маңлайына терәне. – Барыһы ла бындамы? Төркөмөңдә нисә кеше ине?

Һорауҙың асылы, ниһайәт, барыһына ла барып етте. Үҫмерҙәр бер-береһенә ҡарашты.

– Зариф…

– Зариф юҡ… – тиештеләр.

– Йә, мөғәллим, һүҙ һиңә!

– Төркөмдә ете малай, биш ҡыҙ ине… – тип яуапланы уҡытыусы.

– Ә хәҙер?

– Бер малай юҡ…

– Ҡайҙа инде ул малай аҡтығы?

– Мин белмәйем…

– Ә белергә кәрәк ине! – Ир уҫал йылмайҙы. – Балаларыңды насар тәрбиәләйһең, мөғәллимә! Баш-баштаҡланып, рөхсәт итмәгән нәмәгә морондарын тығалар. – Ул әшнәһенә боролдо. – Быларҙы шефтың подвалына ябабыҙ. Теге әҙәмде тапҡансы шунда ултырырҙар. Шау-шыу сығарып, эште боҙоуҙары бар. – Ул ситтәге үҫмерҙең арҡаһына төрттө. – Йә, атла, турист! Көтөлмәгән сәбәптәр арҡаһында маршрутығыҙ бер аҙ үҙгәрә.

Һис уйламағанда тотҡонға әйләнгән сәйәхәтселәр төркөмө бөтөнләй икенсе йүнәлештә билдәһеҙлеккә табан атланы.

3


– Ағай, ә һеҙ кем?

Ир кеше тәүҙә яуап бирмәне, әйләнгән һайын тау яғына күҙ һалғылап, ағастар араһынан йылдам атлауын белде. Зариф уның артынан өлгөрөргә тырышып, етеҙ аҙымдар менән эргәһенән килә. Бер аҙҙан яңы танышы уның биштәрен алып, уң яурынына аҫты.

– Арырһың, һәлмәк күренә.

Хәүефле урындан ярайһы уҡ алыҫлашҡас ҡына туҡтап бер аҙ тын алдылар. Ир кеше тирләгән маңлайын ҡулъяулығы менән һыпырҙы.

– Йә, ҡустым, исемең кем була?

– Зариф. Ә һеҙҙеке?

– Мин Самат ағайың булырмын.

– Ә ни эшләп улар һеҙҙе бәйләне?

– Был оҙон тарих, ҡустым. Тик шуныһы – улар шаярғанды яратмай. Беҙҙең икебеҙгә лә был әҙәмдәр ҡулына эләгергә ярамай. Аңлашылдымы?

– Ә иптәштәрем? – тине Зариф хафаланып. – Улар менән берәй насарлыҡ ҡылып ҡуйһалар?

– Иптәштәрең өсөн артыҡ борсолма. Унлап кешенең бер юлы башына етергә улар ахмаҡ түгел. Ни бары – бикләп ҡуйырҙар.

– Беҙ унда, тау башында, атыу тауышы ишеттек. Һеҙгә атҡайнылармы?

– Уныһы былай, профилактика өсөн. Ә бына хәҙер эләктерһәләр, инде йәлләп тормаясаҡтар. Шулай уҡ һине лә. Тәк што, хәҙер икебеҙ бер ҡамытта.

Улар ағастарҙы урап үтә-үтә артабан китте.

– Ниңә улай тиһегеҙ, ағай? Мин уларға нимәгә? – Зариф ғәжәпләнеп яңы танышына төбәлде. Самат егерме биш-утыҙ йәштәр тирәһендә ине. Ул аҡ күлдәк-костюмда булһа ла, был кейем уға һис тә килешмәгән һымаҡ. Ҡыланыштары ла, етеҙ хәрәкәтләнергә өйрәнгән кешеләргә хас булғанса, йылдам һәм теүәл. Джинсы менән кроссовкиҙар уның өсөн уңайлыраҡ булыр ине кеүек.

– Хәҙер инде һин артыҡ күпте беләһең, аңланыңмы? Хәйер… Әйҙә, былай килешәйек. Мин кәрәк тиклемен әйтәм, ә һин әйткәндең барыһын да эшләй­һең. Йә, нисек?

– Һуң, ағай, беҙ бит походҡа китеп бара инек, – тигән булды Зариф.

Ысынлап та, бигерәк сәйер ине – бынан ярты сәғәт самаһы элек улар шаяра-көлә тау һуҡмағы буйлап киләләр ине. Әле иһә ул бығаса донъяла барлығын да белмәгән кеше менән ҡайҙалыр ашыға. Етмәһә, кемдәрҙеңдер эҙәрлекләүенән ҡасып ҡотолорға тырышалар. Иптәштәре иһә…

– Поход мәсьәләһе әлегә ситкәрәк күсә, туған. Шунһыҙ булмай.

– Ниңә?

– Йә, ярай, мин һиңә кәрәк тиклемен һөйләргә вәғәҙә иттем. Тыңла. – Самат йәнә артына әйләнеп тирә-яҡты иғтибарлап тикшерҙе. – Аңла, ҡустым. Хәҙер беҙ бит бер команда. Миңә һине һаҡларға һәм был ығы-зығының осона сыҡҡас, иптәштәреңдең дә имен-аман ҡотолоуы мөһим. Тик, моғайын, һинең ярҙамыңдың да кәрәк булыуы бар.


– Ниндәй ярҙам, ағай?
– Ул хаҡта һуңғараҡ. Ә хәҙер тыңла. – Самат биштәрен икен­се яурынына күсерҙе. – Мин был кескәй ҡалала ике ай самаһы. Ә төп эшем Өфөлә.
– Бында улайһа ни эшләйһегеҙ?
– Мин – полиция капитаны, Зариф ҡустым.
– Капитан? – Үҫмерҙең күҙҙәре йәнләнде.
– Ну, карап капитаны түгел, ҡыҙғанысҡа…
– Вот шәп!
– Шәплеккә шәп тә… Тик әлеге мәлдә мин теге ике һунар этенең хужаһына ла эшләйем.
– Кем булып? – Зариф аңламаны.
– Эшләгән булып ҡыланам, – тип төҙәтте Самат ағаһы. – Иҡтисади енәйәт тигән һүҙҙе ишеткәнең бармы? Мин бына шул әҙәмдәр ҡылған енәйәтте тикшерәм. Тик улар был хаҡта белмәй ине, – тип төҙәтте ул паузанан һуң. – Бөгөнгә тиклем. Осраҡлы рәүештә фаш иттеләр һәм барыһының да арттарына ут ҡапты, тиергә була.
– Һы, ҡыҙыҡ! – Зарифтың ауыҙы йырылды.
«Вәт, шилма! – тип эстән генә һуҡранып ҡуйҙы Самат. – Баштарында гелән ҡыҙыҡ-мыҙыҡ…»
– Ҡыҙыҡ шул… Бер аҙ ҡыҙғаныс та булыуын әҙерәк онотоп торғанда…
– Ниңә улай тиһең, Самат ағай?
– Эш шунда… Бындағы хужаның әкәм-төкәм эштәрен фашлар өсөн ҡоро һүҙ генә етмәй. Факттар булырға тейеш. Кире осраҡта ике ай буйына минең партизанлыҡ итеүҙән һуҡыр бер тинлек тә файҙа сыҡмаясаҡ.
– Ә һеҙ ул факттарҙы таптығыҙмы?
– Таптым да… тик сығарып өлгөрмәнем. Йәшерергә тура килде. Ә хәҙер минең унда күренгәнде тәүлек әйләнәһенә ҡарауыллайҙар. Шуның артынан бар­ғанда ошо ике һунар эте эләктерҙе. Миңә бөгөн үк уларҙы йәшергән еренән алырға һәм тейешле урынға оҙатырға кәрәк. Иртәгә һуң булыуы бар. Хәҙер улар янғын мәлендәге кеүек сабыша. Бөтә булған дәлилдәрҙе юҡҡа сығарһалар, операцияға – крышка! Беҙҙең бүлектең йыл буйы әҙерләгән эше юҡҡа сығасаҡ.
– Ә мин ни эшләй алам, ағай? – Зарифтың күҙҙәре янып китте. Әле генә кисергән хафаланыуҙар онотолған кеүек булды.
– Бына инде төп һүҙгә лә килеп еттек. – Самат йәнә туҡталып, тирә-яғын һағайыбыраҡ тикшер­ҙе лә юлын артабан дауам итте. – Мин – был ҡалала сит кеше, таныш-тоноштар әллә ни күп түгел. Булған тиклемдәре лә хәҙер күҙәтеү аҫтында. Быныһына шикләнмәҫкә мөмкин. Ә һине бер кем дә белмәй. Ошоно фай­ҙалана алабыҙ.
– Вот шәп! – Зариф телен шартлатып ҡуйҙы, ләкин Самат ағаһының шелтәле ҡарашын күреп, уңайһыҙлана төштө.
– Был уйын эш түгел, ҡустым. Әйттем бит, хәҙер йәлләп тормаясаҡтар. Бында миллионлаған һумдар менән бәйле тауар әйләнеше хаҡында һүҙ бара. Һәм ошо юлға һалынған кәсептән фай­ҙа күреүсе әҙәмдәр байтаҡ. Урындағы власть әһелдәре ара­һында ла етерлек улар. Берәй нәмә була ҡалһа, мин ошо ҡалалағы полицияға ла мөрәжәғәт итә алмаясаҡмын.
– Тауар әйләнеше тигәндәрен аңлайым да ул. Ә уның ни нәмәһе енәйәт? Кәрәк әйберҙе кеше былай ҙа ала. Кәрәкмәгәнен һатыу­ҙан файҙа юҡ инде. Был хаҡта бала-саға ла белә.
– Эш улай уҡ ябай түгел шул, ҡустым. Һүҙ бында законды боҙоу хаҡында бара. Мин әле эшләгән заводта йәшерен цех бар. Унда сит илдәрҙә етештерелгән ҡыйбатлы әйберҙәр­ҙең этикеткаларын яһайҙар. Һәм шуларҙы сифаты бик самалы нәмәләргә йәбештерәләр ҙә – шуның менән әйләнде-китте тәгәрмәс! Схемаһы аңлашылдымы?
– Ничего себе! – Зариф һыҙғырып ҡуйҙы.
– Нисауалыҡҡа, бәлки, нисауа­лыр ҙа… тик ошонан тура фай­ҙаһын күргән әҙәмдәр өсөн ни бары. Ә инде был хаҡта сифат­һыҙ тауар арҡаһында зыян күргән донъя күләмендә билдәле фирма хужаларына мәғлүм булһамы! Тирең генә сыҙаһын! Халыҡ-ара масштабта ғауға ҡубасаҡ! Гарантия бирәм.
Улар ағастар араһынан асыҡ урынға килеп сыҡты. Алыҫта ҙур булмаған ҡала күренеп ята ине.
– Хәҙер ҡайҙа, Самат ағай?
– Тегендә барабыҙ! – Ағай кеше эйәге менән ҡала яғына ымланы. – Ни тиклем тиҙерәк, шунса яҡшыраҡ. Әйҙә, туған, юлайҡан машина тотайыҡ, тиҙерәк булыр. – Самат бынан бер өс йөҙ метр самаһы алыҫлыҡта ятҡан юл яғына йүнәлде.

4

Үҙҙәрен ултыртып алып килгән машинаны Самат ҡала ситендәрәк туҡтатты һәм артҡы ултыр­ғыста ултырған еренән үрелеп автомобиль хужаһына иллелекте тотторҙо.
– Дуҫ кеше, әгәр осраҡлы рәүештә ҡыҙыҡһыныусылар табылһа, һеҙ беҙҙе күрмәнегеҙ. Килештекме?
– Уныһына борсолмағыҙ. – Машина хужаһы двигателен ҡабаттан тоҡандырҙы. – Һәр кемдең үҙ юлы һәм үҙ мөнбәре.
– Ниңә улай иртә төштөк, Самат ағай? Килеп еттек тәме ни?
Зариф тирә-яғына ҡаранды. Ҡаланың ситенән үк тиерлек биш ҡатлы йорттар башлана. Бер аҙ алыҫтараҡ бейегерәктәре лә күренә. Улары, моғайын, ҡала үҙәгелер инде.
– Был ҙур ҡала түгел, – тип яуап бирҙе Самат эргә-тирәһен ентекләп байҡап алғандан һуң. – Бер осонан икенсе яғына сәғәт самаһы ваҡыт эсендә барып етергә мөмкин. Күбеһе бер-береһен белә. Шуға ла мин был ҡиәфәттә йөрөй алмайым. Кейемде алыштырырға һәм төҫ-башты үҙгәртергә кәрәк. Ә бында инде аҡсаһыҙ бер нисек тә булмай… – Самат салбар балағын әйләндереп бер аҙ уны ҡапшаны һәм йөҙө яҡтырҙы. – Йәшәйбеҙ былай булғас! Ҡана, бир әле ҡоралыңды! – Ул Зариф биргән бысаҡ менән салбар балағының әйләндереп тегелгән ерен киҫте һәм унан пластик банк картаһы тартып сығарҙы. – Быныһы – көтөлмәгән хәл өсөн тәғәйенләнгән запас вариант. Телефонды теге яуыздар алды, хәҙер миндә бер ниндәй ҙә бәйләнеш юҡ.
– Уның ҡарауы, минең телефон эргәлә! – тип йәнләнде Зариф. – Һуң, Самат ағай, мин Рәсимә Әкрәм ҡыҙына шылтырата алам да инде! Ҡайҙа икәндәрен белергә мөмкин.
– Ҡабаланма, – тип уны һүрелдерҙе Самат. – Берҙән, улар­ҙың бөтә техникаһын әллә ҡасан йыйып алғандар. Икенсенән, ваҡытынан алда һөрәнләп, барыһын да боҙоп ҡуйыуың бар. Һиңә ҙур үтенес, хатта бойороҡ: әлегә бер кемгә бер нәмә яҙма ла, шылтыратма ла. Телефоныңды бөтөнләй һүндереп үк ҡуй. Симкаңды ташлаһаң, тағы ла арыуыраҡ булыр ине лә, ләкин быныһын инде мин һинән талап итә алмайым. Килештекме?
– Ярай һуң, вәғәҙә итәм, – тине Зариф бойоғоп.
– Үпкәләмә, ҡустым, шулай кәрәк.
– Мин барыһын да аңлайым, Самат ағай.
– Бына быныһы инде егеттәрсә! – Самат үҫмерҙең яурынынан ҡағып ҡуйҙы. – Ә хәҙер беҙгә банк автоматын табырға һәм аҡса алырға кәрәк.
Улар эргә-тирәләрендә ни ҡылынғанын күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышып, ҡала үҙәгенә йүнәлде.

5

– Иптәш капитан! Иптәш капитан, Ғафаровтың эҙенә төштөләр!
Полиция капитаны Харрасов ниндәйҙер мөһим эш менән өҫкө ҡатҡа күтәрелергә тейешлеген дә онотоп, үҙенә өндәшкән сержант эргәһенә ашыҡты.
– Ҡайҙа? Кем әйтте?
– Әле генә компьютер бүлегенән Саня шылтыратты. Ғафаров банкоматтан аҡса алған. Плас­тик карта менән. Күп булһа, ике-өс минут элек. Ул әле шул тирәлә булырға тейеш.
– Координаталары… Координаталары, тим? – тип тауышын күтәрә төштө Харрасов. Сөнки бына икенсе сәғәт инде унан ошо әҙәмде таптыралар. Ысҡындырырға ярамай. Баштан һыйпамаясаҡтар.
– Баҙар майҙанынан алыҫ түгел. Сбербанктың урамдағы автоматы.
– Машинаға! Сержант, руль артына ултыраһың!
– Есть, иптәш капитан!
– Толя, Рөстәм, һеҙ ҙә! Йәһәтерәк ҡыймылдағыҙ! Ысҡындырырға ярамай.
– Есть!
Ике машина, кинәт газға баҫҡан­ға тәгәрмәс шиналарын асфальт­ҡа сыйылдатып, бер-бер артлы полиция бинаһы эргәһенән ҡуҙ­ғалып китте. Шул тирәлә һикергеләшеп йөрөгән турғайҙар ҡур­ҡышып, тирә-яҡҡа осто.
– Тиҙерәк бул, сержант! – Харрасов серәйеп алға төбәлгән, үҙе иһә һыңар ҡулы менән кобураһындағы ҡоралын ҡапшай.
– Әллә сиренаны ла тоҡандырайыммы, иптәш капитан? Тиҙерәк булыр ине.
– Кәрәкмәй әлегә. Өркөтмәйек, шымыраҡ ҡыланырға кәрәк.
– Кем һуң ул, иптәш капитан? Рецидивисмы ни?
– Юҡтыр, сержант. Хәҙерге заманда рецидивистар улай уҡ ҡур­ҡыныс түгел, енәйәтселәрҙең башҡа кимәлдәгеләре хәүефлерәк… – Харрасов әйтеп бөтөрмәне.
Машиналар бер-бер артлы ба­ҙар эргәһенә килеп туҡтаны. Бер-ике ларёк ултырған ерҙе урап үт­кәндән һуң, банк филиалына ни бары ҡул һуҙымындай ара ҡала.
Харрасов ым менән үҙенең ҡул аҫтындағыларға төрлө яҡлап банкты урап алырға бойорҙо. Бик йылдам һәм теүәл үтәнеләр. Филиалдың алғы яғында урынлашҡан берҙән-бер банкомат эргәһендә кеше була ҡалһа, бер нисек тә ысҡына алмаясаҡ. Бер аҙҙан барыһы ла шундағы ишек эргәһенә йыйылды. Харрасов йорттоң эсен дә тикшерергә ымланы. Ләкин улар эҙләгән кеше күренмәне.
– Ысҡынды хәйерһеҙ! – тип һуҡранды Харрасов. – Хәҙер полковник тағы бешәсәк. Уның да елкәһенән төшмәйҙәр, бар асыуын беҙҙән аласаҡ, бына күрер­һегеҙ.
– Иптәш капитан, ларёктағы һатыусы ҡыҙҙан һорайыҡ, бәлки, күргәндер.
– Хаҡты һөйләйһең, сержант.
Улар ларёктар эргәһенә килде. Киоскыларҙың береһе бикле, икенсеһендә мөләйем генә ҡыҙ сәскәләр менән һатыу итә ине. Харрасов киоск тәҙрәһенә үҙенең танытмаһын һуҙҙы.
– Полиция капитаны Харрасов. – Ул кеҫәһенән фото сығарып, ҡыҙҙың алдына һалды. – Ошо кеше бынан бер нисә минут элек банк эргәһендә булған. Һеҙ уны күрҙегеҙме?
Ҡыҙ мөләйем йылмайҙы.
– Юҡ, полицейский ғәли йәнәп­тәре, күрмәнем.
– Һеҙ торған урындан банк алды ус төбөндәгеләй күренә. Яңылышмайһығыҙмы? Уйлап ҡарағыҙ, бәлки, иҫегеҙгә төшөр.
Һатыусы йәнә йылмайҙы.
– Мин һатыу итәм бит, полицейский әфәнде. Тирә-яҡты күҙәтергә һис тә генә ваҡытым юҡ.
– Ярай, әләйһәң, – тип кире ҡайтауылланы капитан. – Әгәр ҙә күрһәгеҙ, ошо телефон буйынса хәбәр итегеҙ. – Ул ҡыҙҙың алдына визитка этәрҙе һәм бойороғон көтөп тынып ҡалған төркөмгә машиналар яғына ымла­ны. – Киттек! Ҡабаттан учас­ток­ка!
Улар ҡуҙғалып китеп күҙҙән юғалғас, һатыусы ҡыҙ әйләнеп өндәште:
– Йәгеҙ, инде сыҡһағыҙ ҙа бу­ла. Бына тик торғанда минән дә енәйәтсе яһанығыҙ.
– Һеҙҙе енәйәтсе тип атарға бер кемдең дә теле әйләнмәйәсәк, һылыуҡай! Рәхмәт ҡотҡар­ғаның өсөн!
– Мин һине элек тә күргеләгәнем бар ине, һәйбәт кенә егеткә оҡшаған кеүекһең. Тик ни өсөн һине полиция эҙләгәнен аңламайым, – тип тураһын әйтте ҡыҙ.
– Был оҙон тарих, һылыуым. Һөйләр инем дә, ваҡыт бик самалы. Беҙгә китергә кәрәк. – Самат әйләнеп тирә-яғына күҙ йүгертте. Сәскәләр еҫенән баш әйләнә, аллы-гөллө таждарҙан күҙ ҡамаша. – Һеҙ, һылыу, ожмах эсендәһегеҙ, буғай.
– Улар бик матур ҙа бит… – Ҡыҙ бойоҡ йылмайҙы. – Тик баш­ҡалар өсөн шул.
– Ә беҙ был хатаны төҙәтәсәкбеҙ! – Самат башына килгән фекерҙән ҡапыл дәртләнеп, бик матур гөлләмәне үрелеп алды һәм ҡыҙға тотторҙо. – Бына ошондай сәскәләр һеҙгә торошло! – Ул шуның артынса уҡ бер меңлекте ҡыҙҙың алдына һалды. – Уны мин һатып алам һәм һеҙгә бүләк итәм.
Ҡыҙ ихлас көлөп ебәрҙе.
– Рәхмәт! Минең исемем – Илүзә, таныш булайыҡ.
– Самат. Ә был минең партнёр – Зариф атлы егет.
– Уның бик йылғыр икән, Самат. Әгәр ҙә ул күреп өлгөрмәһә, әлеге мәлдә машинала елдерер инең. Тотҡон статусында.
– Һеҙ хаҡлы, Илүзә туташ. Яр­ҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Ә хәҙер, кем әйтмешләй, юлдағылар юлда булһындар.
– Ҡайҙа бараһығыҙ инде хә­ҙер? – тип борсола төштө ҡыҙ. – Банктың пластик картаһы буйынса эҙәрлекләп килеп еткәндәр икән, тимәк, йортоңа ла ҡайта алмайһың.
– Быныһы хаҡ, һылыу, ләкин тәүге тапҡыр түгел. Юлын табыр­быҙ.
Илүзә бер аҙ икеләнеп торҙо ла ҡапыл тәүәккәлләне.
– Әйҙәгеҙ минең фатирға! Хәҙер барыбер төшкө тәнәфескә ҡайтып килергә кәрәк.
Самат Зарифҡа ҡараны.
– Шунан, партнёр, ни эшләйбеҙ?
– Тураһын әйткәндә, Самат ағай, үлтереп ашағы килә.
– Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. – Самат ҡыҙға ҡараны. – Беҙ һеҙҙең саҡырыуығыҙҙы ҡабул иттек, ахыры, Илүзә һылыу.
– Һәм дөрөҫ эшләнегеҙ. – Илүзә киоскыһын бикләп алды. – Мин бынан алыҫ йәшәмәйем. Ун минутлыҡ юл.
Самат уларҙы алдан ебәрҙе, ә үҙе тирә-яғында ни ҡылынғанын бер секундҡа ла күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышып, арттан атланы. Ул хәлдәренең үтә ҡатмарлаш­ҡанын аңлағайны инде. Иртә менән бер яҡлап эҙәрлекләйҙәр ине, хәҙер иһә полиция ла уларға ҡушылды. «Мин дә бит полицейский», – тип тә әйтә алмаясаҡ. Эште ҡорбандарға алып барып еткермәй генә үтәргә һәм тиҙерәк ысҡынырға ине лә бит, ләкин нисек атҡарып сығырға быны?
Биш ҡатлы йорттоң иң өҫкө ҡатында урынлашҡан фатирға менеп еттеләр.
– Бына ошонда йәшәйем, – тип уларҙы эскә үткәрҙе Илүзә. – Апайымдың фатиры. Ул әлеге мәлдә ғаиләһе менән отпускыла. Иркенләп урынлашығыҙ, ҡамасаулаусы булмаясаҡ.
– Бына быныһы урынлы булыр. Әлеге мәлдә беҙгә артыҡ танышлыҡ кәрәкмәй… Шулай ҙа әйт әле һин, һылыу, ни өсөн беҙгә ярҙам итәһең? Был ярайһы уҡ хәүефле, моғайын, аңлайһыңдыр.
– Белмәйем, – тип тураһын әйтте ҡыҙ. – Һеҙ насар кешегә оҡшамағанһығыҙ. Моғайын, берәй бәләгә тарығанһығыҙҙыр.
– Юҡ шул, Илүзә һылыу, мин ни бары үҙ эшемде еренә еткереп үтәргә тырышам. Мин бит полицейский.
– Ә ни эшләп һеҙҙе эҙәрлекләй­ҙәр?
– Улар был хаҡта белмәй. Моғайын, полицейскийҙар ҙа үҙ эштәрен һәйбәт үтәргә тырышалыр. Тик беҙҙең маҡсаттар тап килмәй. Мин өлкәнән, Илүзә һылыу.
Ҡыҙ һыуытҡыстан ашамлыҡтар алып өҫтәлгә ҡуйҙы. Микротулҡынлы мейестә нәмәнелер йылытып алды. Крандан һыу ағыҙып, сәйнүкте электр плитәһенә ултыртты. Быларҙың барыһын да ул механик рәүештә башҡара, башында иһә мең төрлө һорау ҡайнай, ләкин береһенә лә яуап таба алмай. Осраҡлы таныштарын йорттарына алып ҡайтыуҙың ярайһы уҡ хәүефле икәнен дә белә. Ләкин шул уҡ ваҡытта ярҙам итеүҙән баш тартһа, үҙ тормошондағы ниндәйҙер мө­һим нәмәне ысҡындырыр кеүек.
Зариф йыуыныу бүлмәһенән сығып, аш өҫтәле эргәһенә килеп ултырҙы.
– Илүзә апай, һыу бирә алмай­һығыҙмы? Бик эске килә.
– Мә, эс, һинең һымаҡ йылғыр егеткә йәлме ни?! – Илүзә үтеп барышлай уның башынан һыйпап алды. – Йә, нисек, һин дә Өфөнән­ме инде?
– Юҡ шул, апай, мин был командаға юлайҡан килеп эләктем, – тип һыу эскән арала Зариф хәбәрен теҙҙе һәм башына килгән фекерҙән саҡ сәсәмәне. – Самат ағай! Самат… ағай… Беләһеңме, нимә…
– Йә, йә!
– Илүзә апай, әйҙә, беҙҙең менән!
– Ҡайҙа һеҙҙең менән? – тип аптырай төштө ҡыҙ. – Миңә хәҙер баҙарға әйләнеп ҡайтырға кәрәк. Төшкө аш ваҡыты үтте, тиһәң дә була.
– Тағы ла шул сәскәләр һатыр­ғамы ни? – тип танауын йыйырҙы Зариф. – Баҙарҙа һатыу итеү хаҡын­да хыяллана торғайнығыҙмы ни?
Илүзә өндәшмәне. Яңы танышы уның иң ауыртҡан еренә тейгәйне.
– Юҡ шул, ҡустым, – тине ул бер аҙҙан. – Минең юрист булғым килгәйне. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләргә һәм ерҙәге ғәҙелһеҙлекте саҡ ҡына булһа ла бөтөрөү хаҡында хыяллана торғайным. Ләкин был теләгем тормошҡа ашманы.
– Ниңә? – тип икеһе бер юлы тигәндәй һораны Самат менән Зариф.
– Былтыр мәктәпте тамамлағас, бик тырышһам да, уҡырға инә алманым.
– Быйыл ҡабаттан тәүәккәлләп ҡараныңмы һуң?
– Юҡ, – тип яуапланы ҡыҙ. – Кү­ңелем һүрелде. Унан эшләй ҙә башлағас, тиҙ генә ысҡынып китеп булманы.
– Хыялың бар икән, уға ирешеү өсөн барыһын да эшләргә кәрәк, Илүзә һылыу.
– Һеҙ хаҡлы ла, тик ниҙән башларға?
– Бына беҙҙең командаға ин, Илүзә апай, – тип ауыҙ тултырып ниҙер сәйнәгән арала һүҙ ҡатты Зариф. – Самат ағай ул – во! Башы шәп эшләй! Әле бына банк эргәһенә килгәнсе, ун биш минут эсендә бик шәп план төҙөп ташланы. Тик уның әҙерәк китек яғы бар – тағы бер кеше өҫтәлһә, хәтәр шәп буласаҡ. Ҡурҡма, ул һиңә лә берәй шәп идея табасаҡ, бына күрерһең! – тип үҫмер тырышып ашауын белде. Юғиһә, үтә лә асыҡҡайны.
Илүзә икеләнеп ҡалғайны. Егеттәр ашаған арала йыуыныу бүлмәһенә инеп битен һалҡын һыу менән сайҡаны, зал яғына сығып, бер аҙ тәҙрә төбөндә уйланып тор­ҙо. Унан кинәт ҡәтғи ҡарарға килеп, кеҫә телефонын эҙләп тапты. Кем менәндер бер-ике минут һөйләшкәндән һуң, йөҙө яҡтырып, ул, ниһайәт, аш бүлмәһендә ҡабаттан күренде.
– Ярай, егеттәр, ризалаштыр­ҙығыҙ. Минең урынға иптәш ҡыҙым сыға. Бөгөн уның ялы ине, бик үтенгәс, риза булды.
– Ура!!! – тип тантана итте Зариф. – Минең бик шәп идея бар. Тыңлағыҙ, хәҙер һөйләйем…

6
Завод ҡаланың эргәһендә урынлашҡайны. Ҡала халҡының күбеһе ошонда эшләй. Эргә-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр ҡайһыһы – үҙ транспортында, ҡайһыһы хатта йәйәүләп сменаға килә. Ә инде смена алышынған ваҡытта ихатала кеше ҡайнап тора.
Ләкин бөгөн заводта ниндәйҙер көсөргәнеш һиҙелә. Иртә менән ишек төбөндә торған һаҡсылар алышынды. Улар элекке кеүек үткән-һүткән машиналарға ялҡау ғына ҡарап, эстәре бошоуҙан ни эшләргә белмәй, гәзит аҡтарған, йәиһә шунда торған кескәй телевизорҙан юҡ-бар ҡарап ултырған үжәт һаҡсылар түгел ине инде. Уларҙы йөрөш-тороштарынан уҡ теүәллек һәм тәртиптәре күренеп торған ят кешеләр алыштырҙы. Өҫтәл өҫтөнә монитор менеп ҡунаҡланы. Завод периметры буйлап һибелгән камераларҙан килгән видеояҙмалар шаҡмаҡ-шаҡмаҡ булып экранда сағыла. Һаҡсыларҙың береһе мониторҙы өҙлөкһөҙ күҙәтә. Икенсеһе иһә ун-ун биш минут һайын уны алыштыра. Юғарылағы етәкселектең бойороғона ярашлы, видеокамералар һибелгән нөктәләрҙәге саҡ ҡына үҙгәреш тә күҙ уңынан ысҡынырға тейеш түгел.
Тағы ла ике һаҡсы ҡапҡа эргәһендә туҡтауһыҙ йөрөп тора. Уларҙың береһе – күберәк завод ихатаһында, икенсеһе иһә ҡапҡаның тышҡы яғында. Уныһы килгән-киткән машиналарҙы, үткән-һүткән кешеләрҙе күҙәтә. Завод ихатаһына үтергә теләүсе күренһә, бөтә был төркөмдә шунда уҡ көсөргәнеш барлыҡҡа килә. Ихата эсендәге һаҡсы сыға һала һәм улар икәүләп килеүсене энәһенән ебенәсә тикшерә башлай.
– Дә-ә, хәтәр ҡуйғандар бында эште! – тип һыҙғырып ҡуйҙы Самат. – Себен дә рөхсәтһеҙ осоп инерлек түгел. Ләкин беҙҙең бер өҫтөнлөк бар: улар мине заводтың эсенә үтергә тырышасаҡ, тип уйлай. Тик мин сығарып өлгөргәйнем. Әгәр ҙә эләктереп алмаһалар, бөтә был кәмит күптән тамамлан­ған булыр ине. – Самат эргәһендәге Зарифтың яурынына ҡулын һалды. – Хәҙер, туған, һинең йыл­ғырлығыңа ғына өмөтләнәһе ҡала… Ана, күрәһеңме, завод ҡап­ҡаһынан алыҫ түгел туҡталышты?

– Эйе, Самат ағай! – тип баш ҡаҡты Зариф. Ул йөрәгенең дөпөлдәп тибеүен тоя. Ниһайәт, ниндәйҙер мөһим эш башҡара алыуына бер аҙ ғорурлыҡ та, ниҙелер яҙа ҡылып, барыһын да боҙоп ҡуйыуға хафаланыу ҙа бар. – Будкаға иғтибар ит. Мин йәшергән флешка шуның эсендә, уң яҡлап артҡы мөйөштә, таҡта артында ятырға тейеш. Уны алыу менән бая күрһәткән урынға йүнәл һәм беҙҙе көт. Әгәр ҙә шикле кеше күрһәң, унан да кит һәм Илүзә апайыңдың йорто эргәһендә осрашабыҙ. – Ә ниңә уны автобус туҡталышындағы будкала ҡалдырҙың, Самат ағай? – тип ҡыҙыҡһынды Зариф. – Сығарыуын сығарғас, машинаңа ултырыр ҙа елдерер инең. – Мине уның эргәһендә көтәләр ине шул. Яҡын барыу менән эләктерәсәктәрен дә самаланым. Ана, күрәһеңме? – Самат завод ҡап­ҡаһынан алыҫ түгел машиналар торған автотуҡта­лыш­ҡа ымланы. – Минең автомобилде һаман да ҡарауыллай­ҙар. – Зариф менән Илүзә ул күр­һәткән яҡҡа ҡараны. Ҡара төҫтәге «Форд» машинаһы эргәһендә урам һепереүсе жилетында ике кеше урала ине. – Туҡталыштағы будкаға инеп өлгөр­ҙөм. Флешканы шунда йәше­рергә тура килде. Йыраҡ ки­теп булманы, эләктереп тә алды­лар. – Самат ағай, уның бер ҡыйын­лығы ла юҡ инде. Һеҙ барма­һағыҙ ҙа була. Будкаға инәм дә алам. Улар мине белмәй ҙәһә. – Юҡ, бармай был вариант, ҡус­тым. Берҙән, был туҡталышта күберәк завод эшселәре генә була. Ниндәйҙер малайҙың уралыуына шунда уҡ иғтибар итәсәктәр. Икенсенән, һинең хаҡтағы мәғлүмәт хәҙер уларҙа булырға мөмкин. Бында ҙур суммалағы мөлкәт хаҡында һүҙ бара. Тимәк, ставкалар бик юғары. Беҙгә яңылышырға ярамай. Барыһын да алдан уйланған план буйынса эшләргә тырышырға кәрәк. Йә, әҙерһегеҙме? – Һинең унда барыуың бик мотлаҡмы ни? – тип һораны Илүзә лә, йәнә тирә-яҡты байҡап. – Улар бит тап һине көтә. Икенсе тапҡыр ысҡына алмауың да бар. – Беләм, һылыу, тик һаҡлыҡ сараһы булырға тейеш. Әгәр ҙә беҙ теләгәнсә барып сыҡмаһа, шунда уҡ пассажир урынына ултыр, руль артына мин күсәм. – Самат башына йәмшәйеп бөткән эшләпәне үрелеп алды. – Йә, нисек минең ҡиәфәт? Илүзә көлөп ебәрҙе. – Тик, иптәш капитан, мыйы­ғыңды яңылыш йолҡоп алма. Беҙҙең хеҙмәтте юҡҡа сығарыр­һың. Самат үрелеп машина салонындағы көҙгөгә күҙ һалды. – Былай ауыл дәдкәһенә оҡшағанмын кеүек. Күҙ ҙә йоммай берәй ҡырҡ-илле йәште сәпәргә була. – Ул өҫтөнә кейгән алама ғына пинжәгенә һәм таушалып бөткән салбарына ҡарап ҡуйҙы. – Уның ҡарауы, һин сәхнәлә бал­ҡыған артистка кеүекһең. – Бөгөн бында төп героиня – мин, ә һеҙ – әлегә массовка, иптәш капитан… Зарифтың тәҡдименә ризалығын биргәс, Илүзә һуңғы йылда үтә бер төрлө һәм күңелһеҙ аҡҡан тормошонан еләгән шикелле, ҡапыл дәртләнеп китте. Ул сағыу итеп биҙәнде, сәстәрен яурынына таратып төшөрҙө. Гардеробтың ишеген асып бер аҙ уйланып торғас, кейемдәр ара­һынан иң сағыу топикты һәм мини-юбканы һайлап алды. Ҡыҙ­ҙың бейек үксәле туфли кейергә самалауын күргәс, Саматтың йө­ҙө боҙолдо. – Беҙ прогулкаға сыҡмайбыҙ бит, Илүзә, төрлө хәл булыуы бар. Йүгерергә тура килһә, ниш­ләр­һең? – Беләм, Самат, тик был эффект өсөн кәрәк. Уңайлы аяҡ кейемен үҙем менән алырмын. – Ярай, тик һағыраҡ ҡылан. – Миңә һаҡсыларҙың иғти­барын үҙемдә тоторға кәрәк. Ә һеҙҙең бурыс – тап киреһенсә – уларҙың күҙҙәренә салынмау. Илүзә башына кинәт килгән фекерҙән сәпәкәйләп алды. – Беләһегеҙме, нишләйбеҙ? Мин һеҙҙе машинала алып барам! Зарифтың күҙҙәре йылтыраны. – Һинең машинаң да бармы ни, Илүзә апай? Во, шәп! Ә Самат иһә тап киреһен әйтте. – Йөрөтә беләһеңме һуң? – Әтеү! – тип үпкәләгәндәй ит­те ҡыҙ. – Ун һигеҙем тулыу менән үк права алдым. Үҙемдең машина әлегә юҡ юҡлыҡҡа, ләкин ҡасан да булһа барыбер буласаҡ. Әлегә еҙнәмдекен алып тора­быҙ. Ҡурҡ­мағыҙ, уны йөрөткәнем бар. – Йә, ярай, – тип килешергә мәжбүр булды Самат. Илүзә машинаны гараждан сығарғас, Самат менән Зариф артҡы урынға инеп ултырҙы. – Йә, егеттәр, әҙерһегеҙме? – тип шаян йылмайҙы Илүзә. – Остоҡ улайһа! Осоуын уҡ османылар, ләкин Илүзә машинаны ярайһы уҡ оҫта йөрөтә булып сыҡты. Алдарында сыйылдап шыуышҡан төрлө ҡиәфәттәрҙәге транспортты йәтешле генә уҙып, тиҙ арала завод эргәһенә килеп еттеләр. Унда ла Илүзә, Саматтың иҫкәрткәнен дә көтөп тормай, ышығыраҡ урын­ға килеп туҡтаны һәм шунда уҡ тиерлек машинаның двигателен һүндерҙе. Ун минут самаһы ваҡыт тирә-яҡты күҙәтеп, хәлде бер аҙ самаланылар. Әгәр ҙә ошо тирәне тиҙ арала ҡалдырып китергә тура килһә, ҡайһы йүнәлештә хәрәкәт итергә тейешлектәрен дә белергә кәрәк ине. Улар юҡҡа ғына ошо ваҡытты һайламаны. Был мәлдә заводта смена алышына һәм эргә-тирәлә кеше өҙөлмәй. Ләкин Самат үҙен көткән әҙәмдәрҙең дә осраҡлы кешеләр булмағандарын бик һәйбәт белә. Шуға күрә барыһы ла ноталағыса асыҡ һәм теүәл уйналырға тейеш. – Ҡуҙғалырға ваҡыт! – тине ул бер аҙҙан. – Проходнойҙан кешеләр сыға башланы. Смена алышына. Ярты сәғәттән ошо тирәлә бер кем дә ҡалмаясаҡ. – Ул Зарифҡа ҡараны. – Барыһы ла иҫеңдәме, ҡустым? – Эйе, Самат ағай! – тип көр яуапланы үҫмер. – Борсолма­ғыҙ, нисек кәрәк, шулай эшләрмен! – Төп эште һин башҡараһың, онотма быны, ҡустым. Был флешкалағы мәғлүмәтте тегендә унлаған кеше көтә, аңланыңмы? Ә бында уның артынан шулай уҡ тиҫтәләгән кеше һунар итә. Бөтә өмөт һиндә! – Беләм. – Бик һәйбәт. Әлегә күҙгә салынмаҫҡа тырыш. Машина ҡапҡа алдына барып туҡтағас, һаҡсыларҙың иғтибары беҙҙә буласаҡ. Шул мәлдән файҙалан, икенсе мөмкинлек булмаясаҡ. – Ярай, Самат ағай. – Бар, ҡустым, юлың уңһын! Зариф ике бармағын оҫта ғына итеп уң сикәһенә күтәрҙе лә шунда уҡ машинанан сыҡты. Илүзә двигателде ҡабаттан тоҡандыр­ҙы. – Йә, иптәш капитан, кәмиткә әҙерһегеҙме? – Ҡуҙғалайыҡ бик булмаһа. Тик кәмиттең трагифарсҡа әйләнмәүенә өмөт итәйек. Асыҡ ҡыҙыл төҫтәге «Шевроле» заводтың төп ҡапҡаһы ҡаршыһына килеп туҡтаны. Тәҙ­рәләрҙә тонировка булһа ла, Самат артҡы ултырғыстың иҙәненә шыуып төштө һәм көтөлмәгән хәлгә әҙер булып көсөргәнде. Илүзә иһә машинаһын һүндерҙе, ләкин асҡысты урынында ҡалдырҙы һәм илгәҙәк йылмайып, бер юлы тигәндәй, уға боролоп ҡараған һаҡсыларға ҡаршы атланы. – Хәйерле көн, егеттәр! Дүрт һаҡсы үҙҙәренә табан атлаған ҡыҙҙың ҡапыл килеп сығыуына аптырауҙанмы, әллә ҡырыҫыраҡ завод ысынбарлығы менән был күренештең һис тә ярашмауынанмы, бер аҙ албыр­ғап ҡалды. Илүзә бейек үксәле туфлиҙарында бәүелә баҫып барған еренән һул ҡулы менән сәстәрен артҡа һирпеп ебәргән булды һәм кескәй сумкаһынан ҡағыҙ тартып сығарҙы. «Ну, килештерә!» – тип уйлап алды Самат. – Егеттәр, ярҙам итегеҙ, зин­һар. Миңә ошо адрес кәрәк ине. Ихатаның тышында йөрөгән һаҡсы уның ҡулынан ҡағыҙҙы алды. – Эйе, был – беҙҙең адрес. Ошо заводтыҡы. Ниндәй эш буйынса? Илүзә йәнә мөләйем итеп йылмайҙы һәм сикә тирәһендәге сәс бөҙрәләрен бармаҡ остары менән бөтәрләп алды. Үҙе шул ыңғай­ҙан башын бер аҙ ҡырынайтып, яҡындағы автобус туҡталышы будкаһына күҙ төшөрҙө. Шунда автобус көтөп уралған бер нисә кеше араһынан Зарифтың йылп итеп эскә кереп киткәне күренеп ҡалды. – Миңә ошо адресты дуҫ ҡы­ҙым биргәйне. Ҡабул итеү бүлмәһенә секретарь кәрәк икән, тине. Ярҙам итегеҙ инде, зинһар, егеттәр? – Илүзә мөлдөрәп һаҡсыларға ҡараны. Тегеләр аптырап, бер-береһенә ҡарашты. – Нимә, Люся эштән киткәнме ни? – Юҡ, бөгөн генә күргәйнем. Һин дә мин йөрөп ята ине. – Ә һин яңылышмайһыңмы, ҡыҙыҡай? – Монитор эргәһендәге һаҡсыларҙың да береһе түҙмәй тышҡа уҡ килеп сыҡты. – Юҡ, ысынлап әйтәм, миңә был хаҡта белгән кеше әйтте. Мин бала-саға түгел дәһә урын­һыҙға шаярырға, – тип үпкәләгәндәй итте ҡыҙ. – Йә, ярай, улайһа, иртәгә иртә менән кил, хәҙер барыбер етәкселәрҙең береһе лә урындарында юҡ, улар кистәрен бында булмай. – Эй, мин был хаҡта бөтөнләй уйламағанмын, – тип бойоғоп уҡ китте ҡыҙ, үҙе шул арала күҙ ҡырыйы менән будка яғын байҡап алды. Унда Зариф күренмәй ине инде. – Иртәгә мотлаҡ кил, – тигән булды һаҡсы, ҡыҙҙың кәйефен күтәрергә тырышып. – Ләкин икенсе килгәнеңдә машинаңды тегендә ҡуй. Бында ярамай. – Ярай, рәхмәт! – тип кинәт күңелләнде Илүзә. – Рәхмәт һеҙгә барығыҙға ла! – Китә башлаған еренән ул йәнә боролоп йылмай­ҙы. – Кисегеҙ матур үтһен, егеттәр! – Төшкә саҡлы хужа һәр ваҡыт тиерлек урынында була, – тип яуапланы һаҡсыларҙың береһе, һөйкөмлө ҡыҙ алдында итәғәтле күренергә тырышып. Илүзә уға ҡул болғаны ла руль артына инеп ултырҙы һәм шунда уҡ двигателде тоҡандырҙы. – Эштәр нисек? – тип һораны ул боролоп ҡарамай ғына. – Зариф булдыра алдымы? – Барыһы ла теүәл бара, – тигән тауыш ишетелде артҡы ултырғыс яғынан. – Йылдам эшләне, маладис. Автобус килеп, туҡталыш тирәһе бушап ҡалыр ҙа уға иғтибар итерҙәр, тип хәүефләнгәйнем, ярай ҙа килеп өлгөрмәне. Ә хәҙер тиҙерәк был тирәнән китергә кәрәк. – Беләм. Илүзә һаман да үҙен күҙәткән һаҡсылар яғына йылмайып ҡул болғаны ла кинәт газға баҫты. «Шевроле» ырғылып урынынан ҡуҙғалды. – Ипләберәк, – тип иҫкәртте Самат. – Эште боҙоуың бар. Илүзә өндәшмәне. Руль артына инеп ултырыу менән йылмайыу артына йәшерелгән көсөргәнеш өҫкә ҡалҡып сыҡҡайны. Ул әленән-әле машинаның ян-яғындағы һәм артҡы планды күрһәтеүсе көҙгөләргә күҙ һалды. Юҡ, борсолорға сәбәп күренмәй, барыһы ла имен бара һымаҡ. Машина йөҙ илле-ике йөҙ метр­ҙай араны ярайһы уҡ юғары тиҙлектә үтте лә уң яҡҡа боролдо. Шундағы бина мөйөшөндә Зарифтың торғаны күренде. Үҫмер ян-яғына ҡаранып алды һәм автомобиль туҡтар-туҡтамаҫтан артҡы ултырғысҡа йомолдо. – Булды! – тине ул йыш-йыш тын алып. – Бына флешка, Самат ағай! – Ну маладис, ҡустым, булдыр­ҙың! – Самат ҡыуанысын һис тә йәшермәй, үҫмерҙе яурынынан ҡосаҡланы. – Шәп оперативник сығыр ине һинән! – Йылғырһың, Самат ағайың дөрөҫ әйтә, – тип уны йөпләне Илүзә. – Ә хәҙер ҡайҙа, шеф? – Флешкалағы мөлкәтте тейешле урынға оҙатырға ине, һылыу. Интернет менән бәйләнеш һәм компьютер кәрәк. – Борсолма, капитан, табырбыҙ. Хәҙер һәр йортта бар ундай мөлкәт. Ун минуттан ҡайтып етәбеҙ. Минең компьютер менән файҙалана алаһың. – Юҡ, бармай быныһы. – Самат ризалашманы. – Был эштә эҙ ҡалдырып йөрөргә кәрәкмәй. Һеҙгә бит артабан да бында ҡалаһы. Берәй кафе йә почта тирәһендәге интернет нөктәһен табырға кәрәк. Улар ҡала эсенә килеп ингәйне. Илүзә тиҙлеген ҡырҡа кәметеп, бер аҙ бара биргәс, юл ашаһындағы почта бүлексәһенә ымланы. – Ана, күрәһеңме? Ябылырға ярты сәғәттәй ваҡыт бар, өлгөрә алаһың. Ҡулаҡсаң бармы? – тип ҡапыл һораны ул. Күрәһең, банк эргәһендәге ығы-зығы иҫенә төшкәйне. – Етерлек, борсолма. Һеҙ әлегә күҙгә-башҡа артыҡ күренеп йөрөмәгеҙ. Фатирға ҡайтығыҙ, мин оҙаҡламам. – Самат машинанан сыҡты һәм йәмшәйгән баш кейемен батырыбыраҡ кейеп, тротуар буйлап атланы. Таушалып бөткән ҡиәфәтенә ҡарап, уны хатта йәлләргә мөмкин булыр ине. Ҡаршыһына осраған бер нисә кеше, моғайын, шулай иткәндер ҙә. Ләкин йолҡош ҡиәфәттәге ошо әҙәмдең кеҫәһендә бомба көсөнә эйә информация ятҡанын улар белмәне. Зарифтың иһә шатлығы эсенә һыймай. Ул үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр шундай мөһим һәм хәүефле эште башҡарып сыға алды. Иптәштәре ошо хаҡта бел­һәме?! Иптәштәре? Ул бит улар хаҡында бөтөнләй иҫенән сығар­ған! Их, хәлдәрен белергә ине! Тик шылтыратырға ярамай. Бына Самат ағаһы ғына барыһын да еренә еткерһен дә… Уның ҡарауы, ҡасабалағы дуҫтары менән ошо шатлығын уртаҡлаша ала. Илүзә апаһының фатирына ҡайт­һалар, шылтыратырға ул рөхсәт итмәйәсәк. Ә ҡыуанысы менән бүлешкеһе килә. Йортҡа етергә күп ҡалмағайны. – Илүзә апай, ошонда туҡтат әле, – тип үтенде егет. – Сабыр ит, Зариф, тағы бер квартал самаһы ҡалды. – Мин ошонда төшәм. – Ҡайҙа бараһың тағы? – Ҡыҙ­ҙың йөҙөндә ризаһыҙлыҡ сағылды. – Самат ағайыңдың нимә тип әйткәнен ишетмәнеңме ни? – Беләм, Илүзә апай, тик миңә бик кәрәк. Оҙаҡламам, бер биш минуттан инермен. – Ярай, әләйһә. – Илүзә машинаны туҡтатты. – Ун минуттан ҡайтып етмәһәң, артыңдан үҙем эҙләп сығам. Машина туҡтар-туҡтамаҫтан Зариф тышҡа атылды.

– Иптәш капитан, булды! Телефон координаталары бар!

– Ҡайҙа? Ҡайҙа, тим?

– Йыраҡ түгел. Ни бары ике квартал ара.

– Машинаға! Тиҙ булығыҙ!Харрасов банк эргәһенән буш­ҡа урап ҡайтҡандан һуң былай ҙа тиреһенә һыймаҫтай булып йөрөй. Өҫтәүенә, полковник үҙ кабинетына саҡыртып шелтәләп сығарҙы. «Ауыҙығыҙға сәйнәп һалғанды ла йота белмәйһегеҙ», имеш. «Бына беҙ йәш саҡта компьютер ярҙамында эҙәрләү сис­темаһы булмаһа ла, енәйәтселәрҙе тота торғайныҡ...», йәнәһе. Ул йәш саҡта тейешле мәғлүмәтте лә бит бармаҡ башындай флешкала түгел, ә олоғара кәнсәләр китаптарында ташығандарҙыр. Сағыштырҙы!

Ике машина ҡырҡа боролма яһап, полиция бинаһы эргәһенән ҡуҙғалып китте. Харрасов спутник навигацияһы ярҙамында идара ителгән электрон картанан күҙен дә алмай, машинаның алғы ултырғысында килә..– Һуңғы сигнал ҡасан булды, сержант?

– Ике минут элек, иптәш капитан.

– Өлгөрөргә тейешбеҙ. Йәһәтерәк ҡыймылда, сержант!

Электрон карталағы уларҙың хәрәкәтен күрһәткән уҡ былай ҙа йылдам шыуыша, ләкин Харрасовҡа ул үтә яй ҡыбырлаған кеүек тойола.

Ниһайәт, тегеләрҙең тәғәйен нөктәһен күрһәткән урын­ға ярай­һы уҡ яҡын килделәр. Харрасов машинаны туҡтатырға бойорҙо. Уларҙың артынса уҡ килеп еткән икенсе машиналағылар ҙа бер юлы тигәндәй тышҡа һибелде. Ошо осраҡтарҙа бул­ғанса, артабанғы бойороҡтар һис ниндәй артыҡ тауышһыҙ, бары ым ярҙамында башҡарылды. Төркөмдәге ҡалған өс кешегә Харрасов ҡаршылағы йорт эргәһен ян-яҡлап урап алырға әмер бирҙе. Үҙе иһә, эргәләге ағастар һәм ҡыуаҡтар артына ышыҡлана-ышыҡлана, алға уҡталды. Йорт мөйөшөндә һаман да телефондан һөйләшәләр ине әле.

– Үәт, йүнһеҙ! – тип һуҡранды Харрасов. – Бының нимә, әллә бөтөнләй аҡылы юҡмы? Бөтә полиция уның артынан һунар итә, ә ул иҫе лә китмәй тел сарлай.

– Ҡыбырламаҫҡа! Полиция!Күҙ асып йомған арала йорт мөйөшөн ҡамап та алдылар. Кинәт ер аҫтынан ҡалҡҡандай пәйҙә булған әзмәүерҙәй өс-дүрт ир-егеттең үҙенә төбәлгән ҡорал көпшәләрен күреп албырғаған Зарифтың ҡулынан телефоны ергә төшөп китте. Ул күҙҙәрен ҙур асып, аптырағандан ике ҡулын да өҫкә күтәргән булды.

– Уф, әйтер инем...

– Бәй, был бит малай ғына.

– Беҙ, нимә, ошо бала-саға артынан көн оҙоно һунар итәбеҙме ни, ә, капитан?

Харрасов үртәлеүҙән уртын сәйнәне һәм һаман да ҡаушаған ҡиәфәттә торған Зариф эргәһенә килде.

– Һин кем?

– Мин... Зариф... – тип тотлоға биреп яуапланы үҫмер.

– Ни эшләп йөрөйһөң бында?

– Теле... телефондан һөйләшә инем.Капитандың ярһыуы эсенә һыймай, ләкин ул үҙен ҡулда тоторға тырыша. Малайҙың бөтөнләй юғалып ҡалғанын күреп, бер аҙ йомшарҙы.

– Телефондан һөйләшкәнеңде былай ҙа күрәм. Тик әйт әле һин миңә, ҡайҙан алдың был телефонды?

– Ул минеке. Атайым һатып алып биргәйне.

Харрасов уның эргәһенә үк килеп, күҙҙәренә төбәлеп ҡараны.

– Ә һин яңылышмайһыңмы, ҡустым?

– Юҡ! – тип әйтергә ашыҡты Зариф. Уға кинәт үҙен урлашыуҙа ғәйепләйҙәр кеүек тойолоп китте. – Бына икенсе йыл була инде. Ышанмаһағыҙ, атайымдан һорағыҙ

– Һорарбыҙ, һорарбыҙ, ҡус­тым. Ул хаҡта борсолмаһаң да була.

Капитан ерҙә ятҡан телефонды эйелеп алды ла әйләндергеләп ҡараны һәм төймәләренә баҫҡыланы. Хәҙерге заман ләҡәбе: кемдең кем икәнлеген белгең килһә, уның телефонына күҙ һал. Валлаһи. Кемдәр менән аралаша һәм ниндәй музыка тыңлай, тигәндәй. Полицейский булмаһа ла белер ине быны Харрасов. Меню буйлап тегеләй-былай күскеләп, бер аҙ күҙ һалыу ҙа етте – малай алдашмай. Был мөлкәт улар эҙләгән кешенеке түгел.

– Ә ни эшләп заводтан ошо телефон номерын биргәндәр? Үҙҙәре нимә теләгәнен белмәй­ҙәрме ни унда? – тип эргәһендәге сержантҡа ҡараны.

Ул аҡланырға ашыҡты.

– Теге кешене эләктергәс, уның телефонын алған булғандар. Ошо номер буйынса шылтыратыуы бик мөмкин, тигәйнеләр

– Аңлашылды. Йә, ярай, теген­дә асыҡларбыҙ.

– Ә был малайҙы ни эшләтәбеҙ?

Харрасов һағайып ҡалған үҫмергә ҡараны.

– Үҙебеҙ менән алабыҙ, башҡа сара юҡ. Әйҙәгеҙ, киттек!

Полиция машиналары бер-бер артлы ҡуҙғалып китте. Ошо яҡҡа атлаусы таушалған пинжәктәге кеше һуңғы минутта ғына йорт мөйөшөнә ышыҡланып өлгөрҙө.

8

– Йә, ҡустым, һөйлә барыһын да! – Харрасов сигаретын ҡабыҙҙы ла тәмәке ҡабын өҫтәлгә ырғытты. Нервы көсөргәнешен баҫырға тырышып, бүлмә буйлап урап килде.

– Нимәне һөйләйем? – тине Зариф бер аҙ ҡаушабыраҡ.

– Әйҙә, ошолай килешәйек – был циркты әлегә ҡалдырып тор. Бөгөн көн оҙоно минән етди енәйәтсене таптыралар. Һәм мин уның эҙенә төшәсәкмен.

– Кем һуң ул енәйәтсе? – тип ҡыҙыҡһынды Зариф.

Харрасов бер аҙ ваҡыт уға һынаусан ҡарап торҙо. Унан инде яҡыныраҡ эйелде.

– Ысынлап та, бер ни ҙә белмәйһеңме, әллә кәмит уйнайһыңмы? – Үҫмер бер нәмә лә өндәшмәгәс, ул артабан тауышын йомшарта төштө. – Беләһеңме, ҡустым, ул заводтан бик мөһим информацияны урлаған. Ә был закон телендә енәйәт тип атала. Иҡтисадта кәрәкле мәғлүмәттең ситкә китеүенән тотош предприятиелар бөлгөнлөккә төшөргә мөмкин. Ә был завод – бына ошо кескәй ҡалалағы байтаҡ кешенең эш урыны. Күп ата-әсәләр унда көс түгеп, бына һинең кеүек бала-сағаларын аяҡҡа баҫтырырға, уҡытып, әҙәм итергә тырыша. Беҙҙең ҡалала ундай ҙур заводтар башҡа юҡ. Һинең ҡасабаңдағы атайың эшләгән предприятие бөлгөнлөккә төшһә, ни булыр ине, ә, ҡустым? Ул ғаиләгеҙгә эш хаҡын алып ҡайта алмаҫ ине. Шуға күрә лә бына был заводтың эштәре мөшкөлләнеүенә мин бер нисек тә юл ҡуя алмайым, аңланыңмы инде?

– Аңланым, – тип ишетелер-ишетелмәҫ яуап бирҙе Зариф. Ул икеләнә ине инде. Самат ағаһы ла дөрөҫтө һөйләй кеүек, был капитандың һүҙҙәрендә лә хаҡлыҡ бар. Әгәр ҙә Самат ағаһы әйткәндәр барыһы ла дөрөҫ булып сыҡһа, енәйәтселәрҙе заводтың үҙенән эҙләргә тейеш түгелдәрме ни ул? Бәлки, ошо капитанға барыһын да һөйләргәлер? Ләкин Самат ағаһына һүҙ бирҙе. Ул бит, кемделер нимәләлер ғәйепләр өсөн алдыңда факттар булырға тейеш, тине. Иҫбат итә алмайһың икән, бөтә ғәйепләүҙәр урамдағы эскәм­йәлә ултырған оло йәштәге әбей­ҙәрҙең имеш-мимешенә бәрәбәр, тине. Хәҙер Зарифҡа ни ҡала? Ваҡытты һуҙыуҙан башҡа сараһы, моғайын, юҡтыр.

– Тик мин һеҙ эҙләгән кеше хаҡында бер ни ҙә белмәйем.

– Ә бына беҙҙең мәғлүмәттәр буйынса... – Харрасов йәнә кабинетты урап килде, – ...ул кешенең эләккән ерҙән ысҡыныуында һинең туранан-тура ҡатнашлығың бар. Йә, был хаҡта ни әйтерһең?

– Һеҙ ҡала эргәһендәге тауҙа булған хәл хаҡында әйтәһегеҙме ни? – тип ғәжәпләнгән булды Зариф. – Һуң ул үҙ юлы менән китте бит, ә мин ҡалаға килдем.

– Ни өсөн килдең бында, ҡустым?Иптәштәрең менән арыу китеү урынлыраҡ булыр ине т-гелме һуң?

– Улар артабан киткәндәрме ни? Ысынлапмы? – тип аптыраны Зариф.

Ул хатта эстән генә уларға үпкәләгәндәй ҙә итте. Нисек инде уны ташлап, һис ни булмағандай, артабан киткәндәрме? Ә үҙе улар хаҡында борсолған була. Йәнәһе, нисек кенә ярҙам итеп, теге яуыздарҙың тырнағынан ысҡындырырға...

– Әлбиттә, киткәндәр. Бында уларға нимә бар?! Сәйәхәтегеҙҙең маҡсаты мәмерйә түгел инеме ни?

– Ә һеҙ уларҙың мәмерйә яғына юл тотҡандарын ҡайҙан беләһегеҙ? – тип ышанмайыраҡ һораны Зариф.

– Теге енәйәтсене тәүләп эләктергән ағайыңдар әйтте.

– Улар алдай! – тип ҡапыл тауышын күтәрә төштө Зариф. – Үҙҙәре бит енәйәтсе! Ҡулдарында ҡоралдары ла бар ине. Һеҙ бына кемдәрҙе ҡулға алырға тейеш инегеҙ!

Харрасов ҡапыл ярһып киткән үҫмергә бер аҙ ваҡыт һынабыраҡ ҡарап торҙо ла ситкә китте. Ул икеләнә ине инде. Бөтә был тарихта ниндәйҙер аңлайышһыҙлыҡ бар. Завод директоры урынбаҫарының тура һорауҙарҙан ситкә китеүе, бер нәмә лә аңлатып тормайынса, Ғафаровты тиҙ арала тотоуҙарын талап итеүе. Ниһайәт, уны эләктерә алһалар, тура уға килтереүҙәрен һорауы. Өҫтәүенә, бынан бер нисә сәғәт элек уның тәүҙә полицияны ҡатыштырмай ғына ҡораллы кешеләр яллап, үҙ көстәре менән әлеге шул Ғафаровтың эҙенә төшөргә маташыуҙары асыҡланды. Полицияға ла улар, күрәһең, баш­ҡа саралары ҡалмағас, һуңғы һаламға йәбешкән шикелле, аптырағандан мөрәжәғәт иткәйне. Сәйәхәткә сыҡҡан уҡыусылар үҙ юлдары менән артабан китте, тигәнде лә уларҙан ишетте Харрасов. Ә, бәлки, был дөрөҫ түгелдер? Алдында ултырған үҫмер аҡылһыҙға оҡшамаған кеүек. Ул тап киреһен һөйләй. Һәр хәлдә, тау башындағы ва­ҡиғаларға үҫмер үҙе шаһит.

– Бына нәмә, ҡустым... – Тәҙрә эргәһенә баҫып бер аҙ уйланып торғас, Харрасов ҡабаттан эш өҫтәле эргәһенә килде. Уның башында кинәт бер уй яралғайны. Был малайҙы һөйләндереп, ни ҙә булһа белергә маташыуҙан фәтеүә сығырҙай тойолмай. Тимәк, икенсе юл ҡала... – Һин хәҙер китә алаһың. Беҙгә кәрәгең юҡ.

Эргәләге өҫтәл артында ултыр­ған сержант ғәжәпләнеп башын күтәрҙе. Ул ниҙер әйтмәк булып ауыҙын асҡайны ла, Харрасов ҡул ымы менән туҡтатты. Зариф иһә, был ағай, моғайын, шаярталыр, тигән шикелле, ышаныр-ышанмаҫ ҡиәфәттә Харрасовҡа төбәлде.

– Ысынлап әйтәһегеҙме?

– Әлбиттә! Бар, үҙ юлыңда бул!

Зариф урынынан торҙо, әйләнеп ҡарай-ҡарай ишеккә йүнәлде. Унан туҡтатырға йыйын­мауҙарын күргәс, ҡотолғанына үҙе лә ышанып бөтмәйенсә, сы­ғыу яғына йомолдо. Үҫмер артынан ишек ябылыу менән Харрасов шунда уҡ сержантҡа ымланы.– Бар, сержант, был малайҙы ысҡындырмағыҙ. Ул беҙҙе Ғафаровҡа килтерәсәк.– Есть, иптәш капитан!– Бәйләнештә бул, сержант!– Есть!

9

Полиция бинаһынан сыҡҡас, Зарифтың тәүге теләге был тирәнән мөмкин тиклем тиҙерәк һәм алыҫҡараҡ китеү булды. Самат ағаһының киҫәтеүен онотоп, телефондан шылтыратыуына бик үкенә ине. Ҡара һин уны, шул рәүешле лә кешенең эҙенә төшөп була, имеш! Үҙе был хәлгә тарымаһа, белмәҫ тә ине. Шулай ҙа ул йәнә телефонын эҙләп кеҫәһенә тығылды. Кәрәге тейһә тип, Илүзә апаһының адресын шунда теркәгәйне. Уның телефонын тикшергән мәлдә әлеге капитандың был яҙмаға иғтибар итмәүенә өмөтләнәһе генә ҡала. Шулай ҙа артабан бик һаҡ булырға тура килер. Фатирға бар­ған ваҡытта ла урау юл менән һәм күҙәтмәүҙәренә ышанғас ҡына. Ошо уй башына килеү менән Зариф эргәләге тирәк артына ышыҡланды һәм полиция бинаһы яғына әйләнеп күҙ төшөрҙө. Тап шул мәлдә бинанан сыҡҡан сержант һәм тағы бер полицейский уның яғына иғтибар ҙа итмәй, эргәһенән тигәндәй үтеп китте һәм машиналар теҙелеп торған тәңгәлгә йүнәлде. Уның хаҡында бөтөнләй онотҡандар кеүек ине. Эйе шул, уларҙың башҡа эштәре юҡ, әйтерһең дә! Зариф бер аҙ тыныс­ланды һәм үҙенең әлеге мәлдә ҡайһы тәңгәлдәрәк булырға тейешлеген самаланы. Телефондағы электрон картаға әлеге адресты индергәйне, уныһы шунда уҡ кәрәкле маршрутты пунктирлы һыҙыҡтар менән һыҙғылап та ҡуй­ҙы. Ни бары ун биш минутлыҡ юл! Ләкин Зариф туранан түгел, урауыраҡ юл менән барасаҡ. Электрон карта уның хәрәкәтләнеүенә яраҡлашып, тейешле юлды барыбер табасаҡ.Зариф йәнә тирә-яғына күҙ һалып алды һәм ағастар араһынан сығып, йорттар эргәһенән китте. Ҙур булмаған урам аша үтеп, эргәләге тыҡрыҡҡа боролорға ла өлгөрмәне, йорт артынан кинәт ҡалҡып сыҡҡан әзмәүерҙәй ир уны эләктереп тә алды. Үҫмер ҡысҡырмаҡсы булғайны ла, өлгөрмәне – теге ҡыпһыуырҙай ҡулдары менән аймап алып, уны үҙенә тартты һәм һул усы менән ауыҙын ҡымшанмаҫлыҡ итеп баҫты.

Зариф йәнә тотҡонлоҡҡа эләккәйне.

10

Үҙен тотоп алған әҙәмдәрҙең кем икәнлектәрен Зариф аңлағайны инде. Бөгөн көндөҙ тау итәгендә осрап, уларҙың күңелле генә барған сәйәхәттәрен боҙған ғына түгел, бөтөнләй юҡҡа сығар­ған уҫал ҡарашлы теге икәү ине. Былар инде теге капитан ише уның менән сөсөләнеп тормаясаҡ. Ошо аяуһыҙ хәҡиҡәтте Зариф ҡапыл аңланы. Үҫмерҙең уйҙарын ҡеүәтләгәндәй, әлеге әҙәм уны әллә ни алыҫ тормаған еңел машинаның салонына һелтәне һәм әшнәһенә бойорҙо:

– Әйҙә, ҡуҙғал, күреп өлгөрмәҫтәре борон!

– Ауыҙын ысҡындырма, башына берәй йүләр уй килеп, һөрәнләмәһен тағы, – тип тауыш итте тегеһе, машинаның двигателен тоҡандырып.

– Һөрәнләп ҡараһын! Бөтә бөгөнгө ығы-зығы ошо йүнһеҙ малай арҡаһында. Кәрәген бирергә былай ҙа ҡул ҡысып тора.

– Ҡабаланма, Макс! Үсеңде алырға былай ҙа өлгөрөрһөң. Беҙҙең мөһимерәк эштәр ҙә бар.

Малайҙы ҡармап тотоп артҡы ултырғыста ултырған Макс тигәндәре әшнәһенә яуап урынына һүгенеп кенә ҡуйҙы.

Зариф күпме генә тыпырсынып маташмаһын, мыҡты кәүҙәле ирҙең тимер ҡыҫҡыс кеүек ҡулдарынан ысҡына алманы. Машина артҡы йөрөш менән бер аҙ бара бирҙе лә ҡырҡа боролош яһап әйләнде һәм ҡаланан ситкә алып барыусы юлға төшөп, алға елдерҙе.

Тап ошо мәлдә әлеге урынға икенсе еңел машина килеп туҡтаны. Уның руле артында полиция сержанты ултыра ине.

– Эх, ысҡындырҙыҡ! – тип руленә һуғып ҡуйҙы ул.

– Ә теге әҙәмдәргә был малай нимәгә хәжәт? – тип тауыш итте уның эргәһендә ултырған Толя.

– Беҙгә ни өсөн кәрәк бул­һа, уларға ла шунса. Улар ҙа Ғафа­ров артынан һунар итә, аңланыңмы?

– Дә-ә, эштәр... Ни эшләйбеҙ?– Арттарынан! Күҙҙән юғал­маҫтары борон...Һоро төҫтәге иҫке генә джип тар урында боролош яһап, оҫта ғына әйләнде лә, инде ярайһы уҡ алыҫлаша төшкән ҡара машинаны күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышып, алға ынтылды.

11

Ҡара машина бейек ҡойма менән уратып алынған ике ҡатлы ҙур дача эргәһенә килеп туҡтаны. Тимер ишектәр автоматик рәүештә асылды һәм еңел машина иркен ихата алдына барып инде. Ике ҙур эт шунда уҡ улар эргәһенә килеп етте.

– Эй, малай, эттәр асыҡҡан, мәмәй һорай. Әллә уларға киске аш урынына һине ырғытайыҡмы? – тип һаһылданы мыҡты кәүҙәлеһе.

– Тәүҙә теге ҡасҡындың ҡайҙа икәнен беләйек тә, – тип уға ҡушылды икенсеһе. – Ҡара уны, малай, әгәр ҙә тиҫкәреләнеп үҙеңдән герой яһап маташһаң, иң тәүҙә телеңде киҫеп алып, эттәрҙе һыйлайым. Аңланыңмы? – Ул әшнәһенә боролдо. – Мин эскә кереп сығам. Шефҡа әйтер­гә кәрәк. Ошо емтек менән ул үҙе һөйләшергә теләйәсәк. Ә һин был партизанға күҙ-ҡолаҡ булып тор.

– Ҡайҙа ғына барһын? – Макс сертләтеп ергә төкөрҙө. – Бер ымлау етә, был эттәр уны сепрәк ҡурсаҡ урынына йолҡҡолаясаҡ.

Оҙон буйлы йорт яғына йүнәлде, ләкин эттәргә боролоп әмер бирҙе:

– Цезарь! Берта! Һаҡлағыҙ, ишеттегеҙме?

Ротвейлер тоҡомло эттәр ырылдашып ҡуйҙы.

Макс сигарет тоҡандырҙы һәм уны һура-һура арлы-бирле йөрөштөргөләй башланы.

Зариф эттәргә ҡараны. Улар, күрәһең, биләмә һаҡларға махсус өйрәтелгәйне. Һәр ишетелгән тауышҡа һағаялар, ниҙелер еҫкәнеп, туҡтауһыҙ йөрөй башлайҙар. Әгәр ҙә үҙҙәре өсөн шикле зат күренә ҡалһа, ажарланып ташланасаҡтары күренеп тора.

Макс, күрәһең, уларҙың яҡшы һаҡсы булыуҙарына ышана ине, сигаретын көйрәтә-көйрәтә, аяҡ аҫтына осраған ниҙелер типкеләп, бөтөнләй ситкә китте. Зариф үҙен ике яҡлап ҡамап алған эттәр­гә ҡараны. Уларҙың күҙҙәрендә һис ниндәй миһырбанлыҡ юҡ. Әгәр ҙә саҡ ҡына ситкә хәрәкәтләнә ҡалһа ла, өҫтөнә ташланырға әҙер ҡиәфәттә ултыралар. Үҫмер тирә-яғын байҡар өсөн саҡ ҡына ҡуҙғала биргәйне, яҡындараҡ тор­ғаны ырылдап ҡуйҙы.

Ярайһы уҡ ҡуйырып килгән ҡараңғылыҡты ике ҡатлы бейек кирбес йорттоң тәҙрәләренән төшкән яҡтылыҡ бер аҙ кәметә. Бейек ҡойма буйлап биш-алты метр һайын һибелгән фонарҙар яҡтыһында Макстың хужаларса ирәүән баҫып арлы-бирле йөрөгәне күренә. Ул сигаретын көйрәтә-көйрәтә был яҡҡа табан боролдо ла кинәт ергә ҡоланы. Ҡойма яғынан уның өҫтөнә кемдер һикергәйне. Ауған мәлдә генә уның иләмһеҙ тауыш менән:

– Берта! Бында! – тип һөрәнләгәне ишетелде.

Үҙенең исемен ишеткән ротвейлер керешенән ысҡынған уҡ шикелле шул яҡҡа атылды. Ләкин оҙаҡ та үтмәне, ул сыйылдап ергә тәгәрәп барып төштө һәм хәрәкәтһеҙ ҡалды.

Үҙенең эргәһендә ырылдап ултырған ротвейлерҙағы көсөргәнеште Зариф һәр күҙәнәге менән тоя, ләкин эт уны, күрәһең, ҡалдырып китә алмай ине. Генерал бойороғон һуңғы һулышынаса үтәргә ант иткән һалдат һымаҡ. Цезарь зәһәр тауыш менән ырылдап үҫмерҙе әйләнеп йөрөй бирҙе лә ҡапыл ергә һуҙылып барып ятты. Зариф уның муйын тирәһендә тырпайып торған оҙонса нәмәне күрҙе. Үҫмер һиҫкәнеп ян-яғына ҡаранды. Күҙ һәм ауыҙ-морон тирәләренән башҡа баштарын тотош ҡаплаған битлектәге ҡара кейемле кешеләр бейек ҡойманың төрлө тәңгәлдәренән бер-бер артлы ихатаға һикереп төштө һәм йорт яғына ынтылды. Бынан бер нисә минут ҡына элек әллә кем булып йөрөгән Макстың ҡулдарын артҡа шаҡарып бәйләп һалып та ҡуйғайнылар инде. Төркөм һеләүһен кеүек тауыш-тынһыҙ хәрәкәт итеп, бер аҙҙан йортто уратып та алды һәм уларҙың бер нисәүһе ишекте асып эскә йомолдо.

Былар барыһы ла шул тиклем тиҙ башҡарылды, күп булһа ике-өс минут ваҡытты алғандыр. Зариф иһә албырғаған ҡиәфәттә –  әле ҡара кейемдәге кешеләргә, әле бәйле ятҡан Максҡа һәм хәрәкәтһеҙ ҡалған овчаркаларға ҡарай. Ниһайәт, ул үҙен инде хәҙер бер кемдең дә ҡарауылламауын һәм был тирәнән тиҙерәк китеү кәрәклеген аңлап ҡалды. Ҡапҡа яғына ынтылыуы булды, уныһы тыштан тартҡанға асылып китте.

«Эх, өлгөрмәнем!» тигән үкенес сағылып үтте уның мейеһенән һәм ул йәшеренергә урын эҙләп, тирә-яғына ҡаранды. Ләкин инеүселәр күреп ҡалғайны инде.

– Зариф! Ҡустым!

Таныш тауышты ишетеп, ул ҡапыл әйләнде һәм, бының урынлымы-юҡмы икәнен дә уйлап тормай, бөгөн генә тәүләп күргән, ләкин инде өлкән дуҫына әйләнеп өлгөргән ағаһының ҡосағына ташланды.

Саматтың ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡайны. Ул Зарифтың арҡаһынан ҡаҡҡыланы, унан кинәт күтәреп алды.

– Ну, партнёр, ҡотто алдың! Әйтәм бит, ул – йылғыр егет, бирешмәҫ, тип! – Шунан бәләкәй дуҫын ергә төшөрҙө һәм эргәһендәге кешегә өндәште. – Иптәш майор, бына ошо егет инде беҙҙең операцияны өҙөлгән ерҙән ҡотҡарыусы! Таныш булығыҙ, минең партнёр – Зариф!

Шулай уҡ ҡара кейемдә, ләкин битлекһеҙ мыҡты кәүҙәле ир ке­ше уға ҡулын һуҙҙы.

– Маладис, егет, булдырҙың! – Ул Саматҡа боролдо. – Капитан, минең бөркөттәр йорт эсендәгеләрҙе ҡоралһыҙландырған, хәҙер бында барыһы ла контролдә. Баш­ҡа балаларҙы ла табырға кәрәк.

– Есть, иптәш майор!

Майор йорт яғына йүнәлгән еренән боролоп, тағы кемдәргәлер күрһәтмә бирҙе:

– Был эттәрҙе ситлеккә ябығыҙ! Дарыуҙың көсө бөтһә, иҫтәренә килеп, кешегә ташланыуҙары бар. Бындай тоҡомло эт бер ажарлан­һа, бүренән яман.

– Үтәлер, иптәш майор, – тигән яуап ишетелде ағастар араһынан.

Самат Зарифты яурынынан ҡосаҡлап, ситкәрәк алып китте.

– Рәхмәт, ҡустым. Әгәр ҙә бөгөн һин осрамаһаң, эштәр бик мөшкөл бөтә ине. Ысын егет икәнһең!

Зарифтың йөҙө яҡтырҙы.

– Нисек, Самат ағай, барыһын да булдырҙығыҙ инде?

– Еренә еткерҙек, туған. Минең менән бәйләнеш юғалғас, ошо махсус төркөм ике машинала бөгөн иртән үк бында килеп еткән. Мин бәйләнешкә сығыу менән үк тиерлек операцияны башланыҡ. Икенсе төркөм әле заводта. Барыһы ла контролдә, партнёр!

– Ә полиция? Улар ҙа бит һеҙҙе эҙләй ине. Тик мин ҡайҙа икәнлегегеҙҙе әйтмәнем.

Самат көлөп ебәрҙе.

– Ну, маладисһың, ҡустым! Ысынлап әйтәм. – Ул үҫмерҙе яурынынан ҡосаҡлап, үҙенә табан тартты һәм, ғәҙәтенсә, уның башынан ойпалап ҡуйҙы. – Улар, туған, үҙ эштәрен эшләй. Бер кемдең дә маңлайына кем булыуы яҙылмаған бит. Һинең бында икәнлегеңде уларҙан белдек. Заводтағы бөтә әкәмәтте ойоштороусының йорто был. Ана, күрәһеңме, барон үҙенең эйәрсендәре менән. – Самат йорт яғына ымланы.

Оперативниктар ҡулдарын арт­ҡа ҡайырып тотоп, бер нисә кешене көпләүле машинаға индереп ултыртты. Улар араһында үҙен бында килтергән ике ирҙе лә күреп, Зариф еңел тын алып ҡуйҙы.

– Иптәш капитан! – тип ҡара кейемдәге кешеләрҙең береһе Саматҡа өндәште. – Килегеҙ әле! Һеҙ эҙләгән мәктәп балалары бында, ахыры. – Ул подвал ишеге яғына ымланы.

– Самат ағай, улар – минең иптәштәрем! – Зариф ҡыуанысы эсенә һыймай, йорт яғына тороп йүгерҙе.

Ишекте ҡайырып асҡайнылар инде. Эстәге балалар бында ни барғанын тиҙ генә төшөнмәне. Көнө буйы бикле ултырыуҙары етмәгән, үҙҙәре менән тупаҫ мөғәмәлә һәм алдарындағы билдәһеҙлек уларҙың кәйефтәрен ҡырыу ғына түгел, хәлдәрен дә апаруҡ алғайны. Әле лә үҙҙәрен ни көткәндәрен дә белмәй, тышҡа табан һағайып ҡына берәм-һәрәм атланылар. Ләкин Зарифтың ҡыуаныслы тауышын ишетеү менән үк тиерлек йәнләнделәр. Ул үҙен әле генә «егет» тип ҙурлау­ҙарын да онотоп, дуҫтарын йүгереп барып ҡосаҡлап алды.

– Малайҙар! Ҡыҙҙар! Рәсимә Әкрәм ҡыҙы!

Ҡыуаныстары йөҙҙәренә сыҡҡан балалар тотҡонлоҡтан ҡотолоуҙарына ла, Зарифтың табылыуына ла шатланып, шау-гөр килде.

– Һин ҡайҙа юғалдың ул, ә, Зариф?

– Беҙҙән һине таптырып бер булдылар.

– Шул тиклем ваҡыт ҡайҙа йөрөнөң?

– Уф, Зариф, ҡотто алдың бит! – Уҡытыусы ҡыҙ һис тә шаштырмай ине. Үҙ төркөмөнән баланың юғалыуы улар өсөн фажиғә булыр ине. – Әйҙәгеҙ, балалар, төн уртаһында юлды дауам итеп булмаҫ. Ҡалала туҡтарбыҙ ҙа ҡалғанын иртәгә иртә менән хәл итербеҙ.

Төркөм шаулашып ихатанан сығыу яғына йүнәлде, Зариф иһә икеләнеп ҡалды. Ул хәҙер иптәштәренән айырыла алмай. Был бәхәсһеҙ. Ләкин ошо кескәй ҡалала көтмәгәндә тапҡан өлкән дуҫтарын да, һис ни булмағандай, ташлап китеүе әллә нисек шул.

Уның уйҙарын ҡеүәтләгәндәй, ҡапҡа тышынан майорҙың көр тауышы ишетелде.

– Рәсимә Әкрәм ҡыҙы була­һығыҙ бит әле?

– Эйе, – тип яуапланы уҡытыу­сы бер аҙ һағайыбыраҡ.

– Бер минутҡа ғына иғтибар итеүегеҙҙе һорайым. – Балалар төркөмө шымып ҡалды. ОМОН-дыҡылар ҙа үҙ эштәрен тамамлап, көпләүле машинаның эргәһенә йыйылды. Зариф саҡ ҡына алы­ҫыраҡ Илүзә апаһының машинаһы тороуын әле генә күреп ҡалды. Күрәһең, ул яңыраҡ ҡына килеп туҡтағайны. Илүзә үҙе лә машинанан сыҡты һәм яҡыныраҡ килде. Зариф Самат ағаһына ҡараны, ә ул иһә шаян йылмайып, күҙ ҡыҫты. «Мин бында нимәнелер белмәйем, шикелле», – тип уйлап алды Зариф.

Майор барыһының да иғтибары уға йүнәлеүенән ҡәнәғәтләнеүен йәшермәй, тамағын ҡырғыланы.

– Бөгөн бик ҙур эш баш­ҡарып сыҡтыҡ. Беҙҙең бүлек уны оҙаҡ ваҡыт әҙерләне. Иң һуңғы финиш һыҙығына килеп еткәс, өҙөлөүе бик мөмкин ине. Ләкин һеҙҙең дуҫығыҙҙың... – Майор төркөмдән күҙҙәре менән кемделер эҙләне, тапмағас, һораулы ҡарашын Саматҡа йүнәлтте, – капитан, һинең партнёрың ҡайҙа әле? Ҡана, сыҡһын бында! – Самат Зарифты яурынынан тотоп алғараҡ этте, уныһы иһә башҡа сара ҡалмағас, тиҫтәләгән ҡараштарҙың оҙатыуы аҫтында алға атларға мәжбүр булды. – ...Бына ошо дуҫығыҙҙың ҡыйыулығы ярҙамында беҙ был эште йырып сыға алдыҡ. Барығыҙҙың алдында ла мин үҙебеҙҙең идаралыҡ исеменән уға рәхмәтемде белдерәм! – Майор ҡул саба башлағас, уға дәррәү ҡушылдылар. – Ләкин эш бының менән генә бөтмәй, – тип дауам итте ул Зарифтың яурынына ҡулын һалып. – Һеҙҙең мәктәп исеменә уҡыу йылы башланыуға беҙҙең етәкселек ҡул ҡуй­ған Рәхмәт хаты барасаҡ. Ә һеҙ иртәгә үҙегеҙҙең сәйәхәтегеҙҙе дауам итә алаһығыҙ. Ләкин көҙгө каникул мәлендә икенсе сәйәхәткә юлланырға әҙер булығыҙ. Беҙҙең идаралыҡ егерме кешегә Санкт-Петербургҡа бер аҙналыҡ юллама бүләк итә. Бер шарт менән – бына бындағы һәммәгеҙ ҙә ул төркөмдә булырға тейеш! Йә, нисек, үтәрлекме?

– Үәт, шәп!

– Ну, Зариф, маладис!

– Рәхмәт, иптәш майор! – тиеште ҡыуаныстан күҙҙәре йылтырашҡан үҫмерҙәр.Майор үҙе яһаған тәьҫирҙән ҡәнәғәт ҡалды. Уҡыусыларға эләккән көтөлмәгән ҡыуаныстан үҙенә лә өлөш сыҡҡандай, күтәренке кәйеф менән Зарифтың арҡаһынан ҡаҡты.

– Йә, ҡустым, хәҙер һине уҡытыусыңа тапшырабыҙ. Үҫеп етһәң, беҙгә кил. Шәп оперативник сығасаҡ һинән!

– Есть, иптәш майор! – тип етди тауыш менән яуапланы Зариф.Майор ихлас көлөп ебәрҙе.

– Ну, шилма! Бирешерҙәй егет түгелһең!Шунда торған Самат уңайлы мәлде ысҡындырмаҫҡа тырышып, уларға яҡыныраҡ килде.

– Иптәш майор, беҙҙең команданың өсөнсө ағзаһы менән дә танышығыҙ. – Ул ситтәрәк торған Илүзәгә ҡул болғаны. Ҡыҙ, шуны ғына көткәндәй, яҡыныраҡ килде. «Быларҙың, нимә, әллә мөхәббәттәре башланамы?» – тип эстән генә уйлап алды Зариф һәм алмаш-тилмәш Самат менән Илүзәгә күҙ йүгертте. Юҡ, бер нәмә лә булмағандай ҡыланалар.– Иптәш майор, ошо була инде Илүзә. Ул беҙҙең менән эшләргә теләй. Әлегә стажёр була ала, һуңғараҡ, юғары белем дә алһа, күҙ күрер.Майор бөгөн көндөҙгө кәмит өсөн кейгән кейемдәрен һаман да һалмаған Илүзәгә күҙ йүгертте, унан Саматҡа ҡараны.

– Ә, ниңә, килһен. Тәүге һынауҙы һәйбәт үтте тиһәң дә була. Ҡалғаны үҙенән тора. – Ул тағы ла Зарифҡа ҡараны.  – Тәүге һынауҙы үтә алһа, малай кеше егеткә әйләнә, ҡустым күңел төбөңә һалып ҡуй быны.

– Онотмам, иптәш майор!

– Һәйбәт, ҡустым. – Майор барыһына ла хушлашыу ымы яһаны ла үҙен көткән төркөмгә табан атланы. Зариф иһә берсә ҡуҙғала башлаған машиналарға, берсә төрлө яҡҡа китер алдынан бер-береһенә ниҙер әйтергә ҡабалан­ған Самат ағаһы менән Илүзә апаһына, берсә уны көтөп, бер тирәгәрәк өйөлөшкән иптәштәренә ҡараны.

Тирә-яҡта йәйге кис тулыһынса үҙ хоҡуҡтарына ингәйне инде. Әммә ләкин уның ғүмере әле башлана ғына. Әлбиттә, дуҫлыҡты ла, кешеләр ихтирамын да матур ҡылыҡтары менән яуларға тейешлеген бер ҡасан да онотмаҫҡа тейеш.

Читайте нас: