Дөм-ҡараңғылыҡта, бигерәк тә ауыр хәлдән ҡотолоу сараһын белмәгәндә, башҡа төрлө уйҙар килә. Иң тәүгеләрҙең береһе – ҡасандыр ул бит яңғыҙы хәҙерге кеүек дөм-ҡараңғыла тороп ҡалғайны! Ҡасан? Иҫкә төштө! Шәйехзада ун ике-ун өс йәш тирәһендә үҙ-үҙен ошондай хәлгә ҡуйғайны – баҙға бикләнгәйне!
Бөтәһе лә атаһының уйынсыҡ-театр һатып алыуынан башланды, буғай. Юҡ-юҡ, хатта унан алдараҡ! Атаһы менән Өфөгә барғанда «Сайяр» театрының тамашаһын ҡарағайны улар. Ун йәшлек Шәйехзадаға ҡалҡыу урында (аҙаҡ уның сәхнә тип аталғанлығын белде) ағай-апайҙарҙың әкиәттәге кеүек ҡайғырыу-борсолоуҙары, төрлө ҡаршылыҡ-кәртәләрҙе үтеп, изгелектең яуызлыҡты еңеүе өсөн көрәшеү-һуғышыуҙары ныҡ тәьҫир итте. Ауылға ҡайтҡас, Шәйехзада күрше малай, ҡыҙҙарын йыйып, әкиәттәге батырҙар кеүек, театрҙағы ағайҙарға оҡшатып, уйнап ҡараны. Был балаларға оҡшаны. Ололар ҙа күрҙе малайҙарҙың ҡыланыуын. Бигерәк тә оло өләсәйҙәр, олатайҙар ҡыҙыҡһынып ҡараны Шәйехзаданың Аҡъял батыр булып Дейеүҙең башын өҙә сабыуын. Әммә улар, балалар кеүек бөтә был уйынды ысынға алып, тын алырға онотоп, батырҙың яҙмышы өсөн ҡурҡып ултырманы, йөҙҙәренән кәмһетеүле көлөмһөрәү юйылманы, сөнки күҙ алдарында Дейеүҙе түгел, ә Шәйехзаданың ҡыланыуын ғына күрҙе. Шул саҡта малайҙа әкиәттәге кешеләрҙе үҙ кейемдәрендә түгел, ә тегеләргә оҡшатып кейендерергә кәрәк, тигән уй тыуҙы. Ләкин тәү мәл нимәһе менәндер был алым тамашаны ҡараусыларҙа фәҡәт көлкө тыуҙыра ине. Ҡурҡыныс күренеште күрһәтергә йыйыналар, ә ҡарап ултырыусылар дейеү булып кейенгән Шәйехзаданы күреп, көлөргә тотона. Ә был бар тамашаның мәғәнәһен юҡҡа сығара. Ниңә ауыҙ йыралар? Шәйехзада аңлай алмай. Шул уҡ хәл ҡыҙ булып уйнарға тура килгәндә лә ҡабатланды. Әсәһе лә ҡарағайны ул әкиәтте.
– Һин ҡыҙға ла, дейеүгә лә оҡшамағанһың, – тигәйне әсәһе. – Шуға көләләр.
Ошонан һуң Шәйехзада әкиәттә кеше йәки йәнлек булып кейенер булһа, тәүҙә әсәһенә күрһәтер ине.
Әммә ул һәр саҡ:
– Ҡыҙыҡ кейенгәнһең, – ти. – Тик һин икәнең беленә.
Ә Шәйехзаданың ҡарап ултырыусылар танымаҫлыҡ булып үҙгәргеһе килә. Шул саҡ шомло сәхнәлә ул килеп күренгәс тә көлөп ебәрмәҫтәр, ә әкиәт батыры өсөн ҡурҡып ҡалырҙар һымаҡ.
Нисек кенә кейенһә лә, һис тә үҙен ысын ҡыҙға йәки ысын дейеүгә оҡшатмағас, әсәйем ҡыҙ булып кейенәсәгемде алдан белгәнгә ышанмай, тигән фекергә килеп, әйтеп тә тормайынса уның алдында ҡыҙ йәки шайтан булып ҡыланырға итте.
Тәүҙә Шәйехзада әсәһе алдына ят ҡыҙ ҡиәфәтендә күренәсәк ул! Ауылдың теге осонда йәшәгән Сафуандарҙа уның апаһының күлдәк-кәзәкәйен кейҙе, битен ағартыу өсөн май һөрттө, ҡаштарын ҡыйғысланы, шуға ҡарамай яулығын маңлайына төшөрөбөрәк, сикәләрен ҡаплабыраҡ ябынды. Шунан Сафуан менән апаһы Хәҙисә алдында ҡыҙҙар кеүек ҡыланып, хатта юрамал арттырып ебәреп, уларҙың эсен ҡатырҙы.
– Көҙгөм ҡайҙа? – тип ҡыҙҙар кеүек ваҡ-ваҡ атлап көҙгөһөн эҙләгән булды, уны таба алмағас, бер тоҡ аҡсаһын юғалтҡандай, ауыр ҡайғыға ҡалды. – Көҙгөм! Юҡ! Урлағандар! Үлтерҙеләр! Нисек йәшәйем мин хәҙер көҙгөһөҙ? Теге ҡороғор Хәҙисә урлағандыр әле! Кисә күҙе секерәйеп, көҙгөмдән күҙен алмай ине. Шул! Шул сәлдергән! Гел минең әйберемә ҡыҙыға! Көнсөлбикә! Эргәмә Иштимер килһә, үлә инде көнләшеүҙән, үлә! Иштимергә кейәүгә сыҡмаҡсы! Бына һиңә Иштимер! Бына! Мин сығам уға! Ошондай билем, ошондай һыным булғанда ҡараймы ни Хәҙисәгә Иштимер!
Сафуан менән Хәҙисәнең һыны ҡатты, урындыҡҡа тәгәрәп ятып көлдөләр. Шулай ҙа әсәһе алдында йыуаш ҡыҙҙы уйнарға итте.
Үҙ өйҙәренә барып еткәндә урам аша йәшәгән Мәрйәм тап булды. Ул Шәйехзаданы таныманы, таныш түгел ҡыҙҙың бик оялсан булыуына аптырай биреберәк ҡарап торҙо ла:
– Һин кем? Исемең нисек? – тип һораны.
– Миңлебибиәсмәхаятбикә, – тигәс, ғәжәпләнеүе тағы ла арта төштө.
Бергәләп өйгә инделәр. Шәйехзаданың әсәһе ҡаҙан тирәһендә булыша ине.
– Ә-ә, Мәрйәм икән! – тине ул күрше ҡыҙҙы күргәс. – Әйҙә, үт, үт! Ә быныһы кем ҡыҙы?
Оялышынан ни эшләргә белмәйенсә бармағын ауыҙына ҡабып, башын эйеп торған таныш түгел ҡыҙға Сәжиҙә абыстай аптырап ҡараны.
Шәйехзада тартынсыҡ ҡыҙ булып, килештереү өсөн ни эшләргә белмәгән булып ҡылана, аяҡтарын алмаштырып баҫа, йә бер бармағын, йә икенсе бармағын ауыҙына ҡаба, йөҙөн күтәрә алмай.
– Ни йомош менән килдең? Исемең кем? – тип һораны ла Сәжиҙә абыстай, ҡыҙҙы бик йәлләп эргәһенә килде.
– Исемем – Миңлебибиәсмәхаятбикә, – тине Шәйехзада тауышын ҡыҙҙарҙыҡына оҡшатып.
– Исемең бик матур икән, – тигән булды Сәжиҙә абыстай. – Кемдең ҡыҙы һуң һин?
– Әсәйемдең ҡыҙы инде мин, – Шәйехзада иҫәрерәк ҡыҙҙы уйнауын дауам итте. – Абыстай, һине бәлешкә саҡырырға килдем. Әсәйем ебәрҙе. Бәлешебеҙ шундай тәмле булған. Уны әсәйем йыуан абыстайҙар өсөн бешерҙе. Күп итеп тоҙ һалып!
Шәйехзаданың «йыуан абыстайҙар өсөн күп итеп тоҙ һалып бешерҙе» тиеүенә бөтөнләй иғтибар итмәйенсә, әсәһе менән Мәрйәм һаман оялсан ҡыҙҙың кем балаһы булыуын белергә тырыша ине.
Шәйехзада иҫәрерәк ҡыҙ кеүек һаман юҡ-бар һөйләүен белде.
– Үрге ос Майшәкәрҙең ҡыҙы мин.
– Ниндәй Майшәкәр?
– Һуң беҙҙең һыйырҙың ҡойроғо юҡ. Күргәнегеҙ юҡмы ни?
– Ҡойроғо юҡ? Нимә булған һуң ҡойроғона?
– Әсәйем сабып өҙҙө. Һауғанда биткә һуға.
Әсәһе менән Мәрйәм һаман да үрге ос Майшәкәрҙең кем икәнлеген белә алмай, сөнки ундай ҡатын ысынында иһә ауылда юҡ – барыһы тик Шәйехзаданың уйҙырмаһы. Тегеләрҙе тамам аптыратыу өсөн тағы ла шаҡ ҡатырлыҡ нәмәләр уйлап сығара башланы.
– Атыбыҙҙың мөгөҙө бар! Бөтә ауыл килеп ҡарай. Һеҙ күрмәнегеҙме ни? – Шәйехзада юрамал булмаҫтай нәмәләр һөйләй. Шулай итһә, бәлки, уның һис тә ҡыҙ түгел, ә шаярып кейенгән Шәйехзада икәнлеген һиҙерҙәр.
Юҡ, һиҙмәнеләр! Шәйехзада тағы байтаҡ юҡ-бар һөйләп аптыратты әсәһе менән Мәрйәмде. Ҡапыл ҡыҙҙың күлдәктәрен сисә башлауын күреп, ҡурҡып киткәйнеләр, тегенең Шәйехзадаға әүерелеүенә шаҡ ҡаттылар. Шунан үҙҙәренең быны һиҙенмәүҙәренә, Миңлебибиәсмәхаятбикәнең иҫәр һүҙҙәренә ышаныуҙарына көлөргә тотондолар.
Шәйехзаданың ҡыҙ булып кейенеүе ана шулай мәҙәк килеп сыҡты.
Ә бына шайтанға әүерелеүе бигүк көлкө тыуҙырманы. Шәйехзада үҙенең танымаҫлыҡ булып үҙгәрә алыуына ышанһа ла, алдан уйлап ҡуйғас, иҫкәртеп тормайынса шайтан рәүешендә лә күренергә итте.
Шайтан таныш түгел ҡыҙ кеүек урамдан инмәй бит инде. Ул баҙҙан килеп сығасаҡ!
Шәйехзада бер кемгә лә әйтмәйенсә шайтанға кәрәкле кейем-һалымды баҙға ташыны. Атаһының эш менән волосҡа юлланғанын, әсәһенең ҡунаҡҡа киткән мәлен көтөп алды. Үҙе күҙ алдына килтереүенсә, шайтандың ҡул-аяҡтары кәзә тояҡтарына оҡшарға тейеш. Ҡиәфәтенең ҡалған яҡтарын да шул хайуандыҡынан алырға булды Шәйехзада – ҡойроғон, мөгөҙҙәрен, тиреһен. Һаҡал-мыйығын ат ҡойроғонан эшләһә лә, кәзәнекенә оҡшатты. Иҫке кәпәсен ике урындан тишеп, кәзә мөгөҙҙәрен беркетте, һарыҡ тиреһе ябынды. Баҙға алып төшкән май шәм яҡтылығында үҙен көҙгөлә күргәйне, ҡурҡып китте. Шунан туғандарына, әсәһенә нисек тәьҫир итәсәген күҙ алдына килтереп, шарҡылдап көлөргә тотондо.
Кейенеп бөтөп, һаҡал-мыйыҡтарын йәбештергәс, башына мөгөҙлө кәпәсен кейеп, битен ҡором менән буяғас, шәмде һүндерҙе лә әсәһенең ҡайтҡанлығын көтә башланы.
Ана шул мәлдә, бына әле Дүсәнбайҙа баҙға бикләнгән кеүек, бер үҙе дөм ҡараңғылыҡ эсендә тороп ҡалғайны. Үҙенә барлығы ун бер-ун ике йәш тирәһе булғанғамы икән, бер мәл ҡурҡыуҙан йөрәге дарҫлап тибә башланы. Хәҙер эргәһенә ысын шайтан килеп сығыр ҙа йә ҡытыҡларға, йә туҡмарға тотонор һымаҡ ине.
Ярай әле шул ваҡытта, шомло тынлыҡты боҙоп, туғандары баҙ өҫтөндәге бүлмәгә инеп, шаяра-баҫтырышырға тотондо, шунда ғына малай бер аҙ тынысланғандай итте. Бындай шау-шыуҙа ысын шайтан Шәйехзада янына килә алмаҫ кеүек.
Әммә барыбер ҡараңғылыҡта ултырыу ҡыйын – ҡурҡыта, башҡа төрлө шомло уйҙар килә, төрлө әкиәттәрҙәге йәки төнөн ат ҡарағанда бабайҙар һөйләгән ҡот осҡос ваҡиғалар иҫкә төшөп, йөрәкте дарҫлап типтерә. Шәмде яндырһа, был тиклем ҡурҡыныс булмаҫ ине, тик ярамай, иҙән ярығынан яҡтылыҡты туғандары күреп ҡалыуы бар. Улар баҙҙы аса башлар һәм Шәйехзада әҙерләгән тамаша юҡҡа сығыр.
Бер мәл әсәһе ҡайтып инде, балаларға ҡунаҡтан алып ҡайтҡан күстәнәстәрен өләшә башланы. Ваҡыт!
Шәйехзада баҙҙың ишеген ипләп кенә асты ла яртылаш сыҡҡас, ҡалын тауыш менән:
– Кем шайтан саҡырҙы? Кем? Мин килдем! – тип өндәште.
Баҙҙан күтәрелеп килгән ҡурҡыныс йәнлекте күреү менән балалар шарылдашып, бүлмәнән сығып ҡасты. Ә әсәһе бында ҡалды. Ул ҡурҡманы, ҡаршыһында ысын шайтан тороуона ла ышанманы һымаҡ. Шуға Шәйехзада мөмкин тиклем ҡурҡыныс булып күренеү өсөн ике ҡулын өҫкә күтәреп, эт кеүек ырылданы ла уға яҡынлаша башланы. Шунда ғына малай әсәһенең күҙҙәре ҡурҡыуҙан ҙур асылғанлығын, йөҙө ап-аҡ булғанлығын, ҡулдарының әкрен генә ҡалтырауын күрҙе лә ҡурҡып китте. Үҙенең арттырып ебәргәнлеген аңланы ул шунда уҡ. Тик һуң ине, Сәжиҙә абыстай тауышһыҙ-ниһеҙ урындыҡҡа ауҙы.
Тәүҙә әсәһе шаярып ҡурҡҡан булып ҡыланалыр, тип уйлағайны малай. Әммә эргәһенә йүгереп барғас, уның күҙҙәре йомоҡ икәнлеген, ҡулдарының һәлберәп төшкәнлеген, йыш-йыш тын алғанлығын күрҙе.
Шәйехзаданың ҡото осто. Ул ни эшләргә белмәйенсә:
– Әсәй! Әсәй! – тип улай-былай йүгерҙе. Шунан әсәһе күҙен асһа ла, уны ошо ҡиәфәттә күрһә, йәнә иҫен юғалтасағын аңлап, тиҙ генә мөгөҙлө кәпәсен ситкә ырғытты, өҫтөндәге – тирене, аяҡ-ҡулдарындағы тояҡтарҙы сисеп ташланы. Әсәһенә нисек ярҙам итергә белмәй торғанда атаһы ҡайтып инмәһә, был хәл нисек осланыр ине – билдәһеҙ. Аталары тәүҙә әсәнең битенә һыу һирпте. Ул да ярҙам итмәгәс, әллә ҡайҙан нишатыр килтереп еҫкәтте. Шунда ғына Сәжиҙә абыстай күҙҙәрен асты, әммә көнө буйы тиерлек хәле бөтөп, урынынан тора алманы.
Эй, эләкте лә һуң Шәйехзадаға атаһынан был шаярыуы өсөн! Ошоғаса улының төрлө шуҡлыҡтарына ул күҙ йомоп ҡарай ине, һис тә булмаһа: «Улай ярамай, улым», – тиеү менән сикләнә ине. Был юлы бик ҡаты итеп әрләп ташланы, мулла булып шаярып, намаҙ уҡыуҙарын, бабай кеүек кейенеп, әбейҙәрҙе ҡурҡытыуын иҫенә төшөрҙө, әсәһенең һаулығы сибек икәнлеген әйтеп, йөрәге шартлап ҡуйһа, ни эшләр инең, тип ҡурҡытты, башҡаса улай йөҙ алмаштырып, кешеләрҙе аптыратыуҙан ҡәтғи рәүештә тыйҙы.
«Шул тиклем шайтанға оҡшаған инемме ни?» – тип аҙаҡ әсәһенән бик һорағыһы килһә лә, Шәйехзада тыйылды, ныҡ ҡурҡытыуы өсөн уңайһыҙ ине малайға.
Ошо хәлдән һуң тамашалар күрһәтеүҙән тыйылып торҙо ул. Атаһына тыңлауһыҙ бала булып күренгеһе килмәне. Әммә малайҙарҙың, айырыуса ҡыҙҙарҙың: «Ҡасан ҡыҙыҡ күрһәтәһең?» – тип ураған һайын һорауҙары, бигерәк тә берәй тамаша яһап, дуҫ-иштәрен ҡыуандырыу теләге, үҙенең дә сит-ят кеше һымаҡ ҡыланып көлдөрөргә ынтылышы тынғылыҡ бирмәне. Шәйехзада нисек итеп ошо ниәтен бойомға ашырыу хаҡында уйларға тотондо.
Ауылда йыш ҡына төрлө ҡыҙыҡ-мәҙәк хәлдәр ураған һайын булып тора. Шәйехзада, ғәҙәттә, шул турала тиҙ генә таҡмаҡ сығара, ул «һә» тигәнсә халыҡ араһында тарала. Тәү мәл был әсе телле төртмәле йырҙарҙың кемдең ауыҙынан беренсе булып сыҡҡанын белмәй аптыранылар. Әммә бөтә бәләнең төрлө һорау-өндәүгә шиғри юлдар менән яуап бирергә әүәҫ Шәйехзадала икәнлеген тиҙ төшөндөләр. Үҙҙәренә тоҙло-боросло таҡмаҡ эләккән өсөн килеп Шәйехзадаға йоҙроҡ күрһәтеүселәр ҙә булды, атаһына инеп: «Тый шул малайыңды!» – тип әйтеүселәр ҙә табылды.